Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 653


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СУБЫРЛАШЫУ
ектив һәм субъектив сәбәптәр табып маташмағыҙ. Н. Мусин.
2. Билдәле бер субъектҡа ғына хас; шәхси. □ Субъективный (свойственный определённому субъекту, лицу). Субъектив тойғо. Субъектив ҡараш. Субъектив фекерләү һөҙөмтәһе. ■ [Шиғырҙа] шағирҙыц субъектив донъяһындағы предмет уҙенец предмет булыуын юғалта. М. Ғәли. Юҡ, ул [Хәбиров] уҙенец субъектив ҡараштарыныц ҡоло булырға теләмәй. X. Ғиләжев.
СУБЪЕКТИВИЗМ [рус.] (Р.: субъективизм; И.: subjectivism; T.: öznelcilik) и.
1. фәлс. Ысынбарлыҡҡа объектив баһа бирмәгән, тәбиғәттең һәм йәмғиәттең закондарын танымаған кире ҡараш. □ Субъективизм. Тарихтағы субъективизм. Субъективизм башланғысында тороу. Субъективизм позицияһын ҡабул итеу.
2. кит. Объектив булмаған, сикләнгән субъектив ҡараш. □ Субъективизм. Эшкә субъективизм ҡамасаулай. ■ [Сынтимер — Сарышевҡа:] Кем уны [Мансурҙы] субъективизм, волюнтаризм кеуек яцғырауыҡлы һүҙҙәр менән дыуамаллыҡта ғәйепләп сыҡты шул саҡта! Ш. Янбаев.
СУБЪЕКТИВИСТ [рус.] (Р: субъективист; И.: subjectivist; T.: öznelcik) и. фәлс.
Субъективизм (1) яҡлы кеше. □ Субъективист. / Субъективистский. Субъективист булыу. Субъективистар ҡарашы.
СУБЪЕКТИВИСТИК (Р: субъективистский; И.: subjectivistic; T.: öznel) с.
Субъективизмға һәм субъективлыҡҡа мөнәсәбәтле. □ Субъективистский. Субъективистик ҡарашта тороу. Субъективистик фекер. Субъективистик рәуештә ац-латыу.
СУБЪЕКТИВЛЫҠ (субъективлығы) (Р: субъективность; И.: subjectiveness; subjectivity; T.: öznellik) и.
Дөрөҫлөктө иҫәпкә алмаған субъектив мөнәсәбәт. □ Субъективность. Субъективлыҡтан арыныу. Хөкөмдөц субъективлығы. Эште баһалауҙа субъективлыҡ күрһәтеү. ■ Йәнә шуныһы ла бар: әҙәми затҡа субъективлыҡ тигән нәмә хас. Ф. Күзбәков. Яҙыусының стиленә объектив автор
хикәйәләуе менән бер рәттән, субъективлыҡ көслө булған көсөргәнешле эске монолог, ситләтелгән тура телмәр формаларын иркен ҡулланыу хас. «Ватандаш», № 8, 2011.
СУБЫР I (Р: подражание звуку, возникающему при течении или выливании жидкости; И.: onomatopoeic word; T.: şırıl şırıl) оҡш.
һыуҙың, тирҙең, күҙ йәшенең йә башҡа шыйыҡсаның ҡапыл ағып киткәнен белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при течении или выливании жидкости. Субыр итеп ҡалыу. Субыр иткән тауыш сығарыу. Субыр итеп ағып китеу.
СУБЫР II с. диал. ҡар. соҡонма. Субыр булыу. Субыр холоҡло.
СУБЫРЛАТЫУ (субырлат-) (Р: лить обильно; И.: spill profusely; T.: bol bol dökmek) ҡ.
Субыр-субыр иттереү, субыр-субыр килтереү. □ Лить, выливать, проливать (обильно). Субырлатып һыу ҡойоу. ■ Ҡарты-йәше, бала-сағаһы баштарын эйеп, .. куҙ йәштәрен субырлатып, тәүге уҡытыу-сыбыҙҙыц мәктәп эргәһендәге өйөнә табан ағылды. Н. Мусин.
СУБЫРЛАУ (субырла-) (Р: обильно течь; И.: flow profusely; T.: bol bol akmak) ҡ.
Түгелеү, ҡойолоу. □ Обильно течь. ■ Һәр ваҡыт эҫе мейес алдында тороп эшләүгә, өҫтәге кейемдец тиген ере ҡалмай лыс һыу була, тир субырлап тора. Ж. Кейекбаев. Бейә һауып ултырған бисәләрҙец күҙенән субырлап йәш аҡҡан, йәйләүҙә хәрәкәт туҡтаған. Ә. Вахитов. Ялағай яҡтыһында буй-буй уҡмашып мацлайына төшкән сәстәре күренеп ҡала Рәмзилдец. Улар буйлап һыу субырлай. Д. Бүләков. Ынйыташ, күҙенән субырлап аҡҡан йәшен дә һөртөп тормай, башын егеттец күкрәгенә терәне. Ә. Хәкимов.
СУБЫРЛАШЫУ (субырлаш-) ҡ. урт. ҡар. субырлау, взаимн. от субырлау. Субырлатып ағыу. Йылға-шишмәләр субыр-лаша был яҡта. ■ Тик тамсылар көмөш ишкәктәрҙән субырлашып һыуға ҡойола. Р. Ғарипов.
653