СУБСТРАТ
субстанцияһы. Рухи субстанция. Йәшәйеш субстанцияһы. Материя субстанцияһының асыҡланыуы.
2. кит. Нимәнеңдер нигеҙе, асылы. □ Субстанция. / Субстанциальный, субстанциональный. Тупраҡтың минераль субстанцияһы. Ҡандың субстанцияһы. Матдәнең субстанцияһы.
СУБСТРАТ [фр < лат. substratum ‘нигеҙ’] (Р.: субстрат; И.: understratum; T.: dayanak, sübstratum) и. ҡар. ерлек.
1. махе. Нимәлер урынлашҡан нигеҙлек; нимәгәлер нигеҙ булған нәмә. □ Субстрат. Тупраҡтың субстраты. Ер ҡабығының базальт субстраты.
2. фәлс. Ниндәйҙер күренештәрҙең дөйөм нигеҙе, бер төрлө күренештәрҙең уртаҡ нигеҙе. □ Субстрат. Фәлсәфәүи субстрат. Психик күренештәрҙең материаль субстраты. Һыу — башланғыс субстрат. Демокрит буйынса, тормош нигеҙенең субстраты — атом.
3. лингв. Боронғо ерле халыҡ теленең һуңынан килгән халыҡ телендә һаҡланып ҡалған ҡайһы бер күренештәре. □ Субстрат. Башҡорт телендә фин-уғыр субстраты. Испан телендә иберий субстраты. Румын телендә дак субстраты.
СУБТИТР [лат. sub ‘аҫта’ + фр. titre ‘титр’] (Р.: субтитр; И.: subtitle (in film); superimposed title; T.: altyazı) и.
Төрлө телетапшырыуҙарҙың, кинофильмдарҙың аҫтына һөйләгәнде яҙған текст. □ Субтитр. Субтитр ебәреү. Субтитрҙар менән фильм. Субтитрҙар менән ҡарау.
СУБТИТРЛАНЫУ (субтитрлан-) ҡ. төш. ҡар. субтитрлау, страд, от субтитрлау. Субтитрланған фильм. Яҡшы суб-титрланған кино.
СУБТИТРЛАУ (субтитрла-) (Р: субти-тровать; И.: provide with subtitles; T.: altyazı yazmak) ҡ.
Телетапшырыуҙар, кинофильмдар аҫтына субтитрҙар ебәреү. □ Субтитровать. Сит ил фильмдарын субтитрлау.
СУБТРОПИК I (субтропигы) [рус. субтропики} (Р: субтропики; И.: subtropics; Т.: subtropik bölge) и.
Ер шарының тропик бүлкәт менән урта бүлкәт араһындағы физик-географик зонаһы. □ Субтропики. Эҫе субтропик. Дымлы субтропик. Ярым дымлы субтропик.
СУБТРОПИК II (Р.: субтропический; И.: subtropical; Т.: subtropik) с.
1. Ер шарының тропик бүлкәте менән урта бүлкәте араһында урынлашҡан. □ Субтропический. Субтропик зона. Субтропик район. Субтропик илдәр.
2. Ошо урынлашҡан зонаға хас. □ Субтропический. Субтропик климат. Субтропик культура. Субтропик үҫемлектәр.
СУБЪЕКТ [лат. subjectum ‘нигеҙҙә ятҡан’] (Р: субъект; И.: subject; T.: şahıs; özne) и.
1. Ниндәйҙер һыҙаттарға эйә булған кеше; шәхес. □ Субъект. Тарихи субъект. Ауырыу субъект. Субъект ҡарашы. Билдәле субъект.
2. фәлс. Донъяны танып белеүсе һәм эш-хәрәкәт башҡарыусы кеше йәки социаль төркөм. Танып белеү субъекты һәм объекты. Объект — субъекттан тыш булған күренеш.
3. юр. Билдәле хоҡуғы һәм бурысы булған кеше йәки ойошма. □ Субъект. Хоҡуҡ субъекты. Енәйәт субъекты. Физик субъект. Юридик субъекттар. ■ Жандарм офицеры, шатланып, ҡулдарын ыуғыларға кереште: күпме кешене тентетте ул, ә бер генә лә шикле субъектты тота алманы. X. Мохтар.
4. гром. Һөйләмдең эйәһе, шулай уҡ эш башҡарыусыны күрһәткән грамматик форма. □ Субъект. Һөйләм субъекты. Грамматик субъект. Семантик субъект.
СУБЪЕКТИВ (Р: субъективный; И.: subjective; T.: öznel) с. ҡар. шәхси.
1. Субъект, кеше, шәхес ҡарашына ҡағылған, объектив булмаған. □ Субъективный (не объективный). Енәйәттең субъектив яғы. Тарихтағы субъектив фактор. ■ Һәр хәлдә, ул [Рәшит] Тилембай әйткән «субъектив һәм объектив факторҙарҙы» үҙе өсөн тиҙерәк асыҡларға ынтылды. Б. Рафиҡов. [Яубаҫаров:] Тик һеҙ, иптәш Сурағолов, план үтәлеше хаҡында һүҙ барғанда, үҙ өҫтөнә төшкән яуаплылыҡты кәметергә теләгән кешеләй, һәр төрлө объ
652