Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 58


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАВЛИН
ПАВЛИН [рус. < лат. Pavo Linnaeus] (Р.: павлин; И.: peacock; T.: tavus) и. зоол. ҡар. тауис.
Көнсығыш һиндостанда һәм Цейлон утрауында ҙур-ҙур туп булып, ҡырағай хәлдә йәшәй торған бик оҙон матур ҡойроҡло, башы суҡлы һылыу ҡош. □ Павлин. / Павлиний (лат. Pavo Linnaeus). Инә павлин. Павлин ҡойроғо. Павлин ҡауырһыны.
ПАГИНАЦИЯ [рус. < лат. pagina ‘бит’] (Р.: пагинация; И.: pagination; T.: pajinasyon) и. полигр.
Китап, ҡулъяҙма һ. б. биттәрен номерлау. □ Пагинация. Булектәрҙең пагинацияһы. Китап пагинацияһы. Литерлы пагинация.
ПАГОДА [рус. < порт. pagoda < санскр. бхагават ‘изге’ < ҡыт. бао-та ‘хазина башняһы (манараһы)’] (Р: пагода; И.: pagoda; Т.: pagoda) и.
Японияла, Ҡытайҙа һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә Будда динен тотоусыларҙың ғибәҙәт йорто. □ Пагода. Япония пагодалары. Пагода төҙөу. ■ [Белдекле — Нәғимәгә:] Бындай йорт пагода тип атала. Ҡытайҙа бар йорттарҙы ла ошо рәуешле төҙөйҙәр. Ә. Әминев. Ҡалмығстанда икәнлекте ҡытай пагодаларына оҡшаған дини ҡоролмалар, ҡала уҙәгендәге транспорт туҡталыштары ҡыйығының шул пагода формаһында булыуы ғына иҫкәртә. «Башҡортостан», 5 ғинуар 2012.
ПАДИШАҺ [фарс. (Р: падишах; И.: padishah\ T.: padişah) и. иҫк. ҡар. батша.
Дәүләт башындағы сикләнмәгән хоҡуҡлы юғары хаким. □ Падишах. Падишаһ фарманы. Падишаһ һарайы. Падишаһ булыу. ■ Йософ падишаһ атаһын саҡырып хат яҙып ебәргән булған. «Йософ менән Зөләйха». Падишаһ Сырлыбайҙы кусере итергә лә өгөтләп ҡараған икән, тик йөргөнсө, илемде һағыныуға сыҙай алмам тип, ҡайтып киткән. М. Кәрим. [Мөслим:] Үкенеп бөтә алмайым хәҙер: падишаһыма тоғролоҡ, оло турәләр фарманы тип, диндәштәремдең ҡанын туктем, йәнен ҡыйҙым. Ғ. Хөсәйенов.
ПАДРЕ [рус. < ит. < шт. padre ‘атай’] (Р: падре; И.: padre; T.: papaz) и. дини.
Католиктарҙың руханийы. □ Падре. Пад-реның вәғәздәре. Падре биргән өгөт-нәсихәт.
ПАЁК (паёгы) [рус.] (Р: паёк; И.: ration, allowance; T.: tayın) и. ҡар. өлөш.
Билдәләнгән норма менән билдәле ваҡытҡа кемгәлер бирелә торған аҙыҡ. □ Паёк. Ҡоро паёк. Паёк өләшеу. ■ Ҡайҙандыр алған ике әсмуха цейлон сәйе менән паёкка тейгән шәкәр ҡомонан башҡа әсәйемә сығарып бирерлек бер нәмәм дә юҡ. Ш. Янбаев. Колхоздарға аҙыҡ фонды буленде, эвакуацияланым килгән ғаиләләргә айлыҡ паёк фонды ла бер аҙ арттырылды. Ф. Әсәнов.
ПАЖ [рус. < фр. le page < гр. pais ‘бала, малай’] (Р: паж; И.: page; T.: paj) и. тар.
1. Урта быуаттарҙа монархҡа йәки оло түрәләргә хеҙмәт итеүсе йәш дворян. □ Паж. / Пажеский. Король пажы. Паж костюмы.
2. 1917 йылға тиклем Рәсәйҙә хәрби уҡыу йортонда уҡыған үҫмерҙәргә батша һарайында бирелгән махсус дәрәжә, исем. □ Паж. / Пажеский. Паж дәрәжәһен алыу.
3. Рәсәйҙә дворян балалары өсөн тәғәйенләнгән махсус хәрби уҡыу йорто тәрбиәләнеүсеһе. □ Паж (воспитанник пажеского корпуса). / Пажеский. Паж корпусы офицерҙары. ■ [Орлов] шунда [Петер-бургта] гимназия бөтөрә, унан паждар корпусында уҡый. Ә. Хәкимов.
ПАЗЫ (Р: конопля; И.: hemp; T.: kendir) и. диол.
Һабағынан — сүс, орлоғонан май алына торған тарбаҡай ботаҡлы бейек үлән һәм шунан алынған сүс; киндер. □ Конопля. Пазы майы. Пазы орлоғо. Пазы сәсеу.
ПАЗИГРАФИЯ [рус. < нем. < гр. pas ‘төрлө’ + graphö ‘яҙам’] (P: пазиграфия; И.: pasigraphy; T.: genel geçer yazım) и. махе.
Бөтә илдәр өсөн дә уртаҡ булған яҙыу тамғалары (ғәрәп һәм рим цифрҙары; нота билдәләре һ. б.). □ Пазиграфия. Музыка па-зиграфияһы. Пазиграфия принциптары.
ПАЙ [дөйөм төрки] (Р: пай; И.: pay, share; Т.: рау) и.
1. Дөйөм күләмдән бүлеп, кемгәлер тәғәйенләнгән өлөш. □ Пай. / Паевой. Пай алыу. Пай биреу. Пай өләшеу. ■ Куптәр уҙҙәренең
58