Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 66


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАНАРИЦИЙ
2. Балалар өсөн туҡыманан тегелгән баш кейеме. □ Панама (для детей). Балалар панамаһы. Балаға панама кейҙереү.
ПАНАРИЦИЙ [рус. < лат. panaritium] (Р.: панариций; И.: whitlow; Т.: panaris) и.
1. мед. ҡар. йыланҡараҡ I. Бармаҡ осо туҡымаһына сыҡҡан эренле шешек. □ Панариций. Тире панарицийы. Тырнаҡ шәбеһе панарицийы. Тырнаҡ аҫты панарицийы.
2. вет. Һыйыр малдарында була торған тояҡ ауырыуы. □ Панариций. Панариций йонсотоу.
ПАНАЦЕЯ [рус. < гр. panakeia} (Р.: панацея; И.: panacea, cure; T.: her derde deva) и.
Һәр төрлө ауырыуҙарҙы дауалай, бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалай, ҡотҡара торған универсаль сара. □ Панацея. Ботә бәләләрҙән панацея. Панацея табыу. Панацея уйлап табыу.
ПАНБӘРХӘТ [рус. панбархат} (Р: панбархат; И.: panne; T.: yumuşak kumaş) и.
Йоҡа ебәк бәрхәт. □ Панбархат. / Панбархатный. Ике метр панбәрхәт. Панбәрхәт күлдәк. ■ Полковник алдына итәктәре иҙәнгә һөйрәлгән көрән панбәрхәт күлдәк кейгән, ҡалҡып торған күкрәкле, шып-шыма алһыу битенә кершән яҡҡан мөләйем ҡатын килеп баҫты. Р. Өмөтбаев.
ПАНДА [рус. < һинд.] (Р: панда; И.: panda; T.: panda) и. зоол.
Тышҡы ҡиәфәттәре һәм йәшәү рәүештәре менән бер аҙ оҡшаған, әммә төрлө хайуандар ғаиләһенә ҡараған, Тибетта һәм Ҡытайҙа йәшәгән йыртҡыс һөтимәрҙәрҙең дөйөм атамаһы. □ Панда (лат. Aeluropoda mela-noleuca, Ailurus fulgens). Ҙур пандалар Урта Ҡытайҙың таулы төбәктәрендә таралған.
ПАНДЕМИЯ [рус. < гр. pandemia ‘дөйөм’] (Р: пандемия; И.: pandemic; Т: рап-demi) и. мед.
Илдең күпселек өлөшөнә, күрше илдәргә, ҡайһы саҡта донъяның күп илдәренә таралған эпидемик ауырыу (мәҫәлән, ваба (холера), грипп). □ Пандемия. / Пандемический. Пандемия башланыу. Грипп пандемияһы. Сәсәҡ пандемияһы. ■ Документтарҙа теркәлгән беренсе киҙеү пандемияһы 1580 йылда
күҙәтелә һәм бик күп кешенең ғүмерен ҡыя. «Йәшлек», 26 февраль 2008.
ПАНДУС [рус. < фр. pente douce ‘һөҙәк яр’] (Р: пандус; И.: wheelchair ramp; T: hafif eğim) и. архит.
Машина, коляска мендереү йәки төшөрөү өсөн күтәрмәнән айырым рәүештә яһалған һөҙәк түшәмә. □ Пандус. Пандус ҡуйыу. Пандустан менеү. ■ Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн [троллейбуста] тартып сығармалы панду стар бар. «Башҡортостан», 2 февраль 2013.
ПАНЕЛЬ (панеле) [рус. < нем. Paneel} (Р.: панель; И.: panel; Т: panel) и.
1. Йорттар янындағы түшәмә (юл) йәки тротуар. □ Панель. / Панельный. Панелдән йөрөү. Панелде һепереү.
2. махс. Йыйылма конструкцияларҙан һалына торған бина йәки ҡоролманың яҫы формалы бер киҫәге (бетон йә ағас плита). □ Панель. / Панельный. Имән панель. Стена панеле. Панель йорт. ■ Ел сығып китеп, панелде ҡапыл ситкә сайҡаны. Ә. Бикчәнтәев. Ул [йорт] панелдән һалынған, үҙенән-үҙе дүрткелдәргә бүленеп тора. Д. Бүләков. Улар [рельстар] буйлап яңы урынға төрлө төҙөлөш әйберҙәре: шпал, рельс, күпер рамдары, бетон дүңгәләктәр, йорт панелдәре, тимер вышкалар, тағы әллә нәмәләр тейәлгән вагондар кереп туҡталған. Т. Килмөхәмәтов.
3. Эске стенаның кәпләп йәки буяп ҡуйылған аҫҡы өлөшө. □ Панель. / Панельный. Панелде буяу. Панель ҡуйыу. ■ [Гөлнара] керҙәрен йыуып элгәс, махсус шыйыҡса менән бөтә мебелдәрен ышҡып таҙартты, тәҙрә төптәрен, кухняның йәшелгә буялған панелдәрен һөртөп алды. Н. Мусин.
4. Электрон, радиотехника аппаратураларында контроль-күҙәтеү үткәреү ҡулайламалы аппарат. □ Панель. / Панельный. Приборҙар панеле. Идара итеү панеле. ■ [Василь] стеналағы розеткаға приём-никтың штепселен тыҡты, панелдәге түңәрәк рычагтарҙың береһен уңға борҙо. И. Абдуллин. Вәсим асҡыс урынына әллә нәмә тығып та ҡуйҙы, панелдәге приборҙар тоноҡ ҡына булып яҡтырып китте. Д. Бүләков.
ПАНИКА [рус. < гр. panikon} (Р: паника; И.: panic; T.: panik) и.
66