солоҡ
өйрәт, аҡыл бир, хәҙер беҙгә ни эшләргә, нисек йәшәргә?» — ти асыуын ҡайҙа ҡуйырға белмәгән халыҡ, старшина тирмәһен солғап алып. И. Абдуллин. Салауатты [һәм уның батырҙарын]халыҡ солғап алған. М. Кәрим. Ботәһе лә эйәрләгән ат менгән, мылтыҡ-ҡылыс таҡҡан, ләкин кубеһе ауыл кеше-һенсә кейенгән был сәйер һыбайлыларҙы, ҡыҙыҡһынып, иң элек бала-саға солғап алды.
3. Биишева.
2. Тирә-яҡтан тотош уратыу, уратып ҡаплау. □ Обволакивать, заволакивать; окутывать. // Обволакивание, окутывание. ■ Мәтрушкә, еләк, яңы сабылған һутлы улән еҫе ботә аҡланды солғап алған. С. Кулибай, һалҡын ел, иҙеу аша инеп, тәндәрҙе рәхәтләндереп солғай. С. Агиш. Тау биттәрен солғап яҡтыға, ҡояш сыға башлай. Ғ. Сәләм. Беҙҙе таңмы әллә солғағайны, әллә кистең кукһел шаршауы. М. Кәрим. Өсөнсө батальон тәңгәлендәге бер нисә урынды янғын солғаны. Я. Хамматов.
3. кусм. Бөтә торошто, күңелде тотош биләү. □ Завладевать, охватывать; захватывать полностью. ■ һеләуһендең куңелен шатлыҡ та, борсолоу ҙа бергә солғап алды. Ф. Аҡбулатова. Зәлифәне йәш ҡыҙҙарға хас бер ҡыҙыҡһыныу солғап алды: «Башҡа берәй егет осраманымы ни?» Н. Мусин. Экспедиция кешеләрен куңелһеҙ уйҙар солғап алды, көлөшөу, мәрәкәләшеу ишетелмәй башланы. Ә. Бикчәнтәев. Рахманды ошо ялан кеуек сикһеҙ уйҙар диңгеҙе солғап алды. Ә. Вәли. Тирә-йунде тынлыҡ солғаны. Р. Низамов.
СОЛҒОУ (солғо-) ҡ. диал. ҡар. салыҡлау. Ат башын солғоп саба. Солғоп юртыу.
СОЛИДОЛ [лат. solidus ‘тығыҙ’+ oleum ‘май’] (Р: солидол; И.: cup grease; tallow; T.: solidol (makine yağı) и. махе.
Техникала машина, механизмдарҙы майлау өсөн ҡулланылған ҡуйы матдә. □ Солидол. ■ Әбузәр йәшниктән шприцтарҙы алды ла уларға солидол тултырҙы. Р. Низамов. Атайым МТС-тан солидол тип аталған һары май алып ҡайтып бирҙе лә, шуны ике-өс көн һөртөугә ук яман шеш
тишелеп аҡты, һәм беҙ быға бөтә ғаиләбеҙ менән һөйөндөк. М. Садиҡова.
СОЛИСТ(КА) [ит. solista < лат. solus ‘бер үҙе’] (Р: солист(ка); И.: soloist; T: solocu, solist) и.
Соло партияһын башҡарған йырсы, музыкант йәки бейеүсе. □ Солист(ка). Опера солисы. Солистар талап ителә. Билдәле солист. Солист өсөн көй һалыу. ■ Ҡайҙандыр бер-бер артлы ҡалҡып сыҡҡан йондоҙҙар йымылдаша башлағанда ла куҙгә куренмәгән бәләкәй солист уҙенең моңон туҡтатманы. Я. Хамматов. Зәңгәр экранда .. кем ул, ниндәй профессиональ театр солисткаһы? Ғ. Әмири.
СОЛИТЁР [фр. (ver) solitaire < лат. so-litarius ‘яңғыҙ’] (P: солитёр; И.: tapeworm; T: şerit) и. зоол.
Кеше, мал эсәгендә була торған паразит булып йәшәгән таҫма селәүсендәр отрядының атамаһы. □ Солитёр. Сусҡа солитёры. Һыйыр солитёры. Солитёр йоҡтороу.
СОЛО I [ит. solo < лат. solus ‘бер үҙе’ ] (Р: соло; И.: solo; T: solo) и. муз.
1. Бер инструментта башҡарыу йәки яңғыҙ йырлау өсөн тәғәйенләнгән музыкаль әҫәр йәки айырым партия. □ Соло. / Сольный. Скрипка өсөн соло. Соло башҡарыу. Соло яҙыу.
2. Бер кеше башҡарған бейеү, айырым партия йәки уның бер өлөшө. □ Соло. / Сольный. Балетта соло башҡарыу. Соло роле.
СОЛО II и. диал. ҡар. селбәрә 1. Соло сиртеуе. Соло тотоу. Ауға сололар ғына эләккән.
СОЛОҠ (солоғо) (Р: борть; И.: wild hive; T: yabani arıların ağaç kovuğuna yaptıkları yuvası ya da insan tarafından ağacı oyarak yapılan arı kovanı) и. умарт.
1. Ҡырағай бал ҡортоноң ағас ҡы-уышындағы ояһы йәки кешеләр тарафынан соҡоп яһаған умартаһы. □ Борть. / Бортевой. Солоҡ ҡорто. Солоҡ балы. Солоҡ эҙләу. ■ Башҡорттоң солоҡ, һунар биләмәләре лә ғәжәп иркен, урман-тауҙарының, ялан-туғайҙарының, йылға-кулдәренең иҫәбе-хисабы юҡ. Ғ. Хөсәйенов. Солоҡ балы бер
577