СЕЛТӘР
7. кусм. Ҡайҙалыр урынлашҡан юлдар, йылғалар, каналдар һ. б. системаһы. □ Сеть (рек, дорог и т. д.). Йылғалар селтәре. Йырындар селтәре. Водопровод селтәре. Контакттар селтәре. Телефон селтәре. Тимер юл селтәре. Тубән вольтлы электр селтәре. Элемтә селтәре. ■ Республикабыҙ электр тапшырыу линияларының ҡуйы селтәре менән ҡапланған. «Башҡортостан», 22 декабрь 2010. Председатель торған йортто элемтә селтәренә тоташтырғайнылар инде. Б. Рафиҡов.
8. кусм. Төрлө ерҙә урынлашып, дөйөм эш үтәгән төрлө бер иш ойошмалар һ. б. системаһы. □ Сеть. / Сетевой. Мәктәп селтәре. Мәғариф селтәре. Сауҙа селтәре. Капиллярҙар селтәре. ■ Республикала кинотеатр һәм музейҙар селтәре, ә һуңғы йылдарҙа төҫлө телевидение киң тарала. М. Хисмәтов.
9. Арҡыс-торҡос урынлашҡан ағас, урман, сыбыҡ аша ҡарағанда күренгән күренеш. □ Решётчатый вид. Я Япраҡтары ҡойолғандан аҙаҡ һирәкләнеп ҡалған төҫлө тойолған ағастар селтәре аша егеуле ат, унан йыраҡ тугел ерҙә бөксәнләп йөрөгән кеше куҙенә салынды. Н. Мусин.
10. кусм. Йөҙҙәге, тәндәге йыйырсыҡтар.
□ Сетчатые морщины, складки (на лице, теле). Я Бары тик йыйырсыҡтар сел-тәрендәге куҙҙәрендә зәғиф кенә сатҡы емелдәй, һәм ул, бәлки, мине алмаҫтар, тигән тугел, ә өҫкә ауып килгән был һәләкәтте ниндәйҙер бер ҡөҙрәт туҡтатмаҫмы, тигән ләғер генә өмөт сатҡыһы ине. Г. Ғиззәтуллина.
11. инф. Компьютерҙар йәки иҫәп-хисап ҡоролмаларының элемтә системаһы.
□ Сеть. Компьютер селтәре.
СЕЛТӘР II (Р: нагрудник; И.: pectoral; Т: göğüslük) и. этн. ҡар. яға.
1. этн. Ҡатын-ҡыҙҙың яурынға һала, түшкә бәйләй торған тәңкәле һәм мәрйенле биҙәүесе. □ Нагрудник (женское украшение, сделанное из серебряных монет и красных кораллов). Селтәр кейеу. Селтәр һалыу. Еңгә ҡыҙға селтәр һала, һамаҡлап теләк теләй. Я Катын-ҡыҙҙың ҡолаҡтарына
таҡҡан алҡалары, йөҙөктәре, беләҙектәре, туштәрендәге селтәрҙәре хәҙерге ише генә инеме?! Я. Хамматов. Таҡмаҡ ыңғайына ҡашмау, селтәрҙән кейенгән ҡыҙ-ҡырҡын ер һелкетеп бейей. Т. Хәйбуллин.
2. миф. Һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә ҡатын-ҡыҙ кейеме. □ Нагрудник {мифологизированный предмет). Н Куҙ теймәһен тип, ҡатындар селтәр ҡашмау кейгән. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
СЕЛТӘР III (Р: дуршлаг; И.: mesh strainer; T.: süzgeç) и. диал.
Нимәнелер һөҙә торған аш бүлмәһе ҡорамалы; һөҙгөс. □ Дуршлаг. Селтәргә һалып һарҡытыу. Селтәр менән һөҙөу.
СЕЛТӘРБЫСҠЫ (Р: лучковая пила; И.: frame hacksaw; T.: kol testeresi) и.
Йәйә бысҡы. □ Лучковая пила. Сел-тәрбысҡы менән бысыу.
СЕЛТӘРЛЕ (Р: кружевной; И.: lacy; figured; T.: dantelli) с.
1. Селтәрҙән (I, 1) эшләнгән, селтәре булған; киреһе — селтәрһеҙ. □ Кружевной. Селтәрле пәрҙә. Селтәрле кулдәк. Я Ғөл-сәскәләре өй эсенә, шулай уҡ ап-аҡ селтәрле пәрҙә аша урамға ла йәмен сәсә. Ғ. Хәйри.
2. Селтәрләп, биҙәп эшләнгән. □ Сетчатый, решётчатый. Селтәрле купер. Селтәрле тәҙрә. Я [Яубикә — Карабашҡа:] Ер һатҡастын, алдаҡ ҡағыҙ яҙып, купме тоттоң халыҡ аҡсаһын?.. Ул яҡшы өй, селтәрле саналар.. шул аҡсаға килде тугелме? Б. Бикбай. [Билалов — Сабирға:] Йәшәгән өйөң емерелеп барһа, йортоңа селтәрле ҡапҡа яһап ҡуйыу .. куңелде шатландырмайҙыр ул? Д. Исламов. Ул [Дебердеевтар йорто] өс яғынан ҡалын ҡоймалар, уҙәк урам яғынан бейек селтәрле тимерҙәр менән уратып алынған. И. Насыри.
3. Һырлап, семәрләп эшләнгән. □ Резной, украшенный орнаментом. Селтәрле ишек. Н Сафура Тилажға һабы селтәрле ағас ижау һәм ҙур бер туҫтаҡ килтереп бирҙе. Ж. Кейекбаев. Зөлхизә, .. биҙәкле кунәктәрен аҫып, селтәрле көйәнтәһен көйәнтәләп, Туңәрәк ҡыуаҡҡа һыуға килгән. Н. Иҙелбай.
484