сол
СОЛ II (Р.: сноровка; И.: knack; skill; T.: beceriklilik) и. диал. ҡар. оҫол.
Эштәге оҫталыҡ, таҫыллыҡ. □ Сноровка, навык. Сол менән эшләу. Сол кәрәк. Солоң юҡ. Һәр эшкә лә сол кәрәк.
СОЛАН (Р.: сени; И.: vestibule, inner porch; T.: methal) и.
Өй ишеге алдына яһалған йылытылмай торған бәләкәй бүлмә. П Сени, передняя. / Сенной. Өй соланы. Аласыҡ соланы. Ағас солан. Урта солан. Мунса соланы. ■ Куҙ асҡыһыҙ буранда ҡапыл солан ишеге асылып китте. Д. Бүләков. Фәузиә ҡарсыҡ артынан соланға сыҡҡан Мәҙинә ҙур бер төргәккә абына яҙҙы. Т. Ғарипова. Миңъямал да һеләуһен менән оҙаҡ һөйләшеуҙән уңайһыҙланды, шикелле, боролдо ла соланға инеп китте. Ф. Аҡбулатова.
СОЛАНАЛ (Р: крыльцо; И.: porch; Т.: sundurma) и. диал. ҡар. күтәрмә II.
Өйгә инә торған баҫҡыс; болдор. □ Крыльцо. Соланалға менеу. Бейек сола-нал. Соланалды йыуыу.
СОЛАН ӨЙ и. диал. ҡар. солан. Солан өйҙә сисенеу. Солан өйҙә сәй эсеу. Солан өйгә инеу.
СОЛАНСА (Р: чулан; И.: storeroom; Т.: kiler) и.
1. Кәрәк-яраҡ ҡуйыу өсөн солан эсенә яһалған бүлмә. □ Чулан, чуланчик. / Чуланный. ■ Теге кеше солансаға инеп юғалды һәм, куп тә утмәй, ҙур кәрзингә тултырып, вино, ҡыҙҙырылған сусҡа бото, ҙур каравай килтереп, өҫтәлгә ҡуйҙы. С. Кулибай. Мәрйәм, кейемдәрен барлағас, бирге яғы веранда, төпкө булмәһе синнек хеҙмәтен утәгән солансаға сыҡты. С. Шәрипов.
2. диал. Төкәтеп яһалған бүлмә, йорт; төкәтмә. □ Пристрой. Соланса һалыу. Солансаны таштан һалыу. Соланса өсөн бура һалдырыу.
3. диал. Ҡапма-ҡаршы бүлмәләр араһындағы оҙон аралыҡ; коридор. □ Коридор (межкомнатный). Тар соланса. Солансаға обой йәбештереу. Оҙон соланса. ■ Кәрәсинле шәм менән көңгөрт яҡтыртылған тар соланса буйлап атланыҡ. Н. Иҙелбай.
СОЛҒАМА и. ҡар. солғаныш 1, 2. Уйҙар солғамаһы. Кешеләр солғамаһында ҡалыу. Фекер солғамаһы. Төн солғамаһы. Төтөн солғамаһы. Матурлыҡ солғамаһы.
СОЛҒАНЫУ (солған ) ҡ. төш. ҡар. солғау 1, 2. страд, от солғау 1, 2. ■ Үлдем инде, солғанырмын кәфен атлы буҙ менән. Бәйеттән. Янғынға солғанған өйҙәрҙе берәу ҙә һундермәй икән. Я. Хамматов. Йоҡоһо кеуек төшө лә ҡыҫҡа ғына булды Фәузиәнең, имеш-тер, дала куҙ асҡыһыҙ буранға солғанған. Т. Ғарипова. Ғәзимә, .. ебәккә солғанып килгән атаҡлы старшина ҡыҙы булыуға ҡарамай, көндәшкә дусар булыуы өсөн әсе куҙ йәштәре туккән дә яҙмышына риза булған. Һ. Дәүләтшина.
СОЛҒАНЫШ (Р: окружение; И.: surrounding; T: kuşatma) и.
1. Төрлө яҡтан ҡамап, уратып алынған хәл; ҡамалыш. □ Окружение, блокада. Солғанышҡа эләгеу. Солғанышта ҡалыу. ■ Яҡынлашып килеусе башҡорттарға ике залп бирҙеләр ҙә, солғанышта ҡалмаҫ өсөн, асыҡ яланға сигенделәр. Б. Рафиҡов. Лагерҙа Айҙар уҙе менән солғанышта бергә булған Петровты осратты. И. Ғиззәтуллин.
2. Кемде, нимәнелер уратып алған тирә-йүн, мөхит. □ Окружение, окружающая среда. Моң солғанышы. Көй солғанышы. Һағыш солғанышында. Төрлө ҡараштар солғанышында. М Ошондай уйҙар солғанышында яйлап баҫып лавканан ҡайтып килгәндә Раузаға Ғәләу тап булды. Т. Ғарипова. Ким Әхмәтйәновтың куренекле хеҙмәттәре ошо алтын ун йыллыҡтарҙағы ижади солғанышта, ижади ҡаҙаныштар ерлегендә тыуҙы һәм, уҙ сиратында, әҙәбиәттең артабанғы уҫешенә көслө йоғонто яһаны. Р. Бикбаев. Тәңкәбикә образы баштан-аяҡ ҡаршылыҡтар солғанышында. М. Иҙелбаев.
СОЛҒАУ (солға-) (Р: окружить; И.: encirle; T.: etrafını alma; çevirmek; kuşatmak; sarmak) ҡ.
1. Тирә-яҡтан ҡамау, кем йәки нимәлер тирәһенә йыйылыу; уратыу. □ Окру5кить; осадить, обложить. П «Старшина, беҙ һине халҡыбыҙҙы яҡларһың тип һайлап ҡуйҙыҡ,
576