Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 579


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СОЛТАНАТ
бик куп утә, бик тырышһаң да, көнөнә ике солоҡтан артыҡ ҡарай алмайһың. Н. Мусин.
СОЛОҠСОЛОҠ (солоҡсолоғо) (Р.: бортничество; И.: wild hive keeping; T.: arıcılık) и. умарт.
Солоҡ (1) тотоу шөғөлө (бал ҡорттарын урсетеуҙең боронғо формаһы). □ Бортничество. ■ Башҡорт ырыуҙарына мал аҫрауға һунар, солоҡсолоҡ, игенселек, алыш-биреш кәсебе өҫтәлгән. Ғ. Хөсәйенов. Көс тә куп ине, солоҡсолоҡто ла яратты Сәйфетдин. Көндәр буйы урмандан ҡайтмай, ҡырағай бал ҡорттарына тубал оялар яһай торғайны. Р. Байымов.
СОЛОҠ УМАРТА (Р: борть; И.: wild bees’ nest; T: çam ağacını oyup yapılan arı kovanı) и. умарт.
Урманда үҫеп ултырған ҡарағайҙы соҡоп яһаған умарта. □ Борть. Н Өлкәндәрҙең һөйләуенә ҡарағанда, солоҡ умарталарын уя һыҙатындағы ҡарағай ағасында юнғандар. «Йәшлек», 18 март 2008.
СОЛОҠ УМАРТАСЫЛЫҒЫ и. умарт. ҡар. солоҡсолоҡ. Солоҡ умартасылығы менән шөғөлләнеу. Солоҡ умартасылығын уҫтереу.
СОЛОҠ ЭЙӘҺЕ (Р: табуированное название медведя; И.: taboo name for a bear; T.: arı kovanının sahibi (ayının tabulaştırılan ismi) и. миф.
1. Айыуҙың табулаштырылған исеме.
□ Табуированное название медведя, доел. Хозяин, дух борти. Солок эйәһен ризалатыу. Солоҡ эйәһен осратыу.
2. миф. Солоҡ умартаһының эйәһе.
□ Дух борти.
СОЛОҠ ЯБЫУ (солоҡ яп-) (Р: собрать рой; И.: gather a swarm; T: arıları toplamak, arıları kovana yerleştirmek) ҡ. умарт.
Солоҡ умартаға ҡорт ябыу. □ Собрать рой, посадить рой в улей, в борть. ■ Үҙен ҡәҙерләгән кешеләрҙе урман да буш итмәгән: туғайҙарҙа, болондарҙа улән купереп уҫкән, кешеләр купме теләй — шул тиклем мал аҫраған, солоҡ япҡан. Н. Мусин.
СОЛОХ [ғәр. (Р: мир; И.: peace; Т: sulh) и.
Һуғышты туҡтатыу тураһындағы үҙ-ара килешеү. □ Мир, перемирие. / Мирный.
■ Европола тыныслыҡ юҡ-юғын, мәгәр Германия менән беҙҙең ил уҙ-ара татыу йәшәргә солох төҙөнө лә баһа. Ә. Хәкимов. Наполеондың маршалы Мюрат, Венаны алғандан һуң, Кутузов тоҙаҡҡа эләкте тип, алданып, ваҡытлыса солох төҙөргә тәҡдим яһаны. Я. Хамматов. Сулпан йондоҙ ҡалҡҡас, солох булыр тип көтәбеҙ. Бәйеттән.
СОЛОХНАМӘ [ғәр. + фарс. (Р: документ о мире; И.: peace treaty; T: barış antlaşması) и. иҫк. кит.
Килешеү тураһындағы ҡағыҙ. □ Документ о мире. Солохнамәгә ҡул ҡуйыу. Солохнамә төҙөу. Ун йыллыҡ солохнамә.
СОЛТАН I [ғәр. jkb] (Р: султан; И.: sultan; T.: sultan) и.
1. Ҡайһы бер мосолман илдәрендәге нәҫелдән килгән батшалыҡ дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Султан. / Султанский. Солтан һарайы. Солтан дәрәжәһе. Солтандар нәҫеленән. ■ Солтан ҡарай һоҡланып, әйтә, буғай: был дейеугә ҡаршы сығырға һис кем баҙынмаҫ. Ғ. Ибраһимов. Бараҡ солтан килеп етте, Караһаҡалдың ыҡҡа килмәҫен ацлағас, текә генә һорау бирҙе. Б. Рафиҡов. • Сит илдә солтан булғансы, уҙ илеңдә олтан бул. Әйтем.
2. кусм. Нимәнеңдер иң юғары сифат билдәһе. □ Венец, вершина, верх. Ир солтаны. Сәскә солтаны. Изгелек солтаны.
■ Һылыубикә — һылыу туташ, ҡыҙ солтаны. Ш. Бабич. Аҡ балыҡ — балыҡтарҙың солтаны ул. И. Насыри.
СОЛТАН II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡошсо ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кошсы. Солтан батыры. Солтандар шәжәрәһен төҙөу. Солтан араһы.
СОЛТАНАТ [ғәр. ^kU] (Р: султанат; И.: Sultanate; T.: saltanat, sultanlık) и. иҫк.
1. Башында солтан торған дәүләт; батшалыҡ. □ Султанат, владычество сул-
579