Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 444


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САТЫР
та, наҙлы ла, зәңгәр сатырҙан урар юлы ла ҡыҫҡарған. X. Тапаҡов. Таң нурына буялған ҡараһыу-күгелйем кук сатыры, бөтә тирә-йүн ҡыҙҙың [Вәлимәнең] ҡыланышына таң ҡалып күҙәткән төҫлө ине. Н. Мусин. Зәңгәр күк сатыры аҫтында ул [Нур] Илүсәнең яурынына зәңгәр шәл япты. И. Абдуллин.
САТЫР II (Р.: подражание звуку, издаваемому при грозе, треске, хрусте ломающихся сучьев; И.: sound imitation word crump; T.: çatır) оҡш.
Йәшен йәшнәгәндә, ағас һынып ауғанда һ. б. сыҡҡан дауамлы тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, издаваемому при грозе, треске, хрусте ломающихся сучьев. Сатыр итеү. Сатыр итеп ҡалыу. Сатыр итеп һыныу.
САТЫР III (Р.: сеть для ловли птиц; И.: trammel; T.: kuş ağı) и. диал.
1. Ҡош тота торған ау. □ Сеть для ловли птиц. Сатыр яһап алыу. Сатыр менән ҡош тотоу.
2. Сатыр һымаҡ итеп ҡорола торған урын, түшәк шаршауы, сымылдыҡ; шаршау.
□ Занавеска. Сатыр артына йәшенеү.
3. Аттың башына элеп, һоло ашата торған тоҡсай; турпыша. □ Полог. S Ваһап оҙон бил арбаһының төбөнә сатыр йәйҙе лә кәлтә тейәп ҡайтып китте. Ж. Кейекбаев.
САТЫРЛАНЫУ (сатырлан-) (Р: пустить крону; И.: shoot out; T: çatallanmak) ҡ.
Сатыр (I, 3) ебәреү. □ Пустить крону. Сатырланып үҫеү. Сатырланып үҫкән ағас. Н Ошо мәлдә Ихсанбай сатырланып ирәйеп үҫкән тирәк төбөндә Гөлбаныуҙы көттө. Т. Ғарипова.
САТЫРЛАТЫУ (сатырлат-) (Р: трещать чем; И.: crackle; crack; T: çatırdatmak) ҡ.
1. Сатыр-сотор иттереү, сатыр-сотор килтереү. □ Трещать чем. Сатырлатып йәшен йәшнәне. Сатырлатып ут яғып ебәреү.
2. күсм. һүҙен, хәбәрен ашығып, туҡтап тормай, теҙеп әйтеү; шытырлатыу, сатылдатыу. □ Тараторить, трещать. Сатырлап тороу. ■ Сайма әле генә булған хәлде сатырлатып һөйләне лә бирҙе. Н. Мусин.
3. күсм. Нимәгәлер бик ныҡ тотоноу.
□ Крепко, сильно схватить; вцепиться.
Сатырлатып йәбешеү. ■ Гәрәй атаһының ҡулынан сатырлатып тотоп ҡалды. Б. Бикбай. Хисам ағасҡа сатырлатып йәбешеп өлгөргән. Әкиәттән.
САТЫРЛАУ (сатырла-) (Р: трещать (издавать резкие, сухие звуки, похожие на треск); И.: crack; crump; T: çatırdamak) ҡ.
1. Сатыр-сотор итеү, сатыр-сотор килеү. □ Трещать (издавать резкие, сухие звуки, похожие на треск). Аяҡ аҫтында сыбыҡ сатырлай. Сатырлап яныу. ■ Винтовкалар шартлай, пулемёттар ҡабаланып сатырлай. Д. Юлтый. Күҙҙе лә астырмай йәшен ялтлай, ағастар сатырлап йығыла. К. Кинйәбулатова.
2. күсм. Һүҙен, хәбәрен туҡтап, тотлоғоп тормай, сатнатып һойләү. О Тараторить, трещать. Сатырлап тороу. ■ [Әсә — балаһына:] Бүтән саҡта сатырлап торғаныңды, уҡытыусың алдында нишләп боҫоп ҡына ултыраһың? Н. Мусин.
САТЫРЛАШЫУ (сатырлаш-) ҡ. урт. ҡар. сатырлау, взаимн. от сатырлау. Сатырлатып сығыу. Туҡтауһыҙ сатырлатыу.
САТЫРЛЫ (Р: шатровый; И.: taber-nacular; T: çadırlı) с.
Сатыры булған, сатыр менән. □ Шатровый. Сатырлы карап. Сатырлы ҡыйыҡ.
САТЫРЛЫҠ (сатырлығы) (Р: хворостинник; И.: brush pile; T: çalılık) и. диал.
Сытырлыҡ, ҡыу сыбыҡтар, ҡоро ботаҡтар булған урын. □ Хворостинник. Сатырлыҡҡа барып сыҡтыҡ. Сатырлыҡтан сыбыҡ-сабыҡ алып ҡайтыу.
САТЫРМАН р. диал. ҡар. сат V. Сатырман йәбешеү. ■ Әбей ҡыҙҙың ҡулдарына сатырман йәбеште, уның бер генә лә был етем баланы билдәһеҙ яҡтарға сығарып ебәргеһе килмәй ине. Ф. Сәлимова.
САТЫР-СОТОР (Р: подражание звуку, издаваемому при треске, хрусте ломающихся сучьев или горящих дров; И.: souns imitation word crack; crump; T: çatır çutur) оҡш.
Ҡабат-ҡабат сатыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, издаваемому при треске, хрусте ломающихся
444