Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 659


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУҠАЙЫШЫУ
ҡолаҡҡа элмәһәц, хатта донъя әллә нисек бушап ҡалғандай тойола. С. Шәрипов.
♦ Саҡ менән Суҡ кеүек йәшәү бер-береңде һағынып, күрешә алмай, айырым йәшәү. □ Не могут встретиться, как Сак и Сук. ■ [Хафиза:] Бына беҙ, ҡыш буйы Саҡ менән Суҡ кеуек айырым йәшәп, һағынышып курешкәндән һуц, Сәлим менән тау һуҡмағы буйлап атлайбыҙ. И. Ғиззәтуллин. Улар ғумер буйы шулай Саҡ менән Суҡ кеуек йәшәрҙәрме? Сажидә ошо уйҙарын әйткәс, был юлы Гайса уҙе ярҙамға килде. Н. Мусин.
СУҠ V (суғы) и. диал. ҡар. сыуын. Суҡ һалыу. Һыйыр суғын һалалмай.
СУҠ VI (суғы) (Р.: сторона улицы; И.: part of a street; T.: caddenin, köyün bir kısmı) и. диал. ҡар. яҡ 3.
Ауылдың, урамдың билдәле бер тәңгәлдәге өлөшө. □ Сторона, часть улицы, деревни. Магазин арғы суҡта. ■ [Хәмит хат уҡый:] Урта суҡ зәцгәр куҙ Ғариф ҡыҙын урыҫ Хәсән малайына бирҙеләр. Н. Ҡәрип.
СУҠ VII (суғы) (Р: чёлка; И.: topping; Т: perçem, kâkül) и. диал. ҡар. кикел.
Йылҡы малының маңлай сәсе. □ Чёлка (у лошади). Ат суғы. Суғын уреу. Бейә суғын тарау. Йылҡыныц суғы куҙенә ук төшөп тора.
СУҠ VIII (суғы) (Р: густое хвостовое оперение у птиц; И.: downy protuberance (of fowl’s crop); T: kalın kuş tüyleri) и. диал. ҡар. өлпөй 2.
Ҡош-ҡорттоң ҡойроҡ төбөндәге мамыҡ тумалаҡ. □ Густое хвостовое оперение у птиц. Өйрәк суғы. Ҡош суғы. Ҡаҙ суғы.
СУҠ IX (суғы) (Р: завязка; И.: string; tie; T.: bağ) и. диал. ҡар. үңербау.
Күлдәк яғаһының үңәс төбөнән бәйләй торған бауы. □ Завязка (у воротника рубашки, блузки). Оҙон суҡлы блузка. Ҡулдәк суғын бәйләу. Суҡты галстук формаһында бәйләп ҡуйыу.
СУҠ X (суғы) (Р: небольшая стая птиц; И.: small flock of birds; T.: küçük bir kuş sürüsü) и. диал.
Ҡоштарҙың бәләкәй төркөмө. □ Небольшая стая птиц. Ҡош суғы. Бер суҡ өйрәк һыуға төштө.
СУҠА и. диал. ҡар. суҡаҡ 1,1. Тау суҡаһы.
СУҠАЙ (Р: возвышенность; И.: elevation;
T.: tepe) и. диал. ҡар. ҡалҡыулыҡ.
Бейегерәк булып торған ер. □ Возвышенность. Беҙҙец яҡта сукайҙар бик куп.
СУҠАЙТМА и. диал. ҡар. суҡаҡ I, 1. Бәләкәй генә суҡайтма. Тау суҡайтмаһында бер генә кәкре ҡайын уҫеп ултыра.
СУҠАЙТЫУ (суҡайт-) (Р: оттопырить что\ И.: bulge; protrude; T.: çıkıntı yapmak) ҡ.
Нимәнелер тирә-яҡтағы нәмәләрҙән айырып күтәреү; һерәйтеү. □ Оттопырить что. Суҡайтып ҡуйыу. ■ Ҡарсыҡ, аяғын суҡайтып бөкләп, уныц [Әйуптец] ҡаршыһына ҡунаҡланы. Т. Ғарипова. [Ҡатындар] баҫҡан балсыҡты һылап бөтөрә яҙҙылар, ҡалғанын суҡайтып өйҙөләр ҙә, һалам менән кәпләп, өҫтөнә һыу һиптеләр — бер нисә тәулек буйына ҡатмаясаҡ. Й. Солтанов.
СУҠАЙЫУ I (суҡай-, суҡая) (Р: торчать на виду; И.: stick up, be conspicuous; T.: dışarı fırlamış durmak) ҡ.
Тирә-яҡтағы нәмәләрҙән айырылып күтәрелеү; һерәйеү. □ Торчать на виду, выступать на фоне чего. Суҡайып тороу. ■ Ҡәбән баштарында суҡайып ултырған өкөләр, уҙ-ҙәренә машина яҡынлашҡас, ҡурҡып осоп китәләр ҙә икенсе, ситтәрәк торған, кәбәнгә барып ҡуналар. С. Ҡудаш. Мәмерйә ауыҙы янында ике таш йәнәш суҡайып тора, береһенец өҫтө тигеҙ, икенсеһенеке соҡолған. Б. Рафиҡов.
СУҠАЙЫУ II (суҡай-, суҡая) ҡ. диал. ҡар. сүкәйеү. Суҡайып тыцлау. Ш Ә Ҡарасәс әбей, беҙ кеуек осло тубығын сәнсеп, тау тубәненә ығышҡан ҡарт ҡайын төпһәһе шикелле суҡайып, турҙә, мендәр өҫтөндә тыныс ҡына ултыра. 3. Биишева. Хәмит менән Аптулла шырлыҡты ярып куп тә барманылар, лапы аръяғында суҡайып боҫоп ултырған ҡатынды курҙеләр. Ж. Кейекбаев.
СУҠАЙЫШЫУ (суҡайыш-) ҡ. урт. ҡар. суҡайыу, взаимн. от суҡайыу. Суҡайышып ултырыу. ■ Яндырылған куперҙец .. анда-һанда ҡара көйгән свайҙары ғына суҡайышып
22*
659