СЕМИНАРИЯ
Бер сессиянан икенсе сессияға тиклем; ярты йыл һайын. □ По семестрам. Семестрлап уҡып имтихан биреу.
СЕМЕТЕҮ (семет-) (Р.: щипать кого-что', И.: pinch, tweak; T.: çimdiklemek) ҡ.
1. Бармаҡ остары менән ҡымтып тотоу. □ Щипать кого-что. ■ Әгәр уҙегеҙҙең тойғоларығыҙға тәрәнерәк утеп инһәгеҙ, тәуҙә сикәгеҙ тирәләй мотлаҡ семетеу һиҙәһегеҙ — бит ҡыҙара башлай, унан уңайһыҙланыу тойғоһо кисерәһегеҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010. Эшкә урынлашҡас та, Зәбир шул бәндәне өнәмәне. Йунләп һөйләшә лә белмәй бит. Һәр һуҙендә мыҫҡыл, төрттөрөп ҡалыу, ауыртҡан урындан семетеу. «Башҡортостан», 29 май 2013.
2. кусм. Ауыртыу, әсетеү тойғоһо барлыҡҡа килтереү. □ Щемить. ■ Егет [Хәйҙәр] хатта гармунын да Ҡарасәйҙә ҡалдырған. Быны иҫенә төшөргәс, Зифаның йөрәге семетеп ҡуйҙы. Ә. Бикчәнтәев. Шул саҡтағы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, Кинйәнең йөрәге семетеп-семетеп алды. Ғ. Ибраһимов.
3. кусм. Яндырып алыу, көйҙөрөү (ҡаты һыуыҡ). □ Жечь, щипать (о морозе). Һыуыҡ битте семетә. ■ Әкренләп, бит-ҡулдарҙы семетә-семетә, көҙгө һалҡындар башланды, оҙаҡламай ап-аҡ ҡырпаҡ та төштө. Б. Ноғоманов.
СЕМЕТКЕЛӘҮ (семеткелә-) (Р.: пощипывать кого-что; И.: nip, tweak; T.: çimdiklemek) ҡ.
1. Һирәк-Һаяҡ бармаҡ остары менән ҡымтып тотоу; ауыртыу, әсетеү тойғоһо барлыҡҡа килтереү. □ Пощипывать кого-что. ■ Заһиҙә әбей сырыштар сыймаҡлап уткән маңлайындағы тирен яулыҡ осо менән һыпырҙы, тәрән көрһөндө, ҡул һырты менән куҙен тызып алды, эйәген семеткеләне, тик Мәфрузәгә һаман аңлайышлы итеп яуап бирмәне. Н. Мусин.
2. кусм. Төрттөрөү, шаяртыу. □ Задевать словом, подкалывать, поддевать, уязвлять. ■ Улар [Нур, Шашнев] балға барғанда ла шулай бер-береһен ярым шаяртып, «семеткеләп», маҡташып барҙылар, өс йыл
бергә уҡып әйтелмәгән һуҙҙәрҙе әйтештеләр. И. Абдуллин.
СЕМИНАР [лат. seminarium] (Р: семинар; И.: seminar; T: seminer) и.
1. Юғары һәм урта профессиональ уҡыу йортонда студенттарҙың махсус бер фән буйынса төркөм менән үткәрелгән эше. □ Семинар (групповые занятия в вузах по какому-л. предмету, теме). Семинар дәресе. Семинар уткәреу. Семинарға әҙер-ләнеу. ■ Бындай хәл кеше ғумерендә бер генә тапҡыр була: дәрестәр, лекциялар, семинарҙар, йоҡоһоҙ төндәр — бөтәһе лә артта ҡалды. Ә. Бикчәнтәев. Беҙҙе танылған профессорҙар уҡытты, семинарҙарҙы мәшһур әҙиптәр алып барҙы. И. Абдуллин.
2. Квалификацияны, идея йәки сәйәси кимәлде күтәреү өсөн төркөм менән үткәрелгән махсус дәрес. □ Семинар (групповые занятия по повышению квалификации). Методик семинар. Теоретик семинар. Пропагандистар семинары. ■ Семинарҙа тикшергәндә Рәсул Ғамзатовтың талантлы шиғырҙары бөтәбеҙгә лә оҡшаны. М. Кәрим. Ул семинар-кәңәшмә бик ныҡ иҫтә ҡалды — көтөлмәгән кешеләр менән осрашып, көтөлмәгән мәғлумәттәр алдыҡ. Г. Ситдиҡова.
СЕМИНАРИСТ [рус.] (Р: семинарист; И.: seminarian; T.: papaz okulu öğrencisi) и.
1. тар. Семинария уҡыусыһы. □ Семинарист (учащийся семинарии). Н Ул [Әсәҙулла] балтаһын тумәренә сапты ла: «һөрәнләмә! Ниндәй урыҫ булһын, семинарист кейеме ул», — тип улы менән куреште. Ә. Әһлиуллин.
2. Семинарияла белем алған, уны тамамлаған кеше. □ Семинарист (выпускник семинарии). Семинаристар уҡыуҙарын тамамлап, эшкә таралдылар.
СЕМИНАРИЯ [лат. seminarium ‘нимәлер ултыртылған ер’] (Р: семинария; И.: training, college; divinity school; T.: pedagoji koleji) и.
i. тар. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә педагогик урта уҡыу йорто. □ Семинария (среднее педагогическое учебное заведе-
489