Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 657


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУЙЫН юл
эше — ут эше, тигәндәй, ул тиклем итмә инде. Ғүмере суд алдында булғаным юҡ, страм булыр. Б. Бикбай.
СУҘА (Р.: длинная верблюжья шерсть; И.: camel’s long hair; T.: devenin uzun yünü) и.
Дөйәнең муйынындағы һәм алғы тубығындағы оҙон йөн. □ Длинная верблюжья шерсть (на шее и коленях). Дөйә суҙаһын ҡырҡыу. Суҙанан арҡан ишеү. Суҙанан йөн ойоҡ.
СУЙ I (Р: твёрдый; И.: hard; fast; T.: sert; kalın) с. диал.
1. ҡар. ныҡ. Бик ҡаты, ныҡ. □ Твёрдый, крепкий. Суй ағас. Суйға әйләнеү. Суй әйбер.
2. Тығыҙ тәнле. □ Плотный, крепкий (о теле). Суй булыу. Суй бала. Суй егет.
СУЙ II (Р: сплошь; И.: throughout; T: tamamen, baştan başa) р. диал. ҡар. тулыһынса 1.
Тулы күләмдә; тотош. □ Сплошь. Тәне суй тимерәү. Суй сәскә. Суй йыйыу. Суй еләкле ялан. Суй ашап бөтөрөү.
СУЙЫН I (Р: чугун; И.: cast iron; T: dökme demir; kazan) u.
1. Тимер менән углеродтың ҡорос итеп эшкәртеү йәки ҡойолған изделиелар әҙерләү өсөн ҡулланылған иретмәһе. □ Чугун. / Чугунный. Суйын иретеү. ■ Белорет металлургия комбинаты сығарған суйын менән ҡорос, ҡырҡынсы йыл менән сағыштырғанда, бер ярымға артты. Я. Хамматов. Ике завод икеһе лә ҡаҙнаға тимер, суйын ҡоялар, һуғыш ҡоралдары яһайҙар. А. Таһиров. [Атайым:] Бына ошо поезд тәгәрмәстәре торған тимерҙәр суйын бит инде. М. Садиҡова. Ярлы уҡыусылар урам һепереү, пристандәрҙә баржаға суйын тейәү кеүек эштәрҙең береһен дә ҡалдырмай торғайнылар. Т. Йәнәби.
2. Шул иретмәнән ҡойолған сүлмәк. □ Чугун, чугунок. Тимер суйын. Суйында аш бешереү. ■ Суйында бешерелгән йәки мейескә тәгәрләтелгән картуф, сөсө күмәс менән генә туҡланып көн күргәнлектән, әсәйҙең бешергән тәмле аштарын табында бергәләп ашау үҙе бер байрамға әүерелә. М. Садиҡова.
♦ Суйын кеүек ҡап-ҡара. □ Сверхчёрный, очень чёрный. ■ Уртаса буйлы, мыҡ
ты кәүҙәле, суйын кеүек ҡара йөҙлө булыуы өҫтөнә, тырпаҡ мыйығы ла оҡшанымы икән ҡартҡа, әллә Бараҡтың ҡулы юҡҡа-барға ҡыҫылып бармауы ҡулай тойолдомо — уныһын Давид үҙе генә белә. Ғ. Хисамов.
СУЙЫН II (Р: чугунный; И.: cast iron; T: dökme demir) c.
Суйындан яһалған. □ Чугунный. Суйын көршәк. ■ Йорт аҫтынан мейес көймәһе кеүек көймәләнеп килеп сыҡҡан юлдың селтәрле суйын ҡапҡаһы асылды ла ябылды. Ғ. Хәйри. Талип ағайҙың таш күперҙән дә, суйын күперҙән дә үткәне барҙыр. М. Кәрим. Атайым бер нәмә лә өндәшмәйенсә, урынынан тороп, һыу тултырылған суйын ҡомғанды күтәрҙе. С. Ҡудаш. Ҡарт менән ҡарсыҡ .. шунда уҡ Хоҙай ҡунаҡтарына сәй ҡайнатып бирҙеләр, мейес түренән суйын сүлмәкте тартып, картуф һалып ҡуйҙылар. Р. Низамов. Махсус һауытҡа ҡулай итеп суйын ҡапҡас эшләнде. С. Агиш.
СУЙЫН ИРЕТЕҮСЕ и. ҡар. суйын ҡойоусы. Суйын иретеүсе һәнәре. ■ Рәсүл ошо уҡ заводта — суйын иретеүсе, уның тормош иптәше Дилә ОТК начальнигы булып эшләй. «Һаҡмар», 13 февраль 2013. Домналарҙа суйын иретеүсе ағайҙар ҡыҙған тимерҙән килгән инфраҡыҙыл нурҙарҙан махсус күҙлек (япҡыс) менән һаҡлана. Ф. Фәтҡуллина.
СУЙЫН ҠОЙОУСЫ (Р.: чугунолитейщик; И.: cast iron founder; T: dökümcü) и.
Суйындан төрлө әйберҙәр ҡойоп яһаусы эшсе. □ Чугунолитейщик. Оҫта суйын ҡойоусы. Тәжрибәле суйын ҡойоусылар. Суйын ҡойоусы булып эшләү.
СУЙЫН ТОТҠОС (Р: ухват; И.: oven fork; T: maşa) и.
Ағас һаплы, башы ике яҡҡа саталы тимерҙән яһалған суйын көршәкте тотоу өсөн ҡулланылған ҡорал. □ Ухват. Суйын тотҡос яһатыу. Суйын тотҡос менән көршәкте мейескә ҡуйыу.
СУЙЫН ЮЛ и. диал. ҡар. сөгөн юл. Суйын юл рельсы. Суйын юлын яңыртыу. Суйын юл һалыу. ■ Мин килен булып килгәндә суйын юлы юҡ ине әле. Экспедиция материалдарынан.
22- 1.0072.15
657