СУБЫР-СУБЫР
СУБЫР-СУБЫР (Р.: подражание многократно повторяющемуся звуку течения жидкости; И.: onomatopoeic word; T.: şırıl şırıl) оҡш.
Ҡабат-ҡабат субыр иткәнде белдергән һүҙ. □ Подражание многократно повторяющемуся звуку течения жидкости. Субыр-субыр тир аға. Субыр-субыр йәш тама. ■ Субыр-субыр куҙҙән йәшем аҡһа, аҫылынып ҡалһа ҡыяҡҡа, уйлама һин, ҡайғы кутәрмәй, тип, кутәрәм мин — сабыр ул яҡҡа. Р. Ғарипов.
СУВЕНИР [фр. souvenir ‘иҫтәлек’] (Р.: сувенир; И.: remem-brance; T.: hatıralık, yadigâr) и.
Иҫтәлекле бүләк; иҫтәлекле нәмә. □ Сувенир. Башҡорт сувениры. Сувенир биреу.
■ Көнһылыу буялған, сәскә төшөрөлгән төрлө матрёшкалар һәм башҡа сувенирҙар һатылған киоскыны тиҙ тапты. Т. Ғарипова. Фәрхетов төпкә уткәнсе, мәҙәктәр һөйләп, Айһылыуҙы көлдөрҙө, тегенән алып ҡайтҡан сувенир, был ҡаланың кустәнәсе тип, төрлө нәмә буләк итте. Ғ. Хисамов. Райондаштың кабинеты елле .. стенкала төҫлө телевизор, китаптар, ниндәйҙер сувенирҙар. Н. Мусин.
СУВЕРЕН с. ҡар. суверенлы. Суверен дәуләттәр. Суверен территория. Суверен ил булып китеу.
СУВЕРЕНИТЕТ [нем. < фр. souverainete ‘юғары хакимлыҡ’] и. ҡар. суверенлыҡ. Дәуләт суверенитеты. ■ «Беҙҙә — суверенитет!» — ти «Белдекле» ҡушаматы йөрөткән уҡытыусы Рәсул. Ә. Әминев.
СУВЕРЕНЛЫ [фр. souverain] (Р: суверенный; И.: sovereign; T.: egemen) с. ҡар. үҙ аллы.
1. Юғары хакимлыҡ тотҡан. □ Суверенный (высший, верховный). Суверенлы хаким. Суверен хакимиәт. Халыҡтың суверенлы ихтыяры.
2. Суверенлыҡҡа эйә, суверенлыҡҡа мөнәсәбәтле. □ Суверенный (независимый). Суверенлы республика. Суверенлы тел. Суверенлы дәуләт. Суверенлы хоҡуҡ.
■ Бөгөн Башҡортостан — сәйәси, иҡтисади,
социаль яҡтан тотороҡло суверенлы дәуләт. «Йүрүҙән», 18 октябрь 2011.
СУВЕРЕНЛЫҠ (суверенлығы) (Р: суверенитет; И.: sovereignty; dominion; T.: egemenlik) и. ҡар. үҙаллылыҡ.
Дәүләттең эске һәм тышҡы эштәрҙәге үҙаллылығы, бойондороҡһоҙлоғо; суверенитет. □ Суверенитет. Дәуләттәрҙең суверенлығы. Халыҡтарҙың суверенлығы. Суверенлыҡ алыу. Суверенлыҡты боҙоу. ■ Республикабыҙҙың суверенлыҡ йылдарында райондың агросәнәғәт әлкәһенең айырым йунәлештә уҫешенә иғтибар артты — крәҫтиән-фермер хужалыҡтары куҙгә ку-ренеп кубәйә һәм эшмәкәрлеген киңәйтә, нығыта. «Йәшлек», 10 октябрь 2010.
СУҒЫЛЙЫМ (Р: с обильными гроздьями; И.: with many bunches; T.: birçok salkim-h) c.
Суҡ (II, 1) булып үҫкән. □ С обильными гроздьями. Суғылйым муйыл. Быйыл сейә суғылйым булды. ■ Суғылйым ҡарағат тәлгәшен тубән эйгән. А. Игебаев.
СУҒЫЛМА (Р: эпилепсия; И.: epilepsy; T.: epilepsi, sara) и. мед. диал.
1. Аңын юғалтып, тартыштырып, ҡапыл йыға торған ауырыу; быума, өйәнәк. □ Эпилепсия. Суғылма булыу. Суғылма тотоу. Суғылманан йығылыу.
2. Бер өшөтөп, бер ҡыҙҙырып ауырыта торған йоғошло сир; биҙгәк. □ Лихорадка, малярия. Суғылма ҡалтыратыуы. Суғылманан тән температураһының кутәре-леуе.
СУҒЫМ с. диал.
1. ҡар. суҡ II, 1. Суғым муйыл. Суғым булыу. Суғым алма.
2. ҡар. суҡ III. ■ Суғым аҡса барҙа тип баҙарға барып ҡайттым. Экспедиция материалдарынан.
СУҒЫР (Р: луб; И.: (lime) bast; bass; T.: iç kabuğu) и. диал. ҡар. күшкә.
Ҡайындың туҙы аҫтындағы йомшаҡ ҡатлам. □ Луб, лубок. Суғыр һыҙырыу. Суғыр ҡайнатыу. Ҡайын суғыры.
СУҒЫРМАҠ I (суғырмағы) (Р: шероховатая поверхность; И.: rugged surface; T.: pürüzlü yüzey; pürüzlü kabuk) и.
654