Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 445


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САУҘА
сучьев или горящих дров. Сатыр-сотор итеу. Сатыр-сотор килеу. ■ Ваҡ ҡына итеп сәрпәкләнгән солан таҡтаһы, сатыр-сотор килеп, осҡондарын сәсрәтеп янды. Т. Килмөхәмәтов. Уны [ат ҡуна барыуҙы/ башҡа бер нәмә менән дә сағыштырып булмай: сатыр-сотор итеп усаҡ тоҡанып китә, осҡондары, йондоҙҙар янына барып ҡушылырға теләгәндәй, куккә оса ла хәле бөтөп һунә. И. Абдуллин.
САТЫР СӘСКӘЛЕЛӘР (Р.: зонтичные растения; И.: umbelliferous plants; T.: maydanozgiller) и. бот.
Сәскәһе һабаҡ осонан төрлө яҡҡа нур һымаҡ таралып үҫкән ойошма сәскәле үҫемлектәр ғаиләһенең атамаһы. □ Зонтичные растения (лат. Umhellıferae} (соцветие, у которого все цветки расположены в одной плоскости). Кишер, петрушка сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә карай.
САТЫШ (Р: родственник; И.: relative; Т: akraba) и. диал. ҡар. туған.
Ҡәрҙәш. □ Родственник. Быларҙың Үтәғолда сатышы бар. Зат-ырыуҙы, сатышты танып белергә кәрәк.
САУАН (Р: ленивый; И.: indolent; Т.: tembel) с. диал. ҡар. ялҡау.
Эшкә ихласлығы булмаған, эш һөймәҫ; үжәт. □ Ленивый. Сауан кеше. Сауан мал. • Эшсән ханаһы туп-тулы, сауан ханаһы буп-буш. Әйтем.
САУАП [ғәр. а] (Р: воздаяние; И.: requital; T.: sevap) и.
1. Ышаныуҙар буйынса, дини йоланы үтәп, уҡыған доғалар, тормошта ҡылған изгелектәр, яҡшылыҡтар өсөн Алла рәхмәте булып үҙеңә ҡайта торған изгелек, әжер; һауап. □ Воздаяние, милость, награда (от Бога). Сауап алыу. Сауап булыу. ■ «Әйҙә әле, Вәлимә, теге малайҙы ҡырҙан ғына булһа ла куреп китәйек, сауап булыр», -тип, Сәлмән уйын-көлкөгә һабыштырырға теләне. С. Шәрипов. Рамазан айында ҡылған һәр изге эш оло сауап булып ҡабул ителә. Н. Ниғмәтуллин. Исмаһам, шул балаларҙы уҫтерһәм, сауабы булыр, .. тип уйланым. Я. Хамматов. • Саҙаҡаһына курд сауабы,
һуҙенә курә яуабы. Әйтем. Ҡылған эшец кешегә, килгән сауабы уҙецә. Әйтем.
2. Тормошта ҡылған изгелектәр, яҡшылыҡтар. □ Благое, доброе дело, благодеяние. Сауап ҡылыу. Сауап булыр. Хажға барыу — сауап ул.
САУАПЛЫ (Р: благой, добрый, благочестивый; И.: virtuous; peaceable; T: sevaph) с. дини.
Сауап килтерә торған (эш, ғәмәл, хәлгә ҡарата); һауаплы; киреһе — сауапһыҙ.
□ Благой, добрый, благочестивый. Сауаплы булырһыц. ■ [Алтынбулат ҡарт Харрасҡа:] Быныһы килешмәй, сауаплы эшкә рәхмәт ишетеу яраған нәмә тугел. Б. Рафиҡов. [Бәхтиәр ҡарт] йомшаҡ баҫа, һаҡ һөйләшә, телендә — игелекле һуҙҙәр, ҡылғаны сауаплы, инде унан да изге йән юҡ. Р. Камал.
САУАПЛЫЛЫҠ (сауаплылығы) (Р: благостность; И.: devoutness; T: sevaphlık) и. иҫк. дини.
Сауаплы эш эшләүҙән ҡәнәғәтлек, тыныслыҡ табыу хисе. □ Благостность. Сауаплылыҡ мотлаҡ икәнен белеу. Сауаплылыҡ кешене бәлә-ҡазанан һаҡлай. Сауаплылыҡ ҡына уцыш, бәхет килтерә.
САУАХИЛ [ғәр. иҫк. кит. ҡар. сахил. Сауахилға сығыу. Сауахилға етеу.
САУҒА (Р: подарок, дар охотника первому встречному; И.: hunter’s present; T: avcının ilk karşılaşmış birine hediyesi) и. этн.
һунарҙан ҡайтҡанда (алдағы көндә лә һунар уцышлы булыуын юрап) беренсе осраған кешегә бирелә торған бүләк.
□ Подарок, дар охотника, возвращающегося с охоты, первому встречному (ритуальное действие, направленное на проецирование удачной охоты в будущем). И /Ҡыҙ:/ Атып алған аңынан беҙгә сауға бирмәйме? «Буҙйегет».
САУҘА [фарс. (Р: торговля, коммерция; И.: trade; commerce; T: ticaret) и.
1. һатыу-алыу эше, шөғөлө. □ Торговля, коммерция. / Торговый, коммерческий. Дәуләт сауҙаһы. Тышҡы сауҙа. Сауҙа бәйләнеше. Сауҙа әйләнеше. Сауҙа эштәре. Сауҙа хеҙмәткәре. Сауҙа фирмаһы. Сауҙа
445