Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 64


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАЛИТРА
□ Палиндром. Әҫәрҙә палиндромдың йыш ҡулланылышы. Магик мәғәнәгә эйә булған палиндромдар. Палиндромдарҙы лингвистик күҙлектән өйрәнеү.
ПАЛИТРА [рус. < фр. palette] (Р.: палитра; И.: palette; pallet; T.: palet) и.
1. Һүрәт төшөргәндә буяуҙы алып-һалып тороу өсөн ҡулланылған йоҡа түңәрәк йәки дүрткел таҡта. □ Палитра. Буяу палитраһы. Палитраға буяу һалыу.
2. Айырым һүрәттә, рәссамдың ижадында ҡулланылған буяуҙар ҡушылмаһы.
□ Палитра. Палитраһы бай рәссам. ■ Нимә ул композиция, пейзаж, эскиз, палитра, силуэт, паспарту, натюрморт? Шуларҙы ул [Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина] .. балаларға ябай итеп ацлата. «Башҡортостан», 12 июль 2012.
3. күсм. Композитор, яҙыусы, артист һ. б. ижадындағы төрлө тасуири сара. □ Палитра. Артистың сәхнә палитраһы. Яҙыусының ижади палитраһы. ■ Шәхес ни тиклем тәрәнерәк, күп ҡырлыраҡ, актёр палитраһы ла шунса киңерәк. Р. Камал. Ул [Арыҫлан Мөбәрәков], .. театрыбыҙҙың юғары үҫеш кимәлен, ижад палитраһының классик дәрәжәһен күрһәтеп, баш ҡала тамашасыһын ҡыуандыра. «Йәшлек», 4 декабрь 2008.
ПАЛЛАДИЙ [рус. < лат. palladium] (Р: палладий; И.: palladium; T.: paladyum) и. хим.
Көмөш һымаҡ аҡ металл, химик элемент (водородты бик күп күләмдә йотоу ы менән айырыла). □ Палладий. Хлорлы палладий. Цианлы палладий. Палладийҙы ҡулланыу.
ПАЛТУС [рус. < caaM.pâ/des] (Р: палтус; И.: halibut; Т.: halibut) и. зоол.
Камбалалар төркөмөнә ҡараған төньяҡ диңгеҙ балығы. □ Палтус (лат. Hippoglossus). Палтусты бешереү рецептары. Ыҫланған палтус. Палтус тотоу. Палтустар Тымыҡ һәм Атлантик океандың төньяҡ өлөшөндә таралған.
ПАЛУБА [рус.] (Р: палуба; И.: deck; Т.: güverte) и.
Караптың буйҙан-буй терәктәргә беркетеп йәйелгән иҙәне. □ Палуба. / Палубный. Палубаға сығыу. Аҫҡы палубаға төшөү. Урта
палуба. Палуба командаһы. ■ Ишбулды, үрге палубаға күтәрелгәс тә, ҡарашы менән Надяны эҙләне. Ғ. Аллаяров. Фрегатта янғын көсәйә барҙы, палуба халыҡ менән тулды. Б. Рафиҡов. Сәғиҙә палубала баҫып тора ине. М. Тажи.
ПАЛЫҠСЫ (Р: большой крохаль; И.: goosander; T: büyük tarakdiş) и. зоол. диал. ҡар. беле.
Сыйылдап оса торған ҡыҙғылт башлы күгелйем өйрәк. □ Большой крохаль (лат. Mergus merganser). Палыҡсы йомортҡаһы. Палыҡсылар таралған урындар.
ПАЛЬМА [рус. < nzx.palma ‘ус’] (Р: пальма; И.: palm tree; T: palmiye, hurma) и. бот.
Оҙон зифа олонло, иң осонда өлпөләнеп торған эре ҡауырһын япраҡлы мәңге йәшел көньяҡ ағасы. □ Пальма. / Пальмовый (лат. Arecaceae, Palmae, Palmaceae). Банан пальмаһы. Хөрмә пальмаһы. Пальма ботағы. Пальма сүсе. Пальма үҫтереү. ■ Пальма ағастары аҫтында сәскәле аллеялар. И. Насыри. Самолёт уны [Асияны] Өфөнән өс сәғәт тә тулмаҫтан зәңгәр һыулы Ҡара диңгеҙ ярындағы ҡыш көндәрендә лә күкрәп ултырған зифа буйлы йәшел кипарис һәм пальмалар эргәһенә илтеп тә еткерҙе. М. Садиҡова.
♦ Пальма ботағы тыныслыҡ билдәһе. □ Пальмовая ветвь (символ мира и спокойствия). ■ Бына ул — күккә күтәрелгән ҡулдары менән пальма ботағы тотҡан мөһабәт Әсә. И. Абдуллин.
ПАЛЬМА МАЙЫ (Р: пальмовое масло; И.: palm-oil; T.: palm yağı) и.
Май пальмаһы емештәренең итле өлөшөнән һығып алынған үҫемлек майы. □ Пальмовое масло. ■ Тиҙ бешә торған картуф крахмал, он, пальма майы һәм соданан тора. «Киске Өфө», № 24, 2009.
ПАЛЬМИРА [рус. < лат. palmae] (Р: пальмира; И.: palmyra; T: inşaatta kullanılan bir palmiye türü) и.
1. бот. Азияла үҫкән пальманың төҙөлөштә ҡулланылған төрө. □ Пальмира (лат. Borassus flabellifer). Пальмираның оҙонлоғо 20 метрға етә.
64