сол
соточный зудень (лат. Sarcoptes scabieî). Соҡот йоҡтороу. Ҡысынма ауырыуын соҡот булдыра.
2. кусм. Һаран, ваҡланыусы кеше.
□ Скупец, жадина. / Скупой, жадный. Соҡот булыу. Соҡот ҡурше.
СОҠОТОУ (соҡот-) ҡ. йөкм. ҡар. соҡоу 1—3. понуд. от соҡоу 1—3. ■ Баяр, эшселәрҙе көн-төн эшләтеп, ер соҡотоп, ҡоро һөйәккә ҡалдырған, ә уҙе байыған да байыған, ти. 3. Биишева. Батальон, роталар урынлашҡас, рота, взвод командирҙары уҙ рота, взводтарынан окоп соҡоттолар. А. Таһиров.
СОҠОУ (соҡо-) (Р.: копать; И.: dig; Т.: kazmak; çıkarmak; oymak) ҡ.
1. Кәрәк йәки башҡа ҡорал менән ерҙе аҡтарып өңөү; ҡаҙыу. □ Копать, рыть, выкапывать. // Копка, копание, рытьё. ■ [Эшселәр шахтала] соҡолған ерҙең эсенә ярты кәуҙәһе кимәлендә инеп, кәйлә менән соҡой бирә ине. Т. Хәйбуллин. Кәлтә аҫтына ер соҡоп, ултыртып ҡуйылған айранлы көршәктәрҙә йылынған. һ. Дәүләтшина. Мәҙинә, эҙләй торғас, буралған таш араһынан өс картуф соҡоп сығарҙы. Т. Ғарипова.
2. Нәҙек, осло йәки үткер нәмәне батырып аҡтарыу, нимәнелер ҡаҙып сығарыу.
□ Выковыривать. // Выковыривание. ■ Мөбәрәкшин кеҫәләрен һәрмәп, шырпы эҙләп тапты ла, уның береһен һындырып алып, тешен соҡой башланы. В. Исхаҡов. [Тумыртҡа] туҡ-туҡ соҡой ҙа соҡой. Ғ. Ибраһимов.
3. Ниндәйҙер үткер ҡорал менән уйып, эсен соҡорлап, нимәлер яһау, эшләү.
□ Долбить, выдалбливать. // Выдалбливание. ■ Юламан ҡарт,.. ҡарағастан соҡоп, һыу ҡошона оҡшатып эшләгән, уҙе менән йәштәш кәмәһенә ултырып, балыҡ һунарына сығып киткән. 3. Биишева. Ел-ямғырҙа шымара төшкән, куләгә яғы бәҫәреп-кугәреп бөткән шул таш битендә осло тимер менән соҡоп яҙылған ғәрәп хәрефтәрен айырырға мөмкин. Ә. Хәкимов. Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш, ейәндәрем уҡыр бер саҡта. Халыҡ йырынан.
4. кусм. Тикшереп, төпсөнөп табыу, билдәле итеү. □ Копать, выкопать. ■ Хәбәрселәр әйҙә еҫкәнеп йөрөй бирһен, ни ҙә булһа соҡоп сығаралар икән — уға, Әнуәргә, яуап бирергә. Б. Рафиҡов. [Хәйерниса:] Ярар, ҡарт башың менән әллә ҡасанғыны соҡоп сығарма. Н. Нәжми.
СОҠОШОУ (соҡош-) ҡ. урт. ҡар. соҡоу 1-3. взаимн. от соҡоу 1—3. Ялғаш соҡошоу. Картуф соҡошоу. Ер соҡошоу. Таш соҡошоу.
СОҠСОҠ (соҡсоғо) (Р: широконоска; И.: Northern shoveler; T: kap kaşıkgagası) и. диал. ҡар. ҡашыҡморон.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған оҙон киң моронло йылға ҡошо. □ Широконоска (лат. Anas clypeata L). Соҡсоҡ аулау. Соҡсоҡҡа һунар итеу. Соҡсоҡ ите. Соҡсоҡтарҙың атаһы сыбар була.
СОҠСОНОУ (соҡсон-) ҡ. ҡар. соҡоноу 1—3. ■ Урман бабай .. кубеһенсә уҙ баҡсаһында ғына соҡсона. Ш. Янбаев. Беҙҙең халыҡты беләһегеҙ бит инде. Уның эше — тикшереп тә соҡсоноп йөрөу. И. Ғиззәтуллин. [Ғәйзулла] .. таш араһынан нимәлер эҙләнде, соҡсондо. Я. Хамматов. Ишек алдарында, ят кеше яҡынлашҡанына ялҡау ғына ырылдаған йә абалаған маъмайҙарҙы, саңда соҡсоноусы тауыҡтарҙы иҫәпләмәгәндә, бер кем дә куренмәй. Б. Рафиҡов. Әсәҙулла улының соҡсонорға яратҡанын яҡшы белгәнгә, яуапһыҙ ҡалдыраһы килмәне, шулай ҙа нимәнәндер бер аҙ уйланып барҙы. Ә. Әһлиуллин.
СОҠСОР (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, түңгәүер, ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең аймаҡ исеме. □ Название родовых подразделений башкир-бурзян, башкир-тангаурцев, башкир-кыпчаков. Соҡсор егете. Соҡсорҙар тарихы. Соҡсорҙар шәжәрәһе.
СОЛ I (Р: речка; И.: creek; T: çay, dere) и. иҫк. ҡар. йылғасыҡ.
Бәләкәй йылға. □ Речка, речушка, һалҡын һыулы сол. Солдан һыу алыу. ■ Ялтырап та ятҡан, ай, сол микән, ике яғы ҡалҡыу юл микән. Халыҡ йырынан.
575