Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 487


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СЕМБЕРЛӘҮ
СЕМА [гр. sema ‘билдә’] (Р.: сема; И.: seme; T.: mana) и. лингв.
Һүҙҙәрҙе мәғәнә яғынан төрлөсә айыра торған билдә. □ Сема. «Яҡшы» һәм «насар» һуҙҙәре кире ҡуйыу семаһы менән айырыла. «Әсәй», «атай» һуҙҙәре енес семаһы буйынса айырыла.
СЕМАНТИК (Р: семантический; И.: semantic; T.: anlamsal) с.
Семантикаға (1) бәйле. □ Семантический. Һуҙҙең семантик уҙенсәлеге.
СЕМАНТИКА [гр. зётапйкоз ‘билдәләүсе’] (Р: семантика; И.: semantics; T.: anlam) и. лингв.
1. Һүҙҙең, грамматик форманың мәғәнәһе. □ Семантика (значение, смысл отдельного слова, выражения). Грамматик семантика. Синтаксик семантика. Тел семантикаһы.
2. Тел ғилеменең һүҙҙең мәғәнәһен, был мәғәнәләрҙең үҙгәрешен өйрәнгән бүлеге; семасиология. □ Семантика (раздел языкознания, изучающий значения единиц языка). XIX быуат аҙағында — XX быуат башында семантика семасиология тип йөротөлгән.
СЕМАСИОЛОГ [рус.] (Р: семасиолог; И.: semaseologist; T: kavrambilim uzmanı) и. лингв.
Семасиология белгесе. □ Семасиолог. Семасиологтар конференцияһы.
СЕМАСИОЛОГИК (Р: семасиологический; И.: semasiological; T: kavrambilim ile ilgili) с. лингв.
Семасиологияға мөнәсәбәтле. □ Семасиологический. Семасиологик тикшеренеуҙәр.
СЕМАСИОЛОГИЯ [гр. semasia ‘мәғәнә’+ /о£о$‘фән’] (Р: семасиология; И.: semasiology; Т: kavrambilim) и. лингв.
Тел ғилеменең һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәләрен, был мәғәнәләрҙең үҙгәрешен өйрәнгән бүлеге; семантика. □ Семасиология (раздел языкознания, изучающий значения языковых единиц и изменения этих значений). Семасиология булеге. Семасиология буйынса реферат яҙыу.
СЕМАФОР [гр зёта ‘билдә, сигнал’+ phoros ‘еткереүсе’] (Р: семафор; И.: semaphore; T: semafor) и.
1. Тимер юлда бағанаға һ. б. асылып-ябылмалы ҡанат йәки төрлө төҫтәге уттар ҡуйылған сигнал ҡорамалы. □ Семафор. / Семафорный. Семафор сигналы. Семафор уттары. Семафор асыҡ. ■ Семафорҙа йәшел ут куренеу менән машинист паровоз рычагына баҫты. Ауыр состав әкренләп ҡуҙғалды. Ә. Ихсан. Семафорҙарҙың йәшел, ҡыҙыл уттары, тон ябалағының куҙе тоҫлө селт-селт килеп, бер асылып, бер йомолоп тора. М. Тажи.
2. диңг. Караптарға сигнал бирер өсөн яр башына бағанаға һ. б. ҡуйылған ҡорамал. □ Семафор (береговой знак, мачта с реем). Семафор сигнал бирә.
3. диңг. Флаг тотҡан ҡул менән төрлө шартлы хәрәкәттәр аша сигнал биреү ысулы. □ Семафор (сигнализация, осуществляемая флажками, изменением положения рук). Семафор сигналын аңламау.
СЕМАФОРСЫ (Р: семафорщик; И.: colour light signaller; T: sinyalci) и. диңг.
Флаг йә семафор лампалары менән шартлы хәрәкәттәр аша сигнал биргән кеше. □ Семафорщик (сигнализирующий флажками). Семафорсы флагы. Семафорсы азбукаһы.
СЕМБЕРҘӘНЕҮ (семберҙән ) ҡ. диал. төш. ҡар. семберҙәү. страд, от семберҙәү. Куҙ алдымда семберҙәнеп тик тора.
СЕМБЕРҘӘҮ (семберҙә-) (Р: пестрить узорами, рябить; И.: be dazzled (by the colours); T: alacalanmak) ҡ. диал.
Төрлө төҫтәр күренеү. □ Пестрить узорами, рябить. Йәшел, ҡыҙыл, зәңгәр, аҡ дуң-гәләктәр семберҙәп тик тора алда.
СЕМБЕРЛӘҮ (семберлә-) (Р: течь тонкой струйкой; И.: trickle; T: az az akmak) ҡ. диал. ҡар. сөмбөрләү.
1. Нәҙек кенә булып ағыу. □ Течь тонкой струйкой. Ҡарттың кәпәсенән, кәзә һаҡалынан ямғыр семберләп тора. Ҡыйыҡ туҙған — ямғыр яуһа, семберләп һыу ағып китә.
487