Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 582


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СОНАТИНА
пьесаларҙы, фугаларҙы, сонаталарҙы уйнап ишеттерҙе. Ш. Янбаев.
СОНАТИНА [ит. sonatina} (Р.: сонатина; И.: sonatina; Т.: sonatina) и. муз.
Эшкәртелеше ябай ғына, ҙур булмаған соната. □ Сонатина. Сонатина башҡарыу. Сонатина яҙыу. Сонатина әҫәр итеу.
СОНҒИ [ғәр. (Р: искусственный; И.: artificial; T.: yapay, sahte) с. иҫк. кит.
1. Тәбиғи булмаған, яһалма. □ Искусственный. Сонғи ебәк. Сонғи туҡыма. Сонғи әйбер.
2. кусм. Ысын күңелдән булмаған, яһалма, рыялы. □ Ложный, притворный, деланный. Сонғи ҡыуаныс. Сонғи йылмайыу. Сонғи матурлыҡ. ■ Ғәлиәнең нурлы йөҙө ундай сонғи матурлыҡҡа мохтаж тугел. Ә. Иҫәнбирҙин. Кук йөҙөндә ҡулъяулыҡ киҫәгендәй ҙә болот юҡ. Тик кутәрелгән пар томаны ғына, сонғи болот яһап, Иҙел буйлап тубән төшөп китә. И. Насыри.
СОНЕТ [ит. sonetto ‘бәләкәй йыр’] (Р: сонет; И.: sonnet; T: sone) и. әҙ.
Ике дүрт юллыҡ һәм ике өс юллыҡ шиғырҙан торған ун дүрт юллыҡ шиғыр формаһы. □ Сонет. Сонет яҙыу. Сонет башҡарыу. Башҡорт сонеттары. ■ Куңелем бирелде бит сонетҡа. Куңелле ул, гузәл ул, кескенә ул: ҡафиәлә бары ун дурт кенә юл. С. Кулибай.
СОНОР [лат. sonörus ‘яңғырауыҡлы’] (Р: сонорный; И.: sonorous; T.: yumuşak) с. лингв.
Әйтелештәрендә тауыш өҫтөнлөк иткән (р, л, м, н тартынҡы өндәренә ҡарата). □ Сонорный. Сонор тартынҡыһы. Сонор өнө. Сонор тартынҡылар менән ҡуша килгән. ■ Сонор өндәр эргәһендә һуҙынҡылар көсһөҙләнәләр, ҡыҫҡартып әйтеләләр. Н. Ишбулатов.
СОНТАЙТЫУ (сонтайт-) ҡ. ҡар. сомто-райтыу. Һуҙҙе сонтайтыу. Сәс сонтайтыу. Итәген сонтайтып тегеу.
СОНТАЙЫУ (сонтай-, сонтая) ҡ. ҡар. сомторайыу. ■ Дядя Гриша куҙҙәренән йәш сыҡҡансы хахылдап көлә, ҡулдары менән куҙҙәрен һыпыра ла: «Әллә нисә хужаға ярайым, тип, ул Пашканың ҡойроҡҡынаһы ла сонтайып бөткәндер инде!» һ. Дәүләтшина.
СОНТОҠ I с. диал. сомтор. Сонтоҡ ҡойроҡ. Сонтоҡ сәс. М Сонтоҡ ҡойроҡло айғыр менгән иң алдағыһы француздарҙың берәй оло турәһелер, ахырыһы. Я. Хамматов.
СОНТОҠ II (Р: бритый; И.: shaven; Т.: tıraş olmuş, tıraşlı, kel) с. диал.
Сәсе алынған, таҡыр. □ Бритый, лысый. ■ Сонтоҡ башын ялтыратып ултыра. Экспедиция материалдарынан.
СОНТОР с. диал. сомтор 1, 2. Сонтор сапан. Сонтор тун. ■ Үҙе [Алпар] ҡасыу ғына тугел, байҙың кеше араһында маһайып, егеп йөрөй торған дурт ҡышлар Кукбуҙ атының элек ергә тейеп торған ҡойроғон яланғас тоҡолға ҡалдырып, сонтор итеп киҫеп китте. Ғ. Ибраһимов.
СОНТОРАЙЫУ (сонторай-, сонторая) ҡ. диал.
1. ҡар. сомторайыу. Итәге сонторайған. Сонторайып ҡалыу.
2. Аҙайыу, кәмеү. □ Уменьшаться. Ашау яғы сонторайҙы. Ашлыҡ сонторайҙы.
СОҢҒО (Р: тромбофлебит; И.: thrombophlebitis; T.: tromboflebit) и.
Елһенеү арҡаһында веналарҙа төйөрҙәр барлыҡҡа килеү ауырыуы. □ Тромбофлебит. Соңғо һыҙаттары. Ҡаты соңғо. Соңғо менән ауырыу.
СОҢҒОЛ и.
1. диал. ҡар. сөмбәй I. Соңғолға төшөу. Кул соңғоло. ■ Башҡа ҡыҙҙарға эйәреп, Әлфиә лә Ҡариҙелдең арғы ярына йөҙөп сығырға булды. Ярға ун-ун биш метр ҡалғас, ул соңғолға эләкте. И. Абдуллин.
2. кусм. Ҙур бәләгә килтерерлек насар хәл; упҡын. □ Пучина, водоворот. ■ Әсғәт-те заман соңғолона бөтөнләй батты тиһәм дә, байтаҡ йылдар уҙғас, уның тураһында, куҙгә куренмәҫ ел һымаҡ, ҡолаҡ ишетмәҫ нур һымаҡ, бер хәбәр ил өҫтөнән һаҡ ҡына тирбәлеп утте. М. Кәрим. Беҙҙең ғаилә тормошо ярҙарына тулышып аҡҡан йылғаға оҡшашлы, ә быларҙыҡы шарламаларҙан ҡойолоп, ташлы кисеуҙәр, соңғолдар яһап аға, ахырыһы. А. Мағазов.
СОҢҒОР и. диал. ҡар. соҡор I, 1. Соңғор ҡаҙыу. Соңғорға төшөу. Тәрән соңғор.
582