СОЛОҠ АҒАСЫ
нимәгә тиңһеҙ! Я. Хамматов. Тауҙа ҡарағай уҫә, ә ҡарағай башында ҡырағай бал ҡортоноң ояһы — солоҡ. Й. Солтанов.
2. диал. Бал ҡорттары өсөн түмәрҙе соҡоп яһаған оя; түмәр умарта. □ Колодный, колодочный улей; пень долблёный, дуплянка. Солоҡ яһау. Солоҡ соҡоу. Унлаған солоҡ эшләу. Бал ҡорттарын солоҡта ур-сетеу. Ҡайын солоғо.
3. диал. Бал ҡорто. □ Пчела. Солоҡ тотоу. Ике оя солоҡ. Солоҡ айырыу.
СОЛОҠ АҒАСЫ (Р.: бортевое дерево; И.: tree fit to make a wild hive; T.: gövdesine oyarak arı kovanı (yuvası) yapılan ağaç) и. умарт.
Үҫеп ултырған ағасты, ғәҙәттә ҡарағайҙы, соҡоп умарта яһаған ағас. □ Бортевое дерево. ■ Солоҡ ағастары булып меңйәшәр ҡарағайҙар торған. Ҡайһы бер хужаның солоҡ ағасы йөҙгә еткән. «Урал», 30 сентябрь 2013. Баянан бирле минең иғтибарҙы ҡаршы битләуҙә уҫкән мөһабәт солоҡ ағасы тарта. Д. Шәрәфетдинов.
СОЛОҠ БАЛҒАҺЫ и. диал. умарт. ҡар. солоҡ балтаһы. ■ [Солоҡсо] ярсыҡтарҙы ең осо менән итәгенә һепереп төшөрә лә соҡортайға сираттағы теште һала, солоҡ балға тағы шыҡ итә. Й. Солтанов.
СОЛОҠ БАЛТАҺЫ (Р: бортевой топорик; И.: kind of small axe; T.: küçük balta) и. умарт.
Солоҡ юна торған оҙон һаплы бәләкәй балта. □ Бортевой топорик (специальный топорик с длинным топорищем для выдалбливания борти). ■ Оҙон бысаҡ, солок балтаһы, ҡуҙлыҡ, ағасаяҡ, башҡа шундай кәрәк-яраҡты алаһың да, кирәм-бауға әллә ни тотоноп та тормай, йылғыр аҫ һымаҡ, һырғауылдай бейек ағасҡа урмәләп менеп тә китәһең. Р. Байымов. Рюкзак эсендә бер бөтөн икмәк, ике шаҡмаҡ шәкәр, бер шырпы ҡабы тулы тоҙ, йәнә солоҡ балтаһы менән һурәтле һандыҡ асҡысы һалып тегелгән киндер муҡсай .. бар ине. Й. Солтанов.
СОЛОҠ ҠАРАҒАЙ(Ы) и. умарт. ҡар. солоҡ ағасы. ■ Урман һаҡсылары кеуек, башҡа солоҡтарҙан аша ҡарап торған солоҡ ҡарағайҙары ышығында көмөштәй саф [шишмә аға]. Н. Мусин. Ҡапыл йәшен
йыҡҡан солоҡ ҡарағай янына килеп сыҡтым. С. Кулибай.
СОЛОҠ ҠОРТО (Р: бортевая пчела; И.: wild bee; T.: ağaç kovuğunda yaşayan yabani arı) и. умарт.
Ағас ҡыуышлығында йәшәүсе ҡырағай бал ҡорто. □ Бортевая пчела. ■ Бөрйән солоҡ ҡорто — урындағы тәбиғәт-һауа шарттарына ҡулайлашҡан, ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамлы, һалҡын көндәрҙә лә осоу-сан, ауырыуҙарға бирешмәусән, бик уҫал һәм йыш кус айырыусан ҡорт. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 2, 2010.
СОЛОҠЛОҠ (солоҡлоғо) (Р: дерево, пригодное для изготовления борти; И.: tree fit to make a wild hive; T.: arı kovanı yapmaya yarayan ağaç) и. умарт.
Солоҡ яһарға яраҡлы ағас. □ Дерево, пригодное для изготовления борти. Солоҡлоҡ һайлау. Бер нисә солоҡлоҡ. ■ Шулай, ана, ҡанса урман, ҡанса ялан китте. Йәйләуектәр, һунар биләмәләре, солоҡ-лоҡтар. Ғ. Ибраһимов.
СОЛОҠ МИСКӘҺЕ (Р: ячейка сотовая; И.: honeycomb; T.: petek) и. диал.
Кәрәҙ күҙәнәге. □ Ячейка сотовая. Эре солоҡ мискәле кәрәҙ. Бал менән тулы солоҡ мискәләр.
СОЛОҠ МӨГӘРӘБЕ (Р: омшаник; И.: place for housing bees in winter; T.: kışlık (kışın an kovanlannı koymak için özel yer) и. умарт.
Ҡышын умарта ҡуя торған махсус урын; ҡорт баҙы. □ Омшаник. Умарталарҙы солоҡ мөгәрәбенә ҡуйыу. Солоҡ мөгәрәбен әҙерләу.
СОЛОҠСО (Р: бортник; И.: hiver tending a wild hive; T.: arıcı) и. умарт.
Солоҡ (1) тотоу менән шөғөлләнгән кеше; умартасы. □ Бортник, пчеловод. ■ Мансур элекке солоҡсоларҙан ҡалған ҡорамалдарҙы юллап табып, эшкинерҙәйен ипкә-һапҡа килтерҙе, боҙолған-серегәндәрен алмаштырып, уҙе йунәтте. Ә. Хәкимов. Изге Бөрйән — игенселәр, малсылар, солоҡсолар уты. Б. Рафиҡов. Солоҡсолар бал ҡарарға яңғыҙ ҙа йөрөй ала, әммә ул саҡта ваҡыт
578