Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 580


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СОЛТАНАТЛЫ
тана. Солтанат эшен башҡарыу. Солтанат итеу. ■ Аҫыл шоңҡар ҡош бирә [хан Ынйы менән Кинйәгә], кул әйләнә сөйһәнә! Алтын арба эшләтеп, өҫтөнә ҡамҡа тышлатып, яу ярағын эшләтеп, ҡуш арғымаҡ ектереп, солтанатҡа етһәнә! «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. кусм. Мөһабәтлек, олпатлыҡ. □ Великолепие, пышность, блеск, величие.
■ Мәсем хан, мосолман хан, төрөк заты, талай хандан артыҡ булған солтанаты. «Бабсаҡ менән Күсәк». Солтанлы туңәрәк оҙонса буректәрен кейеп ат өҫтөндә еңелсә уйнаҡлап барыуҙары уҙе бер солтанат. Ғ. Хөсәйенов. [Шәңгәрәй — Бикбулатҡа:] Ашлауыңа ҡарап торам, начальникҡа бик килешеп тораһың, баҫып килеуең солтанат, бына бит ул эш ҡайҙа бара. С. Агиш.
СОЛТАНАТЛЫ (Р.: великолепный; И.: swell, grand; T.: muhteşem, görkemli) c.
Мөһабәт, олпатлы. □ Великолепный, пышный. Солтанатлы кеше. Солтанатлы шәхес. Солтанатлы рух. Солтанатлы бурек кейеу.
СОЛТАНАТЛЫҠ (солтанатлығы) и. ҡар. солтанат 1. Солтанатлыҡ эше. Солтанатлыҡ итеу. Солтанатлыҡ осоро.
СОЛТОҠ с. диал. ҡар. сомтор 1. Солтоҡ ҡойроҡ. Солтоҡ бесәй. Солтоҡ көсөк.
СОЛЬ [ит. < лат. sol ] (Р.: соль; И.: sol; Т.: sol) и. муз.
«До» менән башланған музыкаль гамманың бишенсе тауышы, шулай уҡ шул тауышты белдергән нота. □ Соль. ■ Шатов: «Улай булһа, бына шул нотаға ҡарап бергәләп йырлайбыҙ, — тине лә скрипкаһын көйләргә тотондо. Башҡа ваҡыттағы шикелле «до, ре, ми, фа, соль, ля, си, до-о...». 3. Биишева. Айсыуаҡ: «Төрткө тугел, ноталар улар, инәй. Бына: до, ре, ми, фа, соль, ля, си». Ш. Янбаев.
СОЛЯРИЙ [лат. solarium < sol ‘ҡояш’] (Р: солярий; И.: solarium; sun-parlour; T.: solaryum) и.
Ультрафиолет нурҙары аҫтында ҡыҙыныу өсөн махсус яһалған урын. □ Солярий. Солярийға барыу. Вертикаль солярий. Горизонталь солярий. Солярийға йөрөу.
■ [Баш табип:] Эшебеҙҙә куп төрлө дауалау
ысулдары — электромагнит, массаж, гидромассаж, солярий, сифатлы яңы препараттар ҡулланабыҙ. «Шоңҡар», № 2, 2010.
СОЛЯРКА [рус.] и. һөйл. ҡар. соляр майы. ■ Батыр аэрозольный генератор ярҙамында өйөмдәргә солярка һибеп «йән» өҫтәгәндән һуң, янғын телдәре киске ҡараңғылыҡты ярып ургә урмәләне. И. Ғиззәтуллин. [Геолог:] Һис кисекмәҫтән солярка табырға кәрәк. Б. Рафиҡов.
СОЛЯР МАЙЫ (Р.: соляровое масло; И.: diesel fuel oil; T.: solar yağı) и.
Нефть продукттарының тракторҙа һәм карап дизелдәрендә яғыулыҡ итеп файҙаланылған бер төрө. □ Соляровое масло. Соляр майын ҡойоу. Соляр майында йөрөу. Соляр майына хаҡ артҡан.
COM АН (Р: ледянка; И.: saucer; T.: kızak) и. диал. ҡар. шыуман.
Тауҙан шыуыу өсөн ҡулайлама. □ Ледянка. Тишек соманға ултыртыу. Соманға ултырып шыуыу. Балалар соманы. Пластик соман.
СОМҒОЛ с. ҡар. сөмгөл. Сомғол урын. Кул сомғоло. Йылға сомғолона эләгеу.
СОМҒОР (Р: чернозобая гагара; И.: black-throated loon; T.: kara gerdanlı dalgıç) и. зоол. диал.
Башы һоро, тамағы, муйыны ҡара, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ, ҡойроғо ҡара көрән төҫтә булған ҡаҙ ҙурлыҡ һыу ҡошо. □ Чернозобая гагара (лат. Gavia arctica). Сомғор Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Сомғор аулау тыйыла.
СОМҠА с. диал. ҡар. сомтор 1. Сомҡа ҡойроҡ. Сомҡа булыу. Сомҡа бесәй. Эте сомҡа ғына уның.
СОМРО (Р: круглый; И.: round; Т.: yuvarlak) с. диал.
Тумалаҡ рәүешле, йомро. □ Круглый. Сомро икмәк. Сомро бит. Сомро булыу. ■ [Котлогилденең] сомро йөҙө оло сырайлы, етди куҙ ҡараштары аҡыллы. Ж. Кейекбаев.
СОМТАЙТЫУ (сомтайт-) (Р: уменьшать; И.: lessen; T.: azaltmak) ҡ. диал.
Әҙгә ҡалдырыу, әҙәйтеү; наҡыҫлау. □ Уменьшать, убавлять. Мал аҙығын сом-тайтыу. Сығымдарҙы сомтайтыу. Ашауҙы сомтайттылар.
580