ПАКИЗӘ
Пакет тапшырыу. Йәшерен пакет. ■ [Бикбулат — Сәлихкә:] Мин әле юл ыңғайында Александровка ауылында Новичковҡа инеп сыҡтым, уға канткомдан бер пакет бар ине, шуны бирҙем. С. Агиш. Мәскәү тиклем Мәскәүҙән килгән пакетты Мөжипов ҙур тулҡынланыу менән асып ебәрҙе. Д. Исламов. Кенәз Волконский ҡулына алған пакетты уҡыманы. Я. Хамматов.
4. Рәсми ҡағыҙҙар, документтар йыйылмаһы. □ Пакет. Закондар пакеты. Тәҡдимдәр пакеты. Акциялар пакеты. Л һуңынан был рөхсәт ҡағыҙын документтар пакеты менән дәүләт теркәүенә килтереү мотлаҡ. «Көнгәк», 13 декабрь 2013.
ПАКИЗӘ [фарс. <>3£Ь] (Р.: опрятный, аккуратный; И.: neat, tidy; Т.: pak) и. иҫк. кит. ҡар. бөхтә.
1. Таҙа, матур күренешле (кейемгә ҡарата). □ Опрятный, аккуратный (об одежде). Пакизә кейемле. Пакизә күлдәк. Пакизә салбар.
2. күсм. Саф, пак (2). □ Чистый, беспорочный.
ПАКЛАНЫУ (паклан-) (Р: очищаться;
И.: get clear; T: paklanmak) ҡ.
1. Пакка әйләнеү, пак булыу; таҙарыу. □ Очищаться. // Очищение. Һыу паклана. ■ [Ғәлиулла — Вәхиткә:] Кырҡ биҙрә һыу тү -гелгәндә, ҡоҙоҡ паклана булһа кәрәк, хәҙрәт. Ғ. Хәйри. Йәшел ҡырҙар китһен пакланып, ашлыҡтарым үҫһен шатланып! Д. Юлтый.
2. күсм. Кире хис-тойғоларҙан, буталсыҡ уйҙарҙан, ауыр тәьҫораттарҙан арыныу; аҡланыу. □ Очищаться. // Очищение. Күңел паклана. ■ Әммә кәләш ҡуйыны уны [Бәҙерғолдо] тамам иретеп, .. күңел юшҡындарын да йыуып алып киткәндәй итте. Әйтерһең, аҡланып, пакланып ҡалды. Ғ. Хөсәйенов.
ПАКЛАУ (пакла-) (Р: очищать; И.: clean; clear; T: paklamak) ҡ.
1. Пак итеү; таҙартыу. □ Очищать кого, что. // Очищение. Тәнде паклау. ■ [Шағирәләр], .. Фәһимдәрҙең тыуған яғының көмөштәй саф һыулы йылғаларында ҡойоноп, тәндәрен пакланы, йәндәрен сафланы. И. Ғиззәтуллин. Ғосам улар [таштар]
янындағы йырындарҙан ағыусы һыуҙы пакланы, изге утты тоҡандырып, күмәк кеше ҡатнашлығында ғибәҙәт ҡылып, яңы ҡоромдарҙы фатихаланы. Б. Рафиҡов.
2. күсм. Эске боҙоҡлоҡ, етешһеҙлектәрҙән арындырыу; ағартыу. □ Очищать кого, что. // Очищение. Күңелде паклау. ■ Иң әүәл паклау кәрәк эстең керен, эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен. М. Аҡмулла.
ПАКЛЫҠ (паклығы) (Р: чистота; И.: cleanness; purity; T.: paklık) и.
1. Бысраҡ теймәгән, бысрамаған хәл; таҙалыҡ. □ Чистота, опрятность, чистоплотность. Паклыҡҡа ынтылыу. ■ Эре һайлам ҡарағайҙарҙан буралған алты мөйөшлө ике бүлем мәҙрәсәһе бөхтәлеге, паклығы менән дә күңелдәрҙе арбарлыҡ. Ғ. Хөсәйенов. • Паклыҡ һөйгән һау булыр. Мәҡәл.
2. күсм. Рухи һәм әхлаҡи яҡтан таҙа хәл; боҙоҡ, насар теләк һәм эштәрҙән азат хәл; сафлыҡ. □ Чистота, честность, чистоплотность. Уйҙар паклығы. Намыҫ паклығы. ■ Йәш бала — сафлыҡ һәм паклыҡ аллаһы — сәпелдәтеп-сәпелдәтеп әсәһенең күкрәген имә. Ф. Әсәнов. [Сәсәндең] күңел паклығын һаҡлай алыуы, намыҫын юймауы һоҡланырлыҡ. Ғ. Ибраһимов.
ПАКТ [рус. < лат. pactum] (Р.: пакт; И.: pact; treaty; T.: pakt) и.
Ҙур сәйәси әһәмиәткә эйә булған халыҡ-ара килешеү. □ Пакт. Үҙ-ара ярҙам тураһында пакт. Һөжүм итешмәү тураһында пакт. Пакт төҙөү. ■ Күсәрбаев, ҡулдары менән дә һелтәнгеләп, һуңғы ваҡытта Рәсәй менән Германия араһында мөнәсәбәттәрҙең арыуланыуы, үҙ-ара һөжүм итешмәү пакты төҙөлөү тураһында һөйләп китте. Д. Исламов.
ПАКУС [рус. покос] (Р: покос; И.: mowing (ground); T.: tırpanla biçilmiş ekin yığını) u. диол. ҡар. ҡайырым.
Сабылған бесән йәки иген теҙеме. □ Покос. Пакус башы. Биш пакус сабып алыу. ■ Уның [Ғәлимә апайҙың] пакустан бесән йыйып, кәбән ҡойған ваҡыттағы шат йөрөүҙәре әле лә күҙ алдымда тора. М. Ғафури.
60