ПАЛАТКА
ПАЛАТКА [рус.] (Р.: палатка; И.: tent; booth; T.: çadır) и.
1. Һыу үткәрмәй торған беше туҡыманан йәки кейеҙҙән, тиренән ҡаҙыҡтарға тарттырып киреп, елдән, ямғырҙан ышыҡланыу, ваҡытлыса тороу өсөн эшләнгән еңел ҡоролма; сатыр. □ Палатка. / Палаточный. Ике урынлы палатка. Палаткалар ҡаласығы. ■ [Миңлеғужалар] палаткалар ҡорорға урын һайлай торғас, күмәкләшеп бер бәләкәй генә аҡланда туҡтанылар. Р. Байбулатов. Был ваҡыт Великорецкий, ҡояштан ҡасып, палатка күләгәһендә ултыра ине. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ваҡ-төйәк һата торған еңел ҡоролма. □ Палатка, ларёк. Сауҙа палаткаһы. Һатыу итеү палаткаһы. Емеш-еләк палаткаһы. ■ Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы эргәһендәге яланда үткән әлеге һабантуйҙа ла эреле-ваҡлы сауҙа палаткалары күҙ күреме ерҙә әллә нисә рәт булып теҙелеп киткәйне. «Башҡортостан», 11 июнь 2014.
ПАЛАУ НИК [рус. половник] (Р: половник; И.: ladle; soup ladle; T.: kepçe) и. диал. ҡар. аш сүмесе. Ағас палауник. Итте палау-ник менән һоҫоп алыу. Туртаны палауник менән алыу.
ПАЛАЧ [рус.] (Р: палач; И.: executioner, hangman, butcher; T.: cellat) и. ҡар. йәлләт.
1. Үлем хөкөмөн башҡара, тән язаһы бирә торған кеше; башкиҫәр. □ Палач. Палач балтаһы. Урта быуаттарҙа палач вазифаһы. Ҡан эскес палач. ■ Палач ломды тағы бер тапҡыр утҡа тығып алды ла ашығып ҡорбанына йүнәлтте. М. Ғиләжев. Ҡәрәштә егет һәләк булған. Ташлағандар уны палачҡа. 3. Биишева. Батырҙарҙы палач дарға аҫҡан, яугирҙарҙың киҫкән ҡолаҡтарын, телен киҫкән күпме сәсәндең. Р. Бикбаев.
2. Йәбер-золом итеүсе, залим. □ Деспот, мучитель, притеснитель. ■ Партизандарҙың яҡынлығынан ҡурҡҡан палачтар ашыҡты. С. Шәрипов. Тере көйгә күмә ергә йәш бала һәм ҡарттарҙы, яуызлыҡҡа ирек ҡуймай туҡтатырбыҙ палачтарҙы. Бәйеттән.
ПАЛЕО... [рус. < гр. palaios ‘боронғо’] Р: палео; И.: Paleo; Т: paleo)
һүҙҙәрҙең боронғолоҡто белдергән тәүге өлөшө. □ Палео... (часть сложных слов, указывающая на связь с древностью). Палеоген. Палеобиология.
ПАЛЕОАЗИАТ ТЕЛДӘР (Р: палеоазиатские языки; И.: Paleo-Siberian languages; Т.: Paleo-Asya dilleri) и.
Көнсығыш Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта йәшәгән аҙ һанлы халыҡтар телдәренең дөйөм исеме (чукот, коряк, кет һ. б. телдәр). □ Палеоазиатские языки. Палеоазиат телдәрен өйрәнеү. Чукот теле палеоазиат телдәр төркөмөнә ҡарай.
ПАЛЕОАЗИАТ ХАЛЫҠТАР (Р: палеоазиатские народы; И.: Paleosiberian; T.: PaleoAsya halkları) u.
Сығышы һәм теле буйынса бер-береһе-нән айырмаһы булған төньяҡтағы бер нисә ваҡ халыҡтың (чукот, коряк, юкагир, нивх һ. б.) шартлы исеме. □ Палеоазиатские народы. Себерҙең палеоазиат халыҡтары. Палеоазиат халыҡтарҙың килеп сығышы.
ПАЛЕОАНТРОПОЛОГИЯ [рус. < гр. palaios ‘боронғо’ + anthropos ‘кеше’ + logos ‘фән’| (Р: палеоантропология; И.: palaeoanthropology; T.: paleoantropoloji) и.
Антропологияның иң боронғо кешене өйрәнеүсе бүлеге. □ Палеоантропология. Палеоантропология бүлеге. Палеоантропология менән ҡыҙыҡһыныу.
ПАЛЕОБОТАНИКА [рус. < гр. palaios ‘боронғо’ + botanikos ‘үҫемлектәргә ҡағылышлы’] (Р: палеоботаника; И.: paleobotany; T.: paleobotanik) и.
Палеонтологияның ҡаҙылдыҡ үҫемлектәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. □ Палеоботаника. Палеоботаника менән ҡыҙыҡһыныу. Палеоботаника буйынса белгес. Палеоботаника тармағы.
ПАЛЕОГРАФ [рус.] (Р: палеограф; И.: paleographer; T.: paleograf) и.
Палеография буйынса белгес; боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеүсе белгес. □ Палеограф. Танылған палеограф. Палеограф булып эшләү. Палеографтар кәңәшмәһе.
ПАЛЕОГРАФИК (Р: палеографический; И.: palaeographic; T.: paleografi) с.
62