СУДЛАШЫУ
ҡабатлауҙан шымарған һуҙҙәр тәьҫиренә буйһоноп, аяғурэ баҫты. Т. Ғарипова. Судья асыулы тауыш менән: «Судҡа яуап биргәндә, аяғурэ баҫырға кәрәк!» — тип киҫәтте. X. Мохтар.
3. Шул органдың билдәле бер эште тикшереү процесы. □ Суд. Суд яһау. Суд ултырышы. К Фатима, инде аяҡҡа баҫҡан булһа ла, судҡа килә алманы. Б. Бикбай. Суд ваҡытында Гамил, башын тубән эйеп, туҡтауһыҙ илап тик ултыра. Р. Байбулатов. Дилбәрҙең акты буйынса, Зәйни-Сашаны өс айға бутән эшкә кусерергә кәрәк тигәйнеләр судта. Ғ. Хисамов.
СУДЛАШЫУ (судлаш-) (Р.: судиться; И.: be at law with; to bring a suit against smb.; T.: dava açmak) ҡ.
Суд аша дәғүәләшеү. □ Судиться. Етәкселек менән судлашыу. Курше менән судлашыу. Судлашып йөрөу. ■ Гилаж бейәне һимертеп һуғымға һуйҙы, һәм Сәмиғулла, кеше малы өсөн судлашып йөрөгәнсе тип, был эшкә ҡул һелтәне. Ж. Кейекбаев. Ахырҙа председатель: «Хәтер ҡалыштан булмаһын, судлашырға тура килер, Мөжипов», — тине. Д. Исламов. Тик бына Емеш кенә ҡул ҡуйырға теләмәй: «Судлашып йөрөргә теләмәйем», — ти ҙә ҡуя. 3. Биишева.
СУДНО [рус.] (Р: судно; И.: ship; vessel; boat; T.: gemi, tekne) и. ҡар. карап.
Диңгеҙҙә йөҙә торған ҙур карап. □ Судно. / Судовой. Һаҡсы судно. Йөк судноһы. Пассажирҙар судноһы. ■ Суднолар, килбәтһеҙ боролоп, ҡултыҡтан сығырға маташтылар. А. Мағазов. Уға [Басыровҡа] ҡаршы баркастар, киң кукрәкле баржалар, нефть ташыусы суднолар ағыла. Ә. Бикчәнтәев.
СУДНОСЫЛЫҠ (судносылығы) (Р: судоходство; И.: navigation; shipping; boat traffic; T.: seyrüsefer; tekne trafiği ) u.
Карап йөрөшө, навигация. □ Судоходство. Диңгеҙ судносылығы. Йылға судносылығы. Судносылыҡ ҡағиҙәләре.
СУДОПРОИЗВОДСТВО [рус ] и. ҡар. суд эше. Судопроизводство менән шөғөл-ләнеу.
СУДЬЯ [рус.] (Р: судья; И.: judge; Т.: hâkim) и. ҡар. хаким.
1. юр. Суд эше буйынса хөкөм сығарған вазифалы кеше. □ Судья. Халыҡ судьяһы. Мировой судья. ■ Судья Йәмилдең ни өсөн ғәйепләнеуен ҡағыҙға ҡарап уҡып сыҡҡандан һуң, һорау алыу башланды. Р. Байбулатов. Судья капитан ағайҙың ҡайҙа тыуыуын, Өфөгә ҡайҙан килеуен, кем булып эшләуен һораштырҙы. Ә. Бикчәнтәев. Врач заводта булған бер хәл хаҡында судьяға сала-сарпы һөйләп алды. Ж. Кейекбаев.
2. спорт. Ярыш тәртибен, уйын ҡағиҙәләренең һаҡланышын күҙәткән кеше.
□ Судья. / Судейский. Халыҡ-ара категориялы судья. Футбол матчы судьяһы. Беренсе категориялы судья. ■ Ярыш етәкселәренең, судьяларҙың микрофон аша һөрәнләгән тауыштары тирә-яҡты яңғырата. Р. Байбулатов. Хәлил яуап бирергә өлгөрмәне, судья һыҙғыртҡысын һыҙғыртты. Б. Дим. Судьялар төркөмө Батыр Йәнтилинде бөгөнгө көндөң ҡаһарманы итеп иғлан итергә әҙерләнә башланы. И. Ғиззәтуллин.
СУДЬЯЛЫҠ (судъялығы) (Р: статус судьи; И.: judge’s office; T.: hâkimlik) и. ҡар. хакимлыҡ.
1. Судья (1) вазифаһы. □ Статус судьи. М [Акимов — Нуруллаға:] Һеҙҙе кандидатурағыҙ яңынан судьялыҡҡа курһәтеле-уе менән ҡотлайым. X. Зарипов. Лидияның уҙенең судьялыҡ һәнәрен ни тиклем дөрөҫ һайлау хаҡындағы шикләнеуҙәре бөтөнләй таралды. Ғ. Әмири. Бер аҙҙан һуң ул [Аҡҡужа] судьялыҡ дәрәжәһенә менеп алды. Ғ. Дәүләтшин.
2. спорт. Ярышты алып барыу эше.
□ Судейство. Ярышта судьялыҡ итеу. ■ Комиссар куп ваҡыт батальондар араһында булған физкультура ярыштарында судьялыҡ бурыстарын утәне. Б. Дим.
СУД ЭШЕ (Р: судопроизводство; И.: proceedings; court proceeding; judicature; T.: dava) и.
Суд органдарының законда ҡаралған тәртип нигеҙендә низағ һәм енәйәт эштәрен хәл итеү өлкәһендәге эшмәкәрлеге. □ Судопроизводство. Суд эшенең тамамланы-уы. ■ [Сакай — Тимергә:] Ҡуй, ҡустым, суд
656