ПАКЕТ
өлөшөнә төшкән пай ерҙәрен ҡушты. Т Ғарипова.
2. Дөйөм бер эштә ҡатнашлыҡ итеү өсөн индерелгән өлөш (аҡса, һалынған хеҙмәт һ. б.). □ Пай. / Паевой. Инеү пайы. Кооператив пайы. К [Гәрәй:] Ҡалаға күсеп, Әхмәров ағай менән пайға кереп, магазин асып ебәрергә иҫәбем бар. Б. Бикбай. Хужалыҡ идаралығы ҡарары менән Холмогор һәм Һалҡын Шишмә ауылдарында йәшәүселәр ер пайҙары өсөн 3 центнер бойҙай, 5 литр көнбағыш майы ала. «Йәшлек», 1 июнь 2010.
ПАЙСЫ (Р.: пайщик; И.: shareholder; Т.: pay sahibi) и.
Пай индергән, өлөшкә ингән кеше. □ Пайщик. Пайсылар йыйылышы. Пайсылар ширҡәте. Пайсы булыу. ■ Хакимиәттәрҙең ерҙе дөйөм ҡулланыу өсөн пайсыларға биреү тураһында ҡарар сығарыуы була, һалым ошо көндән иҫәпләнә лә башлай. «Башҡортостан», 12 декабрь 2012.
ПАЙТӘХЕТ [фарс. (Р: столица; И.: capital; T.: paytaht) и. иҫк. кит. ҡар. баш ҡала.
Дәүләттең административ-сәйәси үҙәге.
□ Столица. Пайтәхеттәге ваҡиғалар. ■ Ташкент был көндәрҙә төрки халыҡтарының пайтәхетенә әүерелде. Р. Байымов. Күп нәмәне бышылдап ҡына һөйләйҙәр пайтәхеттә, ныҡ ышанған кешеләренә генә, унда ла уңға-һулға ҡарап алғас ҡына. Б. Рафиҡов. Урҙа пайтәхетенә мәғрибтән дә, мәшриҡтән дә, йәнүб менән шималдан да иҫәпһеҙ-һанһыҙ каруандар ағыла. Ә. Хәкимов.
ПАК [фарс. (Р: чистый; И.: clean; Т.: рак) с.
1. Бысраҡ теймәгән, бысрамаған; таҙа.
□ Чистый. Пак кейем. ■ [Әсәйем менән атайым:] Беребеҙ ҙә һөттән аҡ, һыуҙан пак түгелбеҙ бит. М. Ғафури. Зиннурҙың әсәһе, Кинйәбикә апай, ап-аҡ халат кейеп, саң да ҡунмаған аҡ яулыҡ сөйөп, пак ҡымыҙ бешә! Р. Низамов.
2. күсм. Боҙоҡ, насар теләктәр һәм эштәрҙән азат; рухи һәм әхлаҡи яҡтан таҙа.
□ Чистый, беспорочный. Пак күңелле. Пак намыҫлы. Пак ниәт. ■ [Хөрмәт:] Уларҙың [кешеләрҙең] яҡты йөҙөнә, һәттәй аҡ, һыу
ҙай пак күңеленә бер ниндәй ҙә кер төшмәҫкә тейеш кеүек. Яр. Вәлиев. Әллә гөнаһһыҙ са-быйлыҡ-сафлыҡ тарта үҙенә [Әйүпте], әллә шул пак йөҙҙән үҙенеңме, әсәһенеңме алыҫта ҡалған йөҙ һыҙаттарын эҙләй. Т. Ғарипова. • Ҡулың аҡ булһа, йөҙөң пак. Әйтем.
3. күсм. Алдыҡҡа, ялғанға ҡатышһыҙ; дөрөҫ юллы, хәләл. □ Чистый; честный, заработанный своим трудом. Пак мал. Пак байлыҡ. ■ Эй, тәкәббер бай! Бар малыңдан күпмеһе пак?.. Бир хәләленән хисап. М. Ғафури.
ПАКГАУЗ [рус. < нем. Packhaus] (Р.: пакгауз; И.: warehouse, storehouse; T.: antrepo) и. махе.
Тимер юл станцияһында, портта, таможняла һ. б. шундай ерҙә йөктө ҡыҫҡа ваҡытҡа һаҡлау склады. □ Пакгауз. / Пакгаузный. Тимер юл пакгаузы. Пакгауз урыны. ■ Үҙәк майҙандағы баҙар янында пакгауздар, войсковой канцелярия урынлашҡан, казармалар һалынған. Ғ. Ибраһимов. Буш торған пакгаузға ике йөҙләп эшсе йыйналды. А. Таһиров.
ПАКЕТ [рус. < фҫх paquet < нем. Pack] (Р: пакет; И.: parcel; package; packet; T.: paket) и.
1. Урап, төрөп ҡуйылған нәмә; төргәк. □ Пакет, свёрток. Бинт пакеты. Ҙур пакет. Пакеттан алыу. ■ Матросов, махсус пакетын йыртып, дуҫының яраһын бәйләне. Ә. Бикчәнтәев. Зариф, үҙенең индивидуаль пакетын һүтеп, мамыҡ алды ла, уны еүешләп, ҡыҙҙың танауын, ҡолаҡтарын, ауыҙын һөртә башланы. Ғ. Аллаяров. Әлфиә, .. индивидуаль пакет алып, күренер-күренмәҫлек еп осон тешләп тартты, махсус состав менән эшкәртелгән кожух шытырлап йыртылды. И. Абдуллин.
2. Нимәлер һалыу өсөн яһалған ҡағыҙ йәки полиэтилен тоҡсай. □ Пакет. Пакеттағы һөт. Пакетҡа һалыу. Кәнфитте пакетҡа тултырыу. ■ Һыуыҡ ҡыҙартыуҙан тағы ла матурыраҡ булып күренгән игеҙәктәр, шыршы күтәргән Әбүбәкер, пакеттар тотҡан Дауыт килеп инде. Т. Ғарипова.
3. Рәсми йөкмәткеле хат йәки ҡағыҙ һалынған конверт. □ Пакет. Мисәтле пакет.
59