ПАНАМА
2. полигр. Ваҡ шрифт төрө. □ Пальмира (вид шрифта). Пальмира менән баҫыу.
ПАЛЬПАЦИЯ [рус. < лат. palpatio ‘ҡапшау’] (Р.: пальпация; И.: palpation; T.: hastanın organını parmakla muayene yapma) и. мед.
Ауырыуҙы ҡапшап, һыпырып, һыйпап ҡарап тикшереү ысулы. □ Пальпация. Тәрән пальпация. Калҡан биҙен пальпация ысулы менән тикшереү.
ПАЛЬТО [рус. < фр. paletot] (Р.: пальто; И.: coat, overcoat; top coat; T: manto) и.
Сабыуы, ғәҙәттә, тубыҡтан түбән булып, күлдәк, костюм һ. б. өҫтөнән һалҡында урамда кейә торған йылы өҫ кейеме. □ Пальто. / Пальтовый. Кышҡы пальто. Балалар пальтоһы. Кун пальто. Пальто материалы. ■ Илдар, пальтоһын йәһәт кенә кейеп, магазин янында элеүле торған почта йәшнигенә ҡарай йугерҙе. Р. Байбулатов. Наилә пальтоһын сисеп элде, ултырғысын оҫтәл янына тартып килтерҙе. Р. Солтангәрәев. Кейгән пальтоһын сисеп, Ваһапов өҫтәл артына ултырҙы. Я. Хамматов.
ПАЛЬТОЛЫҠI (Р: предназначенный на пошив пальто; И.: stuff for making coats; T.: paltoluk) с.
Пальто тегеү өсөн тәғәйен йәки пальтоға етерлек. □ Предназначенный на пошив пальто. Пальтолыҡ туҡыма. Пальтолыҡ драп.
ПАЛЬТОЛЫҠ II (пальтолығы) (Р: отрез на пальто; И.: coating cloth; T.: paltoluk kumaş) и.
Пальто өсөн билдәләнгән тауар. □ Отрез на пальто. Пальтолыҡ һатып алыу.
ПАМФЛЕТ [рус. < ингл. pamphlet] (Р: памфлет; И.: pamphlet; T.: yergi) и. әҙ.
Йәмғиәт тормошондағы хәл-ваҡиғанан йәки айырым кешенән социаль-сәйәси йәһәттән бик әсе көлөп яҙылған публицистик әҫәр. □ Памфлет. / Памфлетный. Памфлет яҙыу. Памфлет жанры. Памфлет сығарыу. ■ Шәһит Хоҙайбирҙиндең .. уткер мәҡәләләре, Булат Ишемғоловтыц памфлеттары һәм фельетондары, Төхфәт Йәнәбиҙең очерктары, Шәйехзада Бабичтың осҡон сәсрәтеүсе шиғырҙары .. ана шул публицистика менән
нәфис әҙәбиәтте уҙ артынан эйәртте. «Башҡортостан», 14 март 2012.
ПАМФЛЕТСЫ (Р: памфлетист; И.: pamphleteer; T.: yergici) и.
Памфлет яҙыусы, памфлет авторы. □ Памфлетист. Памфлетсылар йыйылышы. Памфлетсылар йыйынтығы.
ПАН I [рус. < пол. pan] (Р: пан; И.: pan; Т.: pan) и.
1. тар. Иҫке Полыпала, Литвала һәм революцияға тиклемге Украинала һәм Бело-руссияла алпауыт. □ Пан. / Панский. Панға эшләү. Пан ерҙәре. ■ Польша пандарының елкәһендә лә уйнаған уның [Бәхтиәрҙең] ҡылысы. И. Ғиззәтуллин. [Кусимов:] 1920 йылдың йәйендә беҙгә ҡаршы һуғыш асҡан Польша пандарын Украинанан ҡыуған саҡта, бөгөнгө һуғышсыларҙың аталары .. уҙ толпарҙары менән ошо уҡ Днепр йылғаһын кисеп үткән. Р. Өмөтбаев.
2. Польшала, Чехословакияла, Литвала ир кешене, етәксене ихтирам итеп өндәшеү һүҙе. □ Пан. ■ Рәсүл, мәктәптең тимер ҡоймаһы янында Азаматтың сыҡҡанын көтә-көтә, серле пан директор хаҡында баш ватты. Р. Байбулатов. Эльза: «Яҡшы, пан начальник!» — тип ҡаштарын һикертеп алала, мисәт-штамптарҙы өҫтәл тумбочкаһына һалып, асҡысты ике рәт бороп бикләп ҡуя. И. Абдуллин.
ПАН... II [рус. < гр. pan ‘бөтәһе’] (Р: пан...; И.: pan...; Т.: pan) альялғау.
Ҡушма һүҙҙәрҙең «бөтәһен дә үҙ эсенә ала торған» мәғәнәһен белдергән беренсе өлөшө (мәҫәлән, панамериканизм). □ Пан... (часть сложных слов, означающая «относящийся ко всему», «охватывающий всё»). Панславизм идеялары.
ПАНАМА [рус. < фр. panama] (Р: панама; И.: Panama (hat)\ T.: panama) и.
1. Киң тирәсле йәйге йоҡа баш кейеме. □ Панама. Йәшел панама. Н Юбкаһы өҫтөнән гимнастёрка кейеп, панамаһын ҡырын һалған ҡатын арбанан төштө лә алдағы йәйәүлеләргә барып ҡушылды. А. Таһиров. [Фәйрүзәнең]ҡулында полиэтилен күнәк, башында сит-ситтәре суҡлы панама, аяғында йомшаҡ табанлы үзбәк калушы. Д. Бүләков.
3- 1.0072.15
65