Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 63


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАЛИНДРОМ
Палеографияға мөнәсәбәтле. □ Палеографический. Палеографик анализ. Палеографик сығанаҡтар. Палеографик ысул ҡулланыу.
ПАЛЕОГРАФИЯ [рус. < гр. palaios ‘боронғо’ + graphö ‘яҙам’] (Р.: палеография; И.: palaeography; T: paleografi) и.
Яҙманың тарихын, уның яҙыу ысулын, шулай уҡ боронғо яҙма ҡомартҡылар тыуҙырыу тарихын өйрәнә торған фән. □ Палеография. / Палеографический. Латин палеографияһы. Палеография фәне. Боронғо төрки яҙмаларының палеографияһы. Палеография музейы.
ПАЛЕОЗОЙ [рус. < гр. palaios ‘боронғо’ + гдё ‘тормош’] (Р.: палеозой; И.: Palaeozoic; T.: Paleozoik Birinci Gağı) и.
Ерҙең геологик тарихында мезозой дәүеренән алда булған боронғо дәүер. □ Палеозой. / Палеозойский. Палеозой дәуе-рен өйрәнеу. ■ Бында [йылғаның таулы өлошөндә] башлыса рифей һәм палеозой осоронда барлыҡҡа килгән кварц, ҡом, эзбиз, сланец тоҡомдары өҫтөнлөк итә. М. Хужин. Тик 200—250 миллион йыл элек кенә, палеозой эраһының аҙағында, улар [Азия менән Европа], төкәшеп, ҡушылған. «Йәшлек», 12 август 2008.
ПАЛЕОЛИТ [рус. < гр. palaios ‘боронғо’ + lithos ‘таш’] (Р: палеолит; И.: Paleolithic; T.: Eski Taş Çağı) и. археол.
Кешелек тарихында 2,6 миллион йыл элек башланған һәм беҙҙең эраға тиклем 10 мең йыллыҡҡаса дауам иткән дәүер; таш быуаттың иң боронғо осоро. □ Палеолит. / Палеолитический. Палеолит дәуере. Юғары палеолит. Тубәнге палеолит. Палеолит мәмерйәһе. ■ Билдәле ғалимдарҙың тикше-реуҙәре боронғо таш быуат (палеолит) дәуерендә ук кешеләрҙең календарь төҙөгәнен раҫлай. «Башҡортостан», 16 февраль 2013.
ПАЛЕОНТОЛОГ [рус.] (Р: палеонтолог; И.: palaeontologist; T.: paleontolog) и.
Палеонтология буйынса белгес. □ Палеонтолог. Билдәле палеонтолог сығышы. Палеонтолог табышы. ■ Был китап та, ..физиктар, химиктар, палеонтологтар менән
әңгәмәләшә алырлыҡ белеме булыуҙы талап иткәнлектән, Емештән ай кеуек алыҫ тора ине. 3. Биишева.
ПАЛЕОНТОЛОГИК (Р: палеонтологический; И.: palaeontological; T.: paleonto-lojik) с.
Палеонтологияға мөнәсәбәтле. □ Палеонтологический. Палеонтологик атлас. Палеонтологик журнал. Палеонтологик материал.
ПАЛЕОНТОЛОГИЯ [рус. < гр. palaios ‘боронғо’ + on, ontos ‘үҙ айыш’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: палеонтология; И.: paleontology; T.: paleontoloji) и.
Боронғо ҡаҙылдыҡ хайуан һәм үҫемлектәрҙе өйрәнә торған фән. □ Палеонтология. Палеонтология буйынса тикшеренеуҙәр. ■ Слётта ҡатнашыусылар, программаға ярашлы геологик маршрутҡа сығып, минералогия һәм петрография, палеонтология, радиометрия һәм гидрометрия буйынса көс алышты. «Йәшлек», 1 август 2009.
ПАЛЕСТИН [рус. < ғәр. (Р: палестинец; И.: Palestinian; T.: Filistinli) и. этн. ҡар. фәләстин.
Палестинаның ғәрәптәрҙән торған халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Палестинец. / Палестинский. Палестин ир-аты. Палестин теле. Палестиндарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре.
ПАЛЕТА [рус. < фр. palette] (Р: палета; И.: palette; T.: palet) и.
1. Сәғәттәге анкерлы ырғаҡ. □ Палета (деталь часового механизма). Палетаға нығытылған ҡулайлама.
2. Йөктө һаҡлау, механик рәүештә күсереп йөрөтөү өсөн ҡулайлаштырылған, ҙур йөк һыйырлыҡ урыны һәм ҡаты майҙансығы булған транспорт тараһы. □ Палета, поддон. Ағас палета. Тимер палета. Палетаға тейәлгән кирбес.
ПАЛИНДРОМ [рус. < гр. palin + dromos ‘кирегә хәрәкәт итеүсе’] (Р: палиндром; И.: palindrome; T.: tersinden de aynı şekilde okunabilen kelime, cümle veya mısra) u.
Уңдан һулға уҡығанда ла мәғәнә аңлатҡан һүҙ йәки һүҙбәйләнеш (мәҫәлән, ҡабаҡ (ҡабаҡ), сос (сос), тоҡ (ҡот), атыш (шыта).
63