ПАЛАТАЛЬ
ПАЛАҠ (палағы) (Р.: прусак; И.: German cockroach; T.: hamam böceği) и. диал. ҡар. һары тараҡан. Палаҡтар үрсегән. Палаҡ-тарға ағыу һалыу.
ПАЛАН (Р: калина; И.: arrowwood; Т.: kartopu) и. диал.
Аҡ сәскә атып, ваҡ ҡына әсе ҡыҙыл емеш бирә торған ҡыуаҡ; балан. □ Калина. / Калиновый (лат. Viburnum). Палан сәскәһе. Палан тәлгәше. Палан ултыртыу.
ПАЛАНТИН [рус. < fyp.palantine] (Р: палантин; И.: palatine; T.: palantin) и.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яурынды ҡаплай торған, төрлө оҙонлоҡтағы дүрткел шарфы. □ Палантин. Бәрхәт палантин. Ҡиммәтле тиренән палантин. Палантин бәйләү.
ПАЛАТА [рус. < лат. palatium] (Р: палата; И.: board; ward; T.: koğuş) и.
1. Дауаханала йәки башҡа дауаланыу, ял итеү йортонда дауаланыусылар, ял итеүселәр ята торған бүлмә. □ Палата (в лечебных и оздоровительных заведениях). / Палатный. Ике кешелек палата. Туләуле палата. Палатаға урынлашыу. ■ Палаталарҙан яралыларҙың ыңғы-рашыуҙары, ауыр йоҡо аралаш һаташыу-ҙары ишетелеп торҙо. 3. Биишева. Палата ишектәре асыҡ, һирәк-һаяҡ ауырыуҙар йөрөй. М. Ғиләжев. Палаталарҙа төндә лә йоҡо юҡ. Ш. Янбаев.
2. Ҡайһы бер илдәрҙә закон сығара торған һайлаулы органдар йәки уларҙың айырым өлөштәренең исеме. □ Палата. / Палатный. Юғары палата. Лордтар палатаһы. Палата ултырышы үткәреү. ■ Батшабикә илселәрҙе Кремлдә Сенат палатаһында ҡабул иткәндә Таймаҫты танып һуҙ ҡушҡан, убергә ҡулын биргән, тип тә һөйләнеләр һуңынан. Б. Рафиҡов.
3. Ҡайһы бер дәүләт учреждениелары исеме. □ Палата. / Палатный. Иҫәп-хисап палатаһы. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы. Ауди-торҙар палатаһы. ■ Аҡмулланың төрмәлә ултырыуына теуәл дурт йыл тулғас, уны уҙ булмәһенә саҡырған турә суд палатаһының ҡарарын белдерҙе. Я. Хамматов. Китап палатаһы илебеҙҙә берҙән-бер дәүләт ғилми-
библиография һәм статистика үҙәге һанала. «Йәшлек», 16 декабрь 2008.
4. тар. Матур итеп биҙәлгән һарай залы; бик бай итеп йыһазландырылған йорт. □ Палата. / Палатный. Батша палатаһы. Баяр палатаһы. Ҡорал палатаһы. ■ Зиннәтле һарайҙарға, Кремлдәге ғәжәйеп палаталарға, сиркәү саң-соңдарына, шунса ихтифал комиссия йыйынына иҫтәре китте башта башҡорт депутаттарының. Ғ. Хөсәйенов.
ПАЛАТАЛИЗАЦИЯ [рус. < лат. palatum ‘аңҡау’] (Р: палатализация; И.: palatalisation; T.: damaksıllaşma) и. лингв.
Тел уртаһының, төп артикуляцияға өҫтәлмә рәүештә, ҡаты аңҡауға күтәрелеүенән ҡайһы бер тартынҡы өндәрҙең нәҙегәйтеп әйтелеше. □ Палатализация. Палатализация күренеше. Рус телендәге палатализация. ■ Хәҙерге башҡорт телендә һүҙьяһалыштың түбәндәге ысулдары бар: ^фонетик ысул (һүҙҙә айырым өндәрҙең төшөп ҡалыуы, өндәрҙең сиратлашыуы, баҫым күсеүе, нигеҙҙең палатализацияһы (нес-кәреуе); 2) яһаусы ялғауҙар ярҙамында яһалыу (тимер+се, йәй+мә) һ. б. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 1, 2010.
ПАЛАТАЛЛӘШЕҮ (палаталләш-) (Р: палатализоваться; И.: palatalize; T: damaksıllaşmak) ҡ. лингв.
Нәҙек әйтелеү, палаталгә әйләнеү. □ Палатализоваться. // Палатализация. Пала-талләшкән өндәр.
П АЛ АТАЛ ЛӘШТЕРЕ Ү (палаталләш-тер-) (Р: палатализовать; И.: palatalize; Т: damaksıllaştırmak) и. лингв.
Нәҙек әйтеү, палаталгә әйләндереү. □ Палатализовать, палатализировать. // Палатализация. Тартынҡыны палаталләш-тереу.
ПАЛАТАЛЬ (Р: палатальный; И.: palatal; T.: damaksıl) с. лингв.
Нәҙек әйтелешле (тартынҡы өндәр тураһында). □ Палатальный (о согласных звуках). Палаталь өндәр. Палаталь тартынҡылар. Тартынҡыларҙың палаталь һәм веляр варианттары.
61