СЕМБЕРСЕЛЕК
2. диал. ҡар. семерләү 1. Тән семберләй. Бармағым ҡапыл семберләй башланы.
СЕМБЕРСЕЛЕК (семберселеге) и. диал. ҡар. селек 1. Семберселеҡ ҡырҡыу. Сем-берселек әҙерләу.
СЕМГӘН (Р.: лапчатка гусиная; И.: silverweed; silverweed cinquefoil; T.: kaz parmakotu) и. бот. диал. ҡар. ҡаҙ үләне 1, 2.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған теҙелеп торған киртләс-киртләс япраҡлы, төрлө төҫтәге сәскәле һыу буйы үләне.
□ Лапчатка гусиная (лат. Potentilla an-serina). Семгән һыу буйында уҫә. Семгән төрлө төҫтә сәскә ата.
СЕМЕМА [гр. semaino ‘билдәләйем’] (Р: семема; И.: sememe; T.: anlambirimcik demeti) и.
һүҙҙең мәғәнәһен билдәләй торған иң бәләкәй берәмек; семалар йыйылмаһы.
□ Семема. Семеманы табыу. Семемаға булеу.
СЕМЕР (Р: подражание звуку «бр-рр»; И.: sound imitative word; T.: pürtük pürtük) оҡш.
Тәндә нимәлер йөрөгән һымаҡ булғанды йәки өшөгәндәге кеүек тән ҡалтырап киткәнде белдергән һүҙ; сымыр. □ Подражание звуку «бр-рр». Семер итеу. Тән семер итеп китте.
СЕМЕРҘӘҮ (семерҙә-) ҡ. ҡар. семерләү 1. ■ Кинйәһолтан еңгә йырға зерә оҫта ине, шуға ла уларҙы мәжлестән ҡалдырманылар, ул йырлағанда хатта тәнең семерҙәп китә. Б. Рафиҡов.
СЕМЕРЛӘТЕҮ (семерләт-) (Р: вызывать озноб, знобить; И.: make feel shivery; T: pürtük pürtük etmek, üşütmek) ҡ.
1. Семер иттереү, семер-семер килтереү.
□ Вызывать озноб, знобить. Ел тәнде семерләтә. ■ Рәшиҙә шишмә һыуы менән битен йыуҙы, һыуын тештәрен семерләткәнсе услап-услап йотто. 3. Ураҡсин. Арҡам буйлап һалҡын йугереп утте, семерләтте хатта йөрәкте. Ш. Бикҡол. Әйуптең арҡа-уҙәк буйҙарынан семерләтеп һалҡын сыға, уң аяғындағы яра урыны ғына өшөп, ойоп торғандай. Т. Ғарипова.
2. йөкм. ҡар. семерләү 2. понуд. от семерләү 2. Һыуҙы семерләтеп таш ырғытыу.
СЕМЕРЛӘҮ (семерлә-) (Р: чувствовать озноб, знобить; И.: feel shivers; T: pürtük pürtük olmak) ҡ.
1. Семер итеү, семер-семер килеү; сымырлау. □ Чувствовать озноб. ■ Дәрестән һуң, класс йыйылышы булаһын белгәс, Хәйҙәр менән Хатиптың тәндәре семерләп китте. Ф. Иҫәнғолов. Тән семерләп китте, ә ҡулдарым тотондолар ҡайраҡ таштарға. Ғ. Сәләм. Малайҙың [Ильястың] тәндәре семерләп китте, шулай ҙа ҡымшанманы, эсендәге ташҡынды тышҡа сығарманы. Н. Мусин.
2. Бызырлау. □ Шипеть. // Шипение (о кумысе, кислушке и т.п.). Ҡымыҙ семерләй. Бал семерләп ултыра.
СЕМЕР-СЕМЕР (Р: подражание ощущению мурашек на теле (при ознобе)’, И.: imitation of the creeps; T.: pürtük pürtük) оҡш.
Ҡабат-ҡабат семер иткәнде белдергән һүҙ. □ Подражание ощущению мурашек на теле (при ознобе). Уның тәне семер-семер итеп китте. Семер-семер итеу. Семер-семер килеу. ■ [Ғәлим:] һаумы, ҡәйнәм. Ҡымыҙ нисек булды? [Нәжибә:] Әлләсе, аяҡтарға тиклем семер-семер төшөп китте инде. И. Абдуллин.
СЕМЕСТР [лат. semestris ‘алты айлыҡ’] (Р: семестр; И.: semester; T: sömestr) и.
Юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында уҡыу йылының зачёт, имтихан биреү менән тамамланған яртыһы. □ Семестр (половина учебного года в вузах и ссузах). / Семестровый. Беренсе семестр. Семестр имтихандары. ■ Бишенсе курстар, һынауҙарҙан һуң ял итеп, алдағы семестрҙы башлап та ебәрҙе. Р Шәкүр. Уҡыу семестры бөтөп, хеҙмәт семестры башланды. Р. Солтангәрәев. Шунан Рәшиткә республика көньяғындағы райондарҙың береһенә йәйге хеҙмәт семестрына! Б. Рафиҡов.
СЕМЕСТРЛАП (Р: по семестрам; И.: by semesters; T.: sömestr ile) p.
488