Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 67


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАНОРАМА
1. Ғәҙәттә кешенең ҡапыл иҫ-аҡылын алған ҡурҡыу тойғоһо. □ Паника. / Панический. Паникаға бирелеү. Паникаға төшөү. Паника уятыу. ■ Паниканан да хәтәр нәмә юҡ һуғышта — ҡурҡҡан һалдат, йәнемде һаҡлайым тип, туранан-тура үлемдең үҙенә йүгерә. Р. Солтангәрәев. Район етәксеһе булараҡ, паникаға бирелергә, ауырлыҡтар алдында ебеп төшөргә хаҡы юҡ уның [Заки-ровтың]. Ф. Әсәнов.
2. Шул тойғонан ҡупҡан бола. □ Паника. Паника башланыу. Паниканы баҫыу. ■ Дошман һалдаттарының беҙҙең тылда икәнлеген белгәс, 106-сы һәм 107-се уҡсы бригадаларҙа ла паника башланған. Я. Хамматов.
ПАНИКЁР [рус.] (Р.: паникёр; И.: panicmonger; scaremonger; alarmist; T.: panik veren) u.
Паникаға, ғауғаға бирелеп барыусан кеше.
□ Паникёр. / Паникёрский. Паникёр булма. Паникёр кәйефе. ■ [Гаврюшенко — Юлайға:] Яу бөткәс, яугир нимәгә кәрәк тиһеңме, паникёр һин, улай булғас. И. Ғиззәтуллин. [Пәзиров:] Бер генә лә паникёр, ҡурҡаҡ йән, артҡа сигенеүсе арабыҙҙа юҡлығы менән ғорурланыу белдерәбеҙ. Я. Хамматов.
ПАНИРОВКА [рус.] (Р.: панировка; И.: coating; T.: galeta unu) и.
Нимәнелер әүәләү өсөн шөкәрә онтағы.
□ Панировка. Кәтлитте панировкала әүәләү.
ПАНИСЛАМИЗМ [рус.] (Р.: панисламизм; И.: Pan-Islamism; T.: Ümmetçilik) и.
Нигеҙендә бөтә донъя мосолмандары «берҙәмлеген» күҙ алдында тотоп, уларҙы бер дәүләткә берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған дини-сәйәси идеология. □ Панисламизм. / Панисламистский. Панисламизм яҡлы. Панисламизм идеяһын алға һөрөүсе. Панисламизм нигеҙҙәре.
ПАНИСЛАМИСТ (панисламисы) [рус.] (Р: панисламист; И.: Pan Islamist; T.: ümmetçi) и.
Панисламизм яҡлы кеше. □ Панисламист. Панисламистар кәңәшмәһе. Панисламистар рәтенә инеү.
ПАНИХИДА [рус. < гр. pannychida ‘төн буйы’] (Р.: панихида; И.: the last rites; the last offices; T.: ağıt) и.
1. Христиан динендә үлгән кешегә сиркәүҙә үткәрелгән ғибәҙәт. □ Панихида. Панихидаға йыйылыу.
2. Үлгән кеше хөрмәтенә үткәрелгән траур митингыһы. □ Панихида. ■ һауала хәрби самолёттарҙы күрмәҫһең, киң йәмәғәтселек ҡатнашлығындасы граждандар панихидаһы ла булмаясаҡ. «Шоңҡар», № 12, 2012.
ПАНК [рус. < ингл. punk} (Р.: панк; И.: punk; T.: pankçı) и.
Формаль булмаған (ҡараштар, мәнфәғәттәр, маҡсаттар уртаҡлығы нигеҙендә йыйылған) йәштәр хәрәкәте вәкиле. □ Панк. Панк стилендәге йырсы. Панк төркөмө.
ПАНКРЕАТИТ [рус. < гр. pankreas] (Р.: панкреатит; И.: pancreatitis; T.: pankreatitis) и. мед.
Ашҡаҙан аҫты биҙе шешеү. □ Панкреатит. Эренле панкреатит. Киҫкен панкреатит. Хроник панкреатит.
ПАННО [рус. < фр. раппеаи < лат. pannus ‘туҡыма киҫәге’] (Р: панно; И.: panel, picture; T.: pano) и.
1. Стена йәки түшәмдең һүрәт менән биҙәү өсөн уратып алынған өлөшө һәм шунда төшөрөлгән һүрәт. □ Панно. Панноға һүрәт ҡуйыу. ■ Мәҙинә, үҙе үҫкән өйҙөң тотош стенаһына ҡаҙаҡланған панноны күргәс, телдән ҡалғандай булды. Т. Ғарипова. Ерҙән кеше самаһы бейеклектә металл һәм пластмассанан яһалған оҙон панно ҡуйылған. Т. Килмөхәмәтов.
2. Киндергә төшөрөлгән ҙур рәсем. □ Панно. Панно төшөрөү. ■ Директор кабинетына барып еткәнсе, Вәсиләнең күҙенә «Социалистик илдәрҙең ҡаҙаныштары», .. «Халыҡтарҙың бөйөк дуҫлығы» тигән паннолар ҙа салынып ҡалды. Р. Ғабдрахманов.
ПАНОРАМА [рус. < гр. pan + һогата ‘күренеш’] (Р: панорама; И.: panorama; Т.: panorama, manzara) и.
1. Ҡалҡыу ерҙән ҡарағанда йәйрәп ятҡан күренеш. □ Панорама. / Панорамный. Кала панорамаһы. Алдағы панораманы күҙәтеү. ■ Әбүбәкер .. ҡарашын томан эсендә ятҡан
з*
67