СУЙЫР
СУЙЫР и. диал. ҡар. һуйырташ. Суйыр тушәу. Һыу буйында суйыр йыйыу.
СУЙЫРТАШ (Р.: булыжник; И.: cobblestone; cobble; T.: kaldırım taşı) и. диал. ҡар. һуйырташ.
Бик ҡаты шыма таш (юлға тушәу өсөн, төҙөлөштә һ. б. ҡулланыла). □ Булыжник.
■ Мунса эсе .. суйырташтар менән тулғайны. Б. Рафиҡов. Көслө тракторҙың төрәндәре ерҙең аҫтын-өҫкә өйләндерҙе, урыны-урыны менән оло-оло суйырташтарҙы аҡтарып өҫкә сығарҙы. Ғ. Аллаяров, һыу төбө бер көндө Гөлфиә менән һыу ингәндәге кеуек утәнән-утә куренеп ята, суйырташтар сабаҡ кеуек йылтырай. Р. Байбулатов.
СУҠ I (суғы) (Р: гроздь; И.: bunch; cluster; T.: salkım; saçak) и.
1. Үҫемлек һабағында йәки тармағында бергә йыйылып үҫкән япраҡ, сәскә йәки емеш; тәлгәш. □ Гроздь; кисть; мутовка. Еләк суғы. Миләш суғы. ■ Талғын иҫкән дымлы ел иркенә көрән суғын болғай сирендәр. Ә. Вәли. Йәмилдең эргәһендә Гөлфиә әллә ҡайҙан пәйҙә булды: «Бына һиңә яҡшы эшләгән өсөн буләк», — тип һабаҡтары менән өҙгән бер услам ҡып-ҡыҙыл еләк суғын һондо. Р. Байбулатов.
2. бот. Үҫемлектә төп тамырҙан, һабаҡтан айырылып сыҡҡан үҫенте; тармаҡ. □ Мочка. Тамыр суғы. Суҡтан урсеу. Иген культураларының тамыры суҡлы була.
3. Бер осон ҡуша төйөп, икенсеһен һалындырып ҡуйған биҙәүес. □ Кисть, кисточка; бахрома. Ашъяулыҡ суғы. Уҡа суҡ. Яулыҡ суғы. Билбау суғы. Йугән суғы. Ышлыя суғы. ■ Аттарҙың ялдарына, дуғаға төрлө төҫтәге таҫмалар, суҡтар тағып бөткәндәр. Б. Бикбай. Бәһәукәй ҡыҙыл таҡыяны, суғын ҡолаҡ яғына һалындырып, ҡырыныраҡ кейгән. Т. Хәйбуллин. Йомош-юлға еңел ҡуҙғалыусан Көнһылыу-ҙың ишектә шәл суғы ғына куренеп ҡалды. Т. Ғарипова.
4. Алҡа, беләҙеккә сылтыратып таҡҡан ваҡ тәңкә. □ Подвеска из двух-трёх монет на кольцах, браслетах и т. п. Беләҙек суғы. Йөҙөк суғы. Каптырма суғы. Сулпы суғы.
■ Зөлхизәнең сәс толомдарына тағылған
көмөш сулпыһының суҡтарын еләҫ ел сыңлатып уйнай. 3. Биишева.
5. миф. Һаҡлау көсөнә эйә булған миф-лаштырылған предмет. □ Кисть, мифологизированный предмет. Малға куҙ теймәһен тип суҡ бәйләйҙәр.
СУҠ II (Р.: с гроздями; И.: with many bunches; T.: salkımlı; budaklı) c.
1. Күп булып өйкөлөп торған емешле. □ С гроздями. Суҡ ҡарағат. Суҡ сейә. ■ Суҡ еләктәр өҙгәнбеҙ, тәгәстәргә тиргәнбеҙ. Б. Бикбай. Йырҙы көйләп ебәрҙем: «Ҡараташ аҫты суҡ муйыл, кутәргеһеҙ куп быйыл...» Ш. Бикҡол. Бер суғыраҡ муйылды эйелтәм тип, ҡайын киҫкәһенә менеп баҫҡайным, ул серек булған икән, .. йығылдым. Н. Мусин.
2. Ҡуйы ялбыр ботаҡлы. □ Ветвистый. Суҡ ҡайын. Суҡ тирәк. ■ Йөрәктау башындағы суҡ ҡайын, ярһыу шарлауыҡтарға ла, яҙғы сыр-сыуға ла иҫе китмәй, һаман тыныс, моңһоу ғына тынып ултыра бирә. 3. Биишева. Суҡ сәскәләрен тубәнгә һалындырып ултырған йукә ағасы төбөнә барып ятһаң, ауыҙыңа шим бал тама башларҙай тойола. Н. Мусин. Бара ғына бара мин ултырҙым суҡ сыуалҡай төбө һалҡынға. Халыҡ йырынан.
3. диал. Өйкөм булып торған. □ Кучевой, кустистый. Суҡ болот. Суҡ урман.
СУҠ III (Р.: много; И.: a lot, much; T.: çok) с. иҫк.
Күп булғанды белдерә. □ Много, во множестве. Суҡ сәләм. Суҡ булыу. ■ Ғиләж .. бер көрәгә бал килтереп ултыртты: «Суҡҡа бәрәкәт!» — тиеште ҡунаҡтар. Ж. Кейекбаев.
СУҠ IV (суғы) (Р: Сук; И.: name of a mythical bird; T.: efsanevi bir kuş) и. миф.
(баш хәреф менән) Саҡ-Суҡ бәйетендәге мифик ике ҡоштоң береһе. □ Сук (один из мифических братьев, проклятый и превращённый в птицу). ■ Уң яҡта ҡайҙалыр Саҡ ҡысҡырҙы, уға ҡаршы Суҡ тауыш бирҙе. А. Таһиров. Тауҙан тауға һағышлы сәләм кундергән Саҡ менән Суҡ тауышын, әрәмәлектәге куләуектә баҡа баҡылдағанын
658