Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 57


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

п
П [пэ] (Р.: двадцать вторая буква башкирского алфавита; И.: the twenty secondth letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin yirmi ikinci harfi)
Башҡорт алфавитының егерме икенсе хәрефе, шартлаулы, һаңғырау, ике ирен тартынҡыһы. Ҙур (баш) хәреф — П, бәләкәй — п формаһында яҙыла. □ Двадцать вторая буква башкирского алфавита. П хәрефе. П-ны дөрөҫ итеп яҙыу. П-ны билдәләү.
ПА [рус. < фр. pas ‘аҙым’] (Р.: па; И.: pas, step; T.: adım) и.
Бейеүҙә айырым бер ритмик хәрәкәт. □ Па. Яцы па үҙләштереү. ■ Ул [Сәғиҙә], балет сәхнәһенә менеп, беренсе па яһауҙан уҡ, нисәмә йылдар буйы ошо изге сәғәтте көттө. Й. Солтанов.
ПАВИАН [рус. < нем. Pavian] (Р.: павиан; И.: baboon; T.: babun maymunu) и. зоол.
Оҙон томшоҡло, башы эт башына оҡшаған эре маймыл (башлыса Африкала һәм Ғәрәбстан ярымутрауында йәшәй). □ Павиан. / Павианий (лат. Papio). Инә павиан. Павиан балаһы. Павиан ҡойроғо. Зоопаркта павиан күреү.
ПАВИЛЬОН [рус. < фр. pavilion) (Р: павильон; И.: pavilion; T.: pavyon) и.
1. Еңел конструкциялы, ябыҡ түбәле ҙур булмаған ҡоролма. □ Павильон (небольшое строение лёгкой конструкции). Ҡытай павильоны. Павильонда ултырып ял итеү. Парктағы павильон. ■ Туҡталыштағы неон уттар балҡытҡан быяла павильон эсенә ингәс, улар [Зәлифә менән Белла] эскәмйәләге буш урынға ултырҙылар. М. Садиҡова.
2. Урамда һатыу итеү өсөн тәғәйенләнгән киоск. □ Павильон (предназначенный для торговли или других целей). Сәскә павильоны. ■ Бер ситтә тик мануфактуранан ғына павильон яһалған. С. Агиш. Сәскәләр һатыла торған павильон буп-буш тиерлек ине. М. Садиҡова.
3. Күргәҙмә бинаһы. □ Павильон (выставочный). / Павильонный. Күргәҙмә павильоны. Ауыл хужалығы павильоны. ■ Павильон залына ингәс, ул [Ишмырҙа Ишбул-дин] ҙур люстра күреп ғәжәпләнде һәм: «Бындағы лампочкалар, моғайын, бөтә Биш-былбыл ауылына етер ине», — тип уйланы. Ә. Бикчәнтәев. [Вьюгин:] Ауыл хужалығы иҡтисады павильоны директоры. Павильон ҙур ауырлыҡ менән барлыҡҡа килде. А. Абдуллин. Театр залында бер нисә шәреҡ павильоны асылып, унда ҡатнашыу өсөн ҡалабыҙҙың хосуси сауҙагәрҙәренә лә рөхсәт биреләсәк. С. Агиш.
4. Кино һәм фото төшөрөү өсөн махсус йыһазландырылған бина. □ Павильон (помещение, оборудованное для производства киносъёмки, фотосъёмки). Павильонда фильм төшөрөү. Кино павильоны урынлаштырыу.
5. Айырым түбәһе булған һарай (I) бинаһы. □ Павильон. Петергоф павильондары. Павильондағы реставрация эштәре.
6. Интерьерҙы һүрәтләгән театр декорацияһы. □ Павильон (театральная декорация на рамах, изображающая интерьер). Спектаклгә яцы павильон ҡороу. «Кыҙыл паша» спектакленец павильонын урынлаштырыу.
57