СЕЛЬМАГ
СЕЛТӘРЛЕҒАШЫҠ (селтәрлеғашығы) и. диал. ҡар. селтәр III. Туҡмас йәбешеп тормаһын өсөн уны һыуыҡ һыуҙа сайҡатырға һәм селтәрлеғашыҡ менән һөҙөргә кәрәк.
СЕЛТӘРЛЕ ҠОЙМА (Р.: решётчатый забор; И.: laced screen work; fence; T: tahta duvar) и. диал.
Тар таҡтаны аралы итеп ҡағып эшләнгән ҡойма. □ Решётчатый забор (с узорами из узких досок). ■ Сәхибә Мәхмүтте .. йәшел селтәрле ҡойма янында осратты. Ғ. Хәйри.
СЕЛТӘРЛӘНЕҮ (селтәрлән-) ҡ. төш. ҡар. селтәрләү 1, 2, 4. страд, от селтәрләү 1, 2, 4. Селтәрләнгән күлдәк. Селтәрләнгән сана. Селтәрләнгән тәҙрә. Республика тимер юлдар менән селтәрләнгән. ■ Ошо сафлыҡ ғәмһеҙ тапалыр ҙа селтәрләнеп кенә ҡарайыр. Ф. Күзбәков. Вазифаның өҫтөндә йоҡа ғына, терһәге тишелеп бөткән иҫке бишмәт, башында йөндән һуғылған шәл дә, иҫкергәнлектән селтәрләнеп, йылы тотор ере ҡалмаған тишек ойоғонан бәкәлсәйенең ҡаҡ һөйәге күренеп тора. Н. Мусин.
СЕЛТӘРЛӘҮ (селтәрлә-) (Р: украшать кружевом; И.: lace; T: dantelle süslemek) ҡ.
1. Селтәрле итеү. □ Украшать, обвязать кружевом; нашить кружево. Селтәрләп шәл бәйләү. Ҡулъяулыҡтың ситен селтәрләү.
2. Арҡыс-торҡос итеп, сатрашлап нимә менәндер биҙәү. □ Украшать кружевом; сделать решётчатым, резным. Сананы селтәрләү. Тәҙрәне селтәрләү. ■ Уның [Сә-миҡтең]һырлап-семәрләп, баштарын лобзик бысҡыһы менән селтәрләп эшләгән тәҙрәләре көлөп-йылмайып тора хәҙер. Н. Мусин.
3. күсм. Арҡыс-торҡос киҫеп үтеү. □ Изрешечиваться. ■ Тимер юлдар киң ялан, иркен далаларҙы .. селтәрләгән. А. Таһиров. Япраҡтар аша төшкән нур селтәрләй урман эсен. М. Сөндөклө.
4. күсм. Тишек-тишек итеп тишкеләү. П Изрешетить. ■ Ҡояш нуры .. селтәрләне ҡаты ҡарҙарҙы. Ғ. Ғүмәр. Граната ярсыҡтары Ҡәримдең тәнен селтәрләне. Ә. Ихсан.
СЕЛТӘРОЙОҠ (селтәройоғо) (Р: капроновые чулки; И.: deniers; T: naylon çorap) и. диал.
Капрон ойоҡ. □ Капроновые чулки. Селтәройоҡ кейеп алған. Селтәройоғоноң күҙе киткән.
СЕЛТӘР ШӘЛ (Р: паутинка; И.: spidery lace shawl; T: ince şal) u.
Аҡ мамыҡтан, йөндән селтәрләп бәйләнгән йоҡа шәл. □ Паутинка. ■ Башына аҡ селтәр шәл бөркәнгән бер ҡыҙ килеп инде. Т. Йәнәби.
СЕЛТӘР ЭНӘҺЕ (Р: крючок вязальный; И.: knitting hook; T.: dantel tığı) и.
Бәйләм ырғағы. □ Крючок вязальный. Селтәр энәһе эҙләү. Селтәр энәһе һатып алыу. Селтәр энәһен юғалтыу.
СЕЛЬДЕРЕЙ [фр. çeleri] (Р: сельдерей; И.: celery; T: kereviz) и. бот.
Тамыры һәм япрағы тәмләткес итеп файҙаланыла торған ике йыллыҡ йәшелсә (үҫемлек). □ Сельдерей (травянистое растение, растущее два года). / Сельдерейный (лат. Apium). ■ Йәшел борсаҡ, кукуруз, сельдерей организмдағы холестеринды кәметә. «Башҡортостан календары»нан.
СЕЛЬДЬ [боронғо исланд теле slid һүҙенән] (Р: сельдь; И.: herring; T: ringa balığı) и. зоол.
Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың төньяҡ өлөшөндә йәшәгән ялпағыраҡ кәүҙәле, аҡһыл күк төҫлө, бик үк эре булмаған диңгеҙ балығы (ғәҙәттә, тоҙлап йәки ыҫлап ашайҙар). □ Сельдь. / Сельдяной (лат. Clupea). Атлантика сельде. Тоҙланған сельдь. Ыҫланған сельдь.
СЕЛЬКОР [рус. сельский корреспон -дент] (Р: селькор; И.: village correspondent; T: muhabir) и. иҫк.
Ауыл хәбәрсеһе. □ Селькор. ■ «Известия» газетаһы үҙенә байтаҡ ҡына подписчиктар йыйып, беренсе рабкор, селькорҙар менән бәйләнеш башланы. Т. Йәнәби. Лампа яна, тышта таң уяна, селькор һаман яҙыу өҫтөндә. Ғ. Мәсғүт.
СЕЛЬМАГ [рус. сельский магазин] (Р: сельмаг; И.: village shop; T: köydeki dükkan) и. иҫк.
Ауыл магазины. □ Сельмаг. Сельмаг ҡаршыһында клуб урынлашҡан. Сельмагҡа тауар килгән.
485