СЕЛЬПО
СЕЛЬПО [рус. сельское потребительское общество] (Р.: сельпо; И.: village consumers’ society; T.: köy tüketiciler birliği) и. иҫк.
Ауыл потребителдәр йәмғиәте һәм шул йәмғиәттең кооператив магазины. □ Сельпо. Сельпонан тауар һатып алдым. ■ Ауылда халыҡ әҙәйгәс: «Сәлимә сельпо елкәһендә йәшәй, батып барған ауылда магазин тотоуҙан файҙа юҡ», — тип, Бикбулат магазинын бикләп тә ҡуйҙылар. X. Дауытов. Сельпо рәйесе Һибәтов беренсе булып килде: ул — хөкөмгә тарттырылыусы Хажиғәли Ҡотлояровтың етәксеһе. Н. Мусин.
СЕЛӘКӘН (Р.: дождевой червь; И.: rain worm; brandling; T.: solucan) и. зоол. диал. ҡар. селәүсен 1,1.
Ямғырҙан һуң күпләп ер өҫтөнә сыҡҡан йомро, оҙон, умыртҡаһыҙ ҡыҙыл ҡорт; селәү. □ Земляной (или дождевой) червь (лат. Lumhricind). Балыҡҡа барырға селәкәндәрҙе кистән ук әҙерләп ҡуйҙыҡ.
СЕЛӘН (Р: серая цапля; И.: heron; ardea; T.: balıkçıl) и.
1. зоол. Оҙон аяҡлылар ғаиләһенә ҡараған оҙон кәкре муйынлы, оҙон суҡышлы, аҡ буҙ төҫлө, оҙон ҡара ҡауырһын ҡашлы эре һыу ҡошо; аҡ селән. □ Серая цапля (лат. Ardea cinerea). Ҡоба селән. Ҡыҙыл селән. Һоро селән. Селәндәрҙең төрө бихисап. И Тәлмәрйен шулай һуҙ ҡушты селәнгә: «Тәбиғәт һис йәлләмәгән буйыңды, бер уҙеңә ун һайыҫҡан муйыны, аяғыңды, әйтер инем, тирәктәй, бындай суҡыш булһа булыр өйрәктә». Ш. Бикҡол. Тажи Нур менән йәштәш булһа ла, унан ярты аршынға оҙонораҡ, бәлки, йыйған тәғәме һөйәктәрен уҫтерергә генә китәлер. Шуға селән тиҙәр уға. И. Абдуллин.
2. миф. Мифлаштырылған тотем ҡош; ырыу ҡошо. □ Серая цапля (тотемная птица).
СЕЛӘН ТОРНАҺЫ и. диал. ҡар. селән. Селән торнаһы һыңар аяғында ғына баҫып тора ала. Селән торнаһы торнаға бик ныҡ оҡшаған.
СЕЛӘҮ и. зоол. һөйл. ҡар. селәүсен I, 1. Селәу ҡатыу. Селәугә балыҡ ҡапманы.
СЕЛӘҮЛӘҮ (селәүлә-) (Р: насадить червя на крючок; И.: bait; T.: kancaya solucan takmak) ҡ.
Ҡармаҡҡа селәүсен кейҙереү. □ Насадить червя на крючок. ■ Боҫа-боҫамин .. селәуләп ҡармаҡ һалам. Ғ. Дәүләтов.
СЕЛӘҮСЕН I (Р: червяк; И.: worm(ling); T.: solucan) и.
1. Ерҙе йырып йөрөй торған йомро, оҙон, умыртҡаһыҙ ҡыҙыл ҡорт; селәү. □ Червяк (лат. Lumbricus). Балдаҡлы селәусен. Имгес селәусен. Таҫма селәусен. Тиреҫ селәусене. Ямғыр селәусене. Япраҡ селәусене. Н Балыҡҡа барырға булып, селәусендәрҙе кистән ук ҡаҙып, ҡармаҡтарҙы .. әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ғ. Ғүмәр. Туң ерҙән селәусен таба алмай йөҙәне малайҙар [Зәйни, Фәһим], өйөлгән тиреҫ аҫтынан да сыҡманы был нәмәкәй. И. Ғиззәтуллин.
2. зоол., мед. Кеше һәм хайуандарҙың эске ағзаларында була торған паразит ҡорт, бабасыр. □ Глист. Сусҡа селәусене. Таҫма селәусен. ■ Башҡорттар ҡоротто әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеуҙән дә, эсәктәрҙәге паразит селәусендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, аш бармаған саҡта ла файҙаланған.
B. Ғүмәров.
3. миф. Ямғыр селәүсене; мифлаштырылған ҡорт. □ Дождевой червь (мифологизированное насекомое). ■ Селәусенде ултерһәң, ҡоролоҡ була. һынамыш.
СЕЛӘҮСЕН II и. диал. ҡар. һеләүһен. Селәусен буренән дә уҫал ул.
СЕЛӘҮСЕН ТЕЛЕ (Р : заговор дождевого червя; И.: brandling charm; T.: muska) и. миф.
Селәүсен арбауы. □ Заговор дождевого червя. ■ Шайтан теймәһен, кеше һуҙе утмәһен тип, селәусен теле әйтеп, бетеу таҡҡандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
СЕМ (Р: подражание вздрагиванию при внезапной боли (от укола, холода и др.)', И.: imitation of wincing; T.: pürtük pürtük) оҡш.
Ауыртып, сәңгеп киткәнде белдергән һүҙ. □ Подражание вздрагиванию при внезапной боли (от укола, холода и др.). Н Тэфур-ҙең танау осо һыуыҡҡа сем итеп ҡуйҙы.
C. Агиш.
486