СОНАТА
♦ Ҡойроҡто сомтайтыу аҡылға ултыртыу, ҡыҫыу. □ Проучить. Ҡурше ауылда егеттең ҡойроғон сомтайтып ҡайтарҙылар.
СОМТАЙЫУ (сомтай-, сомтая) (Р.: уменьшаться; И.: diminish; T.: azalmak) ҡ. диал.
Әҙгә ҡалыу, әҙәйеү, наҡыҫланыу.
□ Уменьшаться, убавляться. Тауыҡ еме сомтайҙы. Яҙға табан бесән сомтайҙы. Иген быйыл сомтайҙы.
СОМТОР (Р.: короткий; И.: short; T.: kısa, kesik) с.
1. Тейешле оҙонлоҡтан ҡыҫҡа булған йәки өҙөлгән (ҡойроҡҡа ҡарата)] тоҡор.
□ Короткий, куцый. Сомтор ҡойроҡло ҡуян. Сомтор һарыҡ. Н [Хәбибуллин] сомтор һыйыры янына барып, уны бәйҙән ысҡындырҙы. X. Ғиләжев. Ә болондан сабып бара сомтор ҡойроҡ бер ҡолон, ат булғансы, ял-ҡойроғо булыр әле бик оҙон. С. Әлибаев.
2. Ғәҙәттәге оҙонлоҡтан кәм булған; ҡыҫҡа. □ Короткий. Сомтор итәк. Сомтор ең. Сомтор ағас. ■ Сәбилә былай ҙа сомтор танауын юҡҡа ҡалдырып тигәндәй сирыштырҙы. Т. Ғарипова. Ауылдың иң юғары осондағы араны ҡарағалпаҡ, уларҙан биреләре буре, урта төштө һәм сомтор урамды семәтәйҙәр, мөгәзәйгә төшөп киткән тыҡрыҡты ҡаҙаҡтар араһы тип йөрөтәләр. Р. Өмөтбаев.
3. кусм. Тейешле дәрәжәнән кәм; әҙ.
□ Недальновидный, недалёкий. Сомтор фекер. Сомтор уйҙар. ■ Ҡай берәуҙәр фәҡәт йөҙгә ҡыҙыға, ғашиҡ була улар куҙ-ҡашҡа. Сомтор аҡыл менән кинәт уйлап, барып башын бәрә ҙур ташҡа. Б. Вәлит. Ғәбделғәзиз .. барҙы онотор, юҡты тентер, мәғәнә — сомтор, тел — ләзиз. Ш. Бабич.
СОМТОР АЙ (Р: февраль; И.: February; T: Şubat) и. һөйл.
Календарь йылының икенсе айы, февраль. □ Февраль, доел. Короткий месяц. Сомтор ай бураны. Сомтор айҙа булды был хәл. Сомтор айға билдәләнеләр туйҙы. ■ Февраль .. Ҡыштың һуңғы айы. Сомтор ай .. Тымыҡ та ул, буранлы ла, һыуыҡ та ул, йылы ла. Ф. Биишев.
СОМТОРАЙТЫУ (сомторайт-) (Р.: укорачивать; И.: shorten; T: kısaltmak) ҡ.
Сомторға әйләндереү; ҡыҫҡартыу. □ Укорачивать, укоротить. Сәсте сомто-райтыу. Итәк-еңде сомторайтыу. Хәбәрен сомторайттылар. ■ [Ғилмишәриф — ауылдашына:] Ҡәнишнә, әрмиәгә! Әллә өләпсәңә ҡунаҡҡа бара тип уйлағайныңмы? — тип ул, яуабын ҡырт киҫеп, һуҙҙе сомторайтырға самаланы. Р. Өмөтбаев.
СОМТОРАЙЫУ (сомторай-, сомторая) (Р: укорачиваться; И.: take up; reduce; T: kısalmak) ҡ.
Сомторға әйләнеү, ҡыҫҡарыу. □ Укорачиваться; стать коротким. Ҡөндәр сомторайҙы.
■ Һыу буйы туғайҙарында һеҙ унда-бында сомторайып, мөтөрләнеп бөткән тупаҡ өйәңкеләрҙе, ҡарамаларҙы кургеләрһегеҙ. X. Назаров. Ҡулға-ҡул, салғыйҙарға тотоношоп былар купме барғандарҙыр [Солтан-мәхмут менән Хәйрулла], ләкин сана юлын табыу теләге һаман нәҙегәйә, сомторая барҙы. Р. Өмөтбаев.
СОНАЙ I (Р: рваный; И.: torn; T: (kulağı) kesik) с.
Япрағы өҙөлгән йәки кителгән (кеше ҡолағына ҡарата). □ Рваный, обрезанный (о человеческом ухе). Сонай кеше. Сонай ҡолаҡлы. Сонай булыу.
СОНАЙ II (Р: человек с обрезанным ухом; И.: person with a defective ear; T: kulağı kesik kimse) и.
Өҙөк йәки китек ҡолаҡлы кеше. □ Человек с обрезанным (или рваным) ухом.
■ Һарыҡ һатып, кәпәс алған сонайым, һыйыр һатып, кәләш алған сонайым. Халыҡ йырынан.
СОНАТА [ит. sonata < sonare ‘яңғырау, ишетелеү’] (Р: соната; И.: sonata; T: sonat) и. муз.
Төрлө темп һәм характерҙағы өс-дүрт өлөштән торған инструменталь музыка әҫәре. □ Соната. Соната тыңлау. Соната ижад итеу. ■ Людвиг Бетховен. «Ҡрейцерова соната», — тип иғлан итте лә уйнарға тотондо Исаак. А. Карнай. Айсыуаҡ килгән береһенә уҙе музыка мәктәбендә өйрәнгән
581