ПАНОРАМА ФИЛЬМЫ
ҡала панорамаһына төбәне. Т. Ғарипова. Алда, куҙ куреме етмәҫ ерҙә, киң панорама йәйелеп ята. В. Исхаҡов. [Бәхтийәров] алда төҙөлөш панорамаһы асылған урында машинаны асфальттан ситкә бороп туҡтатты ла инде йәйәу ҡалҡыуыраҡ урынға кутәрелде. Ш. Янбаев.
2. Алғы планында кешеләр, предметтар төшөрөлгән ҙур һүрәт. □ Панорама. / Панорамный. Һуғыш панорамаһы. ■ Унда [музейҙа] бөтәһе лә бар: Бородино һуғышын бар тулылығында куҙ алдына баҫтырыусы панорама ла, 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған экспонаттар ҙа. М. Ямалетдинов. Тарихтан, ил-халыҡтар тормошонан килтерелгән бындай панорамалар, әлбиттә, тамашасыны тетрәтә, уйҙарға һала. Ғ. Хөсәйенов.
3. хәрби. Тупты сәпкә төҙәү өсөн ҡулланылған оптик прибор. □ Панорама. / Панорамный. Туптың панорамаһы. 3 Төҙәу-селәр тоҫҡау өсөн панорамаға эйелде. И. Ғиззәтуллин.
4. Бөгөнгө көндөң ваҡиғаларын, күренештәрен матбуғатта, кинола һ. б. киң күләмдә күҙәтеү. □ Панорама. / Панорамный. Ваҡиғалар панорамаһы. ■ Китап эсенә тупланған был биографик очерктар тарихи эҙмә-эҙлелек, тарихи уҫеш панорамаһын куҙ алдына килтерергә .. булышлыҡ итә. Р. Шәкүр.
ПАНОРАМА ФИЛЬМЫ (Р: панорам ный фильм; И.: panoramic film; T: panoramik film) и.
Өс кинотаҫмаға йәки төшөрөү аппаратын үҙ күсәре тирәләй әкренләп бороп төшөрөлгән фильм (ярым туңәрәк ҙур экранда өс кинопроектор ярҙамында курһәтелә). □ Панорамный фильм. Панорама фильмы ҡарау. Панорама фильмына барыу.
ПАНСИОН [рус. < фр. pension < лат. pensio] (Р: пансион; И.: boarding house; boarding school; T: pansiyon) и.
1. Октябрь революцияһына тиклемге Рәсәйҙә һәм ҡайһы бер илдәрҙә тулы тәьминәтле ябыҡ типтағы уҡытыу-тәрбиә йорто. □ Пансион. / Пансионный, панси
онский. Ҡыҙҙар пансионы. Пансион йорто. Пансион уҡыусыһы.
2. Октябрь революцияһына тиклемге Рәсәйҙә ҡайһы бер урта уҡыу йорттарындағы түләүле ятаҡ. □ Пансион. / Пансионный, пансионский. Пансионда йәшәу. Пансион өсөн туләу.
3. Бүлмә менән бергә ашау-эсеүе лә булған ҡунаҡхана төрө. □ Пансион. / Пансионный. Пансионға юллама алыу. Пансионда ял итеу.
ПАНСИОНАТ [рус. < fyp. pensionnat] (Р: пансионат; И.: holiday-hotel; T.: pansiyon) и.
1. Ҡайһы бер уҡыу йорттарында, курорттарҙа һ. б. ерҙәрҙә йәшәгәндәргә булдырылған тулы тәьминәт. □ Пансионат. Лицей пансионаты. Курорт пансионаты. Ял итеу-селәргә тулы пансионат булдырылған.
2. Ял итеүселәр өсөн тәғәйенләнгән ҡунаҡ йорто төрө. □ Пансионат. Пансионатта ял итеу. Пансионат тоҙөу. Пансионатҡа барыу. ■ Улар [Сәғиҙуллолар] идараһы Ялтала ҡала хеҙмәт эйәләре өсөн айырым пансионат төҙөй. М. Садиҡова. Әбйәлил районындағы «Яҡтыкул» шифаханаһындағы яңы пансионат киләһе йыл ял итеуселәрҙе ҡаршылаясаҡ. «Башҡортостан», 18 май 2013.
ПАНСИОНЕР [рус. < фр. pensionnaire] (Р: пансионер; И.: boarder; T.: yatılı öğrenci) и. иҫк.
1. Пансионда (1) уҡыусы. □ Пансионер. Пансионерҙарҙың көн тәртибе. Пансионер-ҙар көндәлеге.
2. Пансионда (3) йәшәүсе. □ Пансионер. Пансионерҙарҙың ялын ойоштороу. Пансио-нерҙарҙы экскурсияға алып барыу.
3. Пансионда (3) тулы тәьминәт менән файҙаланыусы. □ Пансионер. Пансионер булып килеу. Пансионер булып ял итеу.
ПДНТ [рус. панты < нан. < монг.] (Р: панты; И.: unossified antlers, velvet antler; T.: geyik boynuzu) и.
Йәш болан, марал, изюбрҙың ҡатып етмәгән мөгөҙө (дарыу әҙерләуҙә ҡулланыла). □ Панты. / Пантовый. Болан панты. Панттан эшләнгән дарыу.
68