Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 446


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

САУҘАГӘР
капиталы. ■ Иртәгә киске сәғәт егерме лә утыҙҙа .. Премьерҙың сауҙа эштәре буйынса урынбаҫарын иҫкәртергә лә онотмаһағыҙ ине. Д. Бүләков. Сауҙа әлкәһендә баҫкыстан баҫҡысҡа урләгән һайын, Ғәлисолтандың элекке ҡурҡыуы онотола, ғәрлеге арта барҙы. Б. Рафиҡов.
2. Ике аралағы һатыу-алыу; алыш-биреш. □ Торг, торговля, купля-продажа. Сауҙа итеу. Сауҙа нисек бара? М Сауҙа иртәнге ҡарацғынан алып киске ҡараңғыға саҡлы гөрләп тора, хатта ике һуҙҙең береһендә Алланы иҫкә алыусы мосолмандар йома көндө лә мәсеткә бармай, уҙ эштәре менән мәж киләләр, .. һуңғы нәмәләрен һатып бурыстан ҡотолорға тырышалар. И. Абдуллин. Икенсе яҡта эреле-ваҡлы магазиндар, баҙар көндәрендә генә сауҙа итә торған .. ваҡ лавкалар теҙелеп киткән. Ғ. Дәүләтшин. Кейемен һатҡан һалдаттар һәм шпаналар менән сауҙа бара. Д. Юлтый.
САУҘАГӘР [фарс. (Р: торговец; И.: merchant; bargainer; T.: tüccar) и.
Хосуси сауҙа менән шөғөлләнгән кеше; алыпһатар. □ Торговец, купец, коммерсант. Сауҙагәр булыу. Өфө сауҙагәрҙәре. Я Икәуҙән-икәу ҡалғаны бирле Камила тутәйе Мәликәгә беренсе тапҡыр ауыҙын асып һуҙ ҡушты: «Курсак. .. Мин уны һиңә ситтән килгән сауҙагәрҙәрҙән болан мөгөҙөнә алмашып алып биргәйнем». Т. Ғарипова. Баярҙар, төрлө турәләр, сауҙагәрҙәр башҡорттоң ерҙәрен талап-тартып алғандар. Ғ. Хөсәйенов. Ситса лавкаһы янына ҡатын-ҡыҙ йыйылған, курәһең, сауҙагәр Хисмәтулла Бөрөнән яңы тауар алып ҡайтҡандыр. И. Абдуллин. • Муллаға -- маҙар, сауҙагәргә — баҙар. Мәҡәл. Сауҙагәргә эйәргән алтыға алып, бишкә ебәргән. Мәҡәл. Сауҙагәр булыуы ҡыйын тугел, сауҙа итеуе ҡыйын. Әйтем.
САУҘАГӘРЛЕК (сауҙагәрлеге) (Р.: торговля; И.: salesmanship; T: ticaret) и.
1. Сауҙагәр булыу хәле; сауҙагәр хеҙмәте, кәсебе. □ Торговля; занятие торговлей; коммерция. / Торговый. Сауҙагәрлек эше. Сауҙагәрлеккә уҡыу. Сауҙагәрлектә эшләу.
2. һөйл. Алыпһатарлыҡ. □ Торгашество. Сауҙагәрлек ғәҙәттәре. Ярты донъя хәҙер сауҙагәрлек менән шөғөлләнә. Сауҙагәрлек ныҡ килем килтерәлер, юҡһа, өшөп-туңып, янып-көйөп, алып-һатыу менән шөғөлләнмәҫ ине кешеләр.
САУҘА ИТЕҮ (сауҙа ит-) (Р: торговать; И.: trade; deal; T: ticaret yapmak) ҡ.
Алып һатыу менән шөғөлләнеү; һатыу итеү. □ Торговать, заниматься торговлей. И Магазин алдында ҡара куҙлек кейгән ҡатын [Сафыйҙың апаһы] сауҙа итеу нөктәһе асып ебәргән. С. Шәрипов. Кәлимә Мәҙинәнең байып киткәнен, хатта сит илдәр менән сауҙа иткәнен, ауыл урамына асфальт тушәтеп, мәсет, мәҙәниәт һарайы һалдырғанын ишетһә лә, ишетмәмешкә һалыша, курһә, курмәмеш була. Т. Ғарипова. [Разия:] Автомобилдәр менән сауҙа итеу бик уңышлы, тиҙәр бит. С. Хафизов.
САУҘАЛАШЫУ (сауҙалаш-) (Р: торговаться; И.: bargain; T: pazarlaşmak) ҡ.
1. Икәү-ара һөйләшеп, нәмәнең хаҡын килешеү, һатыулашыу. □ Торговаться, рядиться. Сауҙалашып һатыу. ■ Бик оҙаҡ сауҙалашҡандан һуң, хужа булмәһен айына һигеҙ һум илле тиндән бирергә булды. Ғ. Хәйри. Аҡназар, оҙаҡ сауҙалаша торғас, арышының ботон етмеш биш тиндән һатып ебәрҙе. Ғ. Дәүләтшин. [Котош:]Хәмди, ҡайҙа юғалдың? .. Өйҙө сауҙалашырға килгәндәр, ҡайт тиҙерәк. Ш. Янбаев.
2. кусм. Нимәгәлер килешер-килеште-рер өсөн һүҙ көрәштереү. □ Спорить, не соглашаться. К Әхтәм өй эсендәге ҡыҙҙар менән ишек арҡыры һаман сауҙалаша: «Асмайһығыҙмы?» «Юҡ!» Ғ. Хәйри.
САУҘАХАНА [фарс. ^1^] (Р: торговый дом; И.: trading house; T: ticarethane) и. иҫк.
Сауҙа йорто. П Торговый дом. М Асылған ошо сауҙаханалар һәм уның файҙаһы татарҙың мәҙәниәтен кутәреу өсөн китә.
3. Шәрҡи.
САУҠА (Р: молодая берёза; И.: young birch; T: genç huş ağacı) и.
1. Йәш ҡайын. □ Молодая берёза. Аҡ сауҡа. М Ул саҡта Сәлимәнең буй-һынын
446