Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 689


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СҮГӘТӘ
Ныҡ таушалдырыу, туҙҙырыу; сүбәккә әйләндереү. □ Измочаливать, трепать. Китапты сүбәкләндереп бөтөү.
СҮБӘКЛӘНЕҮ (сүбәклән ) (Р.: истрепаться; И.: fray; T.: yıpranmak) ҡ.
Ныҡ таушалыу, туҙыу; сүбәк кеүек булыу. □ Истрепаться, стать ветхим, потёртым; превращаться в труху (в очёски, в охлопье). Сүбәкләнгән ҡулъяҙмалар. ■ Kuman сүбәкләнеп бөткән. Р. Низамов. [Рәмзиә:] Ит, картуф һатҡан аҡсаларҙы, ҡосағы менән тигәндәй ҡайтарып, түшәк аҫтына һалам да, улар шунда сүбәкләнә башлағас, кассаға илтәм. М. Садиҡова.
СҮБӘКЛӘҮ (сүбәклә-) ҡ. ҡар. сүбәкләндереү. Сүбәкләп ҡуйыу.
СҮГЕМ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Сүгемдәр шәжәрәһе.
СҮГЕНЕКЛӘҮ (сүгенеклә-) (Р: опускаться на колени; И.: kneel down; T.: diz çökmek) ҡ. диал. ҡар. тубыҡланыу.
Тубыҡты бөгөп ергә сәнсеү. □ Опускаться на колени, стоять на коленях. // Коленопреклонение. Сүгенекләп ултырыу. Дошман алдында сүгенекләмә. ■ Бөтә халыҡ алдында сүгенекләп ултырып, үкһеп иланым. Й. Солтанов.
СҮГЕРМӘК (сүгермәге) (Р: котловина; И.: hollow; T: çukur) и.
Яҙ көнө һыу тула, йәй көнө һыуы ҡорой торған уйһыулыҡ, ҙур соҡор. □ Котловина. Н Һыбайлылар, бер сүгермәктән икенсе-һенә һикереп төшөп, алға шыуыштылар. Ә. Ихсан.
СҮГЕҮ (сүк-) (Р: приседать; И.: squat; Т.: çömelmek) ҡ.
1. Аяҡ быуындарын бөгөп, буйҙы түбәнәйтеү, сүкәйеү. □ Приседать, садиться на корточки. // Приседание. Капыл ергә сүгеү. ■ [Вәлетдин — Талипҡа:] Бына һин түңәрәк уртаһында, бер эйелеп, бер сүгеп, бер илереп, бер шымып, зыр әйләнәһең. М. Кәрим.
Байназар, ҡурҡыуҙан бигерәк, быҙауҙарҙы ҡыҙғанып, үкереп илап ебәрҙе һәм башын баҫып ергә сүкте. Б. Бикбай. [Сергей] ике ҡулын һуҙып, сүгеп алды, билен яҙып, берсә алға бөктө, берсә артҡа ҡайырҙы. А. Абдуллин.
2. Баҫылыу, баҫыла төшөү, тәпәшкә әйләнеү. □ Оседать, давать осадку. // Осадка. Сүгеп бөтөү. ■ Ул [мәктәп] ҡартайып, ҡарсыҡтар шикелле, ергә сүгеп, йәнә мине ташлап китәһегеҙ инде тигәндәй, моңайып ултырып ҡала. Р. Камалов. Теге ҡайын һаман да бар икән. Тик әҙ генә үҙгәргән һымаҡ. Әллә сүгеп ҡалған, әллә ҡартайған. Р. Солтангәрәев. • Урынлы әйткән һүҙгә дөйә лә сүгә. Әйтем.
3. күсм. Көсһөҙләнеү, хәлһеҙләнеү, ҡаҡшау, насарланыу. □ Сдавать, слабеть. Капыл сүгеү. ■ Шулай була шул ул: йәштәр үҫә, ҡарттар сүгә. Һ. Дәүләтшина. Юлдашыма күтәрелеп ҡарайым — ул сүгеп, бөтөнләй сибекләнеп ҡалған кеүек күренә. Ш. Бикҡол.
СҮГӘЛӘТЕҮ (сүгәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. сүгәләү, понуд. от сүгәләү. ■ Караһаҡалдың баш осона күтәрелгән ҡамсылы ҡулы шау-шыуҙы баҫа, Мандарҙы ергә сүгәләтә. Б. Рафиҡов.
СҮГӘЛӘҮ (сүгәлә-) (Р: приседать; И.: cower; T.: çömelmek) ҡ.
Аяҡ быуындарын бөгөп, буйҙы түбәнәйтеү; сүгеү, сүкәйеү. □ Приседать, садиться на корточки. // Приседание. Ергә сүгәләү. Сүгәләп ултырыу. ■ Зөфәр бер нисә аҙым алға үтте, сүгәләне. И. Абдуллин. Зәки Вәлиди ҡояш ҡыҙҙырған түбәне ташлап, ҡыуаҡ күләгәһенә барып сүгәләне. Р. Байымов. Көс-хәл менән үлем яланын уҙған һалдаттар, бер кемгә бер һүҙ өндәшмәй, туҡтап ҡалалар йә шунда уҡ сүгәләйҙәр. Ә. Бикчәнтәев. Нәзиф юлдан байтаҡ ситтә, ҡар өҫтөнә сүгәләгән бер баланы күрҙе. Ғ. Лоҡманов. Сажидә иҙән уртаһындағы өс тояҡлы аҡ ултырғысҡа сүгәләне. Н. Мусин.
СҮГӘТӘ I и. диал. ҡар. сеүәтә. ■ Кунаҡ-тар башта берәр бөртөкләп кенә ҡарағат ҡабып ауыҙ астылар, һыуһынға берәр сүгәтә айран эсеп алдылар. 3. Биишева.
23- 1.0072.15
689