Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 655


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУД
1. Нимәнеңдер өҫтө ныҡ ярғысланып, телгеләнеп, сурайып ҡалҡып ҡатҡандан барлыҡҡа килгән ҡытыршы урын. □ Шероховатая, неровная, комковая и т. д. поверхность чего-л. Юл суғырмағы. Суғырмаҡ менән ҡапланған. К [Ғүмәровты] сисендереп, ҡутырлап суғырмаҡ булып ҡатҡан яраларын .. йыуҙыҡ. Ф. Иҫәнғолов. Шаҡылдап туңған суғырмаҡ ер өҫтөнә лә боҙҙан уҡа ауҙар һуҙылған. 3. Биишева.
2. Ҡарт ағастың олон төбөндәге телгеләнеп, ҡытыршы булып торған ҡалын ҡабығы. □ Шероховатая кора (в нижней части ствола дерева). ■ Байморат, һүҙен әйтергә баҙмайыраҡ, ат ҡыуалап килгән сыбығы менән утар эргәһендәге ҡайындың суғырмағын соҡорға кереште. Н. Мусин. Ҡойолоп төшкән ни саҡлы ҡайыр, суғырмаҡ, ҡоро ботаҡ киҫәктәре тулып ята. Ғ. Хөсәйенов. Ҡайын суғырмағынан дегет ҡайнатып, .. арыш, бойҙай йә арпаға алыштырырҙар ине. М. Тажи.
СУҒЫРМАҠ II с. ҡар. суғырмаҡлы. Суғырмаҡ һуҡмаҡ. ■ Ҡыҙҙар, көлөшә-сыулаша, суғырмаҡ юл буйлап йүгерешеп киттеләр. 3. Биишева.
СУҒЫРМАҠЛАНЫУ (суғырмаҡлай-) (Р.: становиться шероховатым; И.: become rugged; T.: pürüzlü olmaya başlamış) ҡ.
Суғырмаҡҡа әйләнеү, суғырмаҡлы булыу. □ Становиться шероховатым, комковатым, неровным, шишковатым; выщербиться. Суғырмаҡланып бөтөү. ■ Суғырмаҡланып туңған юлда сана табандарының шы-ғырлауы әллә ҡайҙарға яңғырап ишетелә. Ф. Иҫәнғолов. Суғырмаҡланып туңған боҙ көн үҙәгендә йәш ҡойорға тотона. А. Игебаев. Ер суғыртмаҡланып туңған, ашлауы бик яйһыҙ. Ғ. Хисамов.
СУҒЫРМАҠЛАУ (суғырмаҡла-) (Р.: делать шероховатым; И.: make uneven; T: pürüzletmek) ҡ.
Суғырмаҡҡа әйләндереү, суғырмаҡлы итеү. □ Делать шероховатым, комковатым, неровным; выщербить. Юлды суғырмаҡлау. Таҡтаны суғырмаҡлау. Суғырмаҡлап бөтөү. Суғырмаҡлап сығыу. ■ Мин бәләкәй саҡта «атайымдың бите нишләп шыма түгел
икән» тип аптырай торғайным. Сәсәҡ ауырыуы шулай суғырмаҡлаған икән уны. Ш. Янбаев.
СУҒЫРМАҠЛЫ (Р: шероховатый; И.: rough; uneven; rugged; T: pürüzlü; buruş buruş) c.
Суғырмаҡ ҡаплаған, суғырмаҡланған, ҡытыршы. □ Шероховатый, комковатый, с комками, шишковатый. Суғырмаҡлы тире. Суғырмаҡлы юл. Суғырмаҡлы ағас. ■ Хәйбулла бабай ҡайындың суғырмаҡлы төбөнә йәбешкән үрмәксе ауы кеүек нәмәне бәкегә оҡшатып эшләнгән ағас менән ҡулындағы туҙ киҫәгенә ҡырып төшөрә башланы. Н. Мусин. Михайло менән Вася эргәләге йыуан-йыуан ике ҡайындан .. суғырмаҡлы ҡабыҡтар йыйып килтерҙеләр ҙә ут яғып ебәрҙеләр. Ғ. Ибраһимов. Суғырмаҡлы урам таштарын үтәнән-үтә ҡыҙҙыра ҡояш. Р. Бикбаев. Елгә йығылған суғырмаҡлы ҡарт ҡайын аҫтынан сыҡҡан ҡуян артҡы аяҡтарына баҫты. Я. Хамматов.
СУҒЫРТМАҠ (суғыртмағы) и. диал. ҡар. суғырмаҡ. Ҡайын суғыртмағы. Юл суғыртмағы. Ҡулға сыҡҡан суғыртмаҡтар.
СУД [рус.] (Р.: суд; И.: court; Т: mahkeme) и.
1. Граждандар, ойошмалар араһындағы төрлө низағ һәм енәйәт эшен ҡараған дәүләт органы. □ Суд. Йәмәғәт суды. Халыҡ суды. Судҡа биреү. ■ Күптән түгел гәзиттәрҙә халыҡ судтарына яңы һайлауҙар үткәреләсәге тураһында Указ баҫылып сыҡты. Ә. Вәли. Һүҙҙе иптәштәр судының председателе алды. И. Ғиззәтуллин. Ҡыҙыл билле машинаҡайҙар тиҙ йөрөй: суд йортона килеп етеүебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. В. Исхаҡов. Билалды судҡа биреү — полевой суд хөкөмө менән атыу, аҫыу менән ҡурҡыттылар. А. Таһиров.
2. Шул органда хөкөм сығарған хеҙмәткәрҙәр, судьялар. □ Суд (судьи). Суд кәңәшмәһе. ■ Ул мәл, ҡурҡыныс төш һымаҡ, Йәмилдең күҙ алдында ғүмере буйы һаҡланыр: «Баҫығыҙ! Суд бара!» Р. Байбулатов. «Баҫырға! Суд килә!» — Бойороҡ Мәҙинәне ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты — әллә йөҙөнсө, әллә меңенсе тапҡыр
655