Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 690


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СҮГӘТӘ
[Маянһылыу — Ҡуҙыйкурпәскә:] Туғыҙ су-гәтә бал бирерҙәр, эсмә, йәнем, туғыҙ һөйәк ит бирерҙәр, еймә, йәнем. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
СҮГӘТӘ II (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Сугәтә араһы кешеһе.
СҮК (сүге) (Р: вид кушанья; И.: sort of national meal; T.: yemek çeşidi) и.
Ҡыҙҙырып, килелә төйгән тары ҡурмасы (һөт йәки ҡаймаҡ ҡушып ашайҙар). □ Вид кушанья, приготовленного из жареного растолчённого пшена. Сук бешереу. ■ Иртә менән ашалған бер каса тары суге [Ар-ғанбайҙың] көсөн оҙаҡ һаҡлай алманы. С. Агиш.
СҮКЕЛДӘШЕҮ (сүкелдәш-) ҡ. диал. ҡар. сөкөрләшеү. ■ Ҡарттар сукелдәшеп һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр. Ғ. Әмири.
СҮКЕЛЕҮ (сүкел-) ҡ. төш. ҡар. сүкеү 1, 2. страд, от сүкеү 1, 2. ■ Бер ерҙә уҡ-һаҙаҡ, һөңгө башаҡтары, ҡылыс-хәнйәр сукелә, икенсеһендә эйәр-әпсен, арба, тирмә кирәгәләре, ағастан һауыт-һаба яһайҙар. Ә. Хәкимов.
СҮКЕР (Р: стерня; И.: stubble; T.: anız) и. диал.
Сабылған үлән төбө. □ Стерня. Ҡаты сукер. ■ Тешле салғы менән уләндең төбөнән шыртылдата ҡырҡтырып сығалар. Ҡыҫҡа ғына сукере тороп ҡала. Ғ. Ишбулатов.
С ҮКЕРЕҮ (сүкер-) (Р: оглушить ударом по голове; И.: nunpluss; T.: başına vurup bayıltmak) ҡ. диал. ҡар. иҫәнгерәтеү 1.
Һуғыу, һуғып иҫәнгерәтеү. □ Оглушить ударом по голове. Сукерә һуғыу. Башына сукереу.
СҮКЕТЕҮ (сүкет ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. сүкеү, понуд. от сүкеү. Салғы сукетеу. Таш сукетеу. Тимер сукетеу. ■ Еҙукәйҙең аҡса сукетеуе иһә .. мәмләкәттең алыу-һатыу сәйәсәтен уҙ ҡулында тупларға ынтылыуы ине. Ә. Хәкимов.
2. Ваҡ, текә баҫып юртыу (атҡа ҡарата). □ Галопировать, бежать галопом, скакать. Шәп сукетеу. ■ Ә инде ултырып, дилбегәне бер ҡағыу менән, ул [Ерәнсәй], туп кеуек тәгәрләп, йән-фарман сукетеп сығып китер ине. Ғ. Хөсәйенов. Ана улар [аттар] сукетә-сукетә Хәким юлы менән урманға инеп юғала. Т. Килмөхәмәтов.
3. кусм. Оҫта баҫып бейеү. □ Плясать, чётко отбивая такты. «Әпипә»гә сукетеу. ■ [Әхәт] фуражкаһын кемгәлер тотторҙо ла .. «Ҡарабай»ға сукетә башланы. Д. Исламов.
4. кусм. Бик ныҡ, ҡаты бәрелеү. □ Обращаться с кем-л. грубо, сказать грубо. ■ Таһир олатай, әбейе һуҙҙәренән ауырһынып, тамағын ҡырҙы: «Ниңә улай сукетеп әйтәһең, әбей? Баланың куңелен уйларға кәрәк». Й. Солтанов.
СҮКЕҮ (сүке-) (Р: ковать; И.: forge; Т: dövmek) ҡ.
1. Ниндәйҙер форма биреү өсөн металды сүкеш менән һуғып йәнсеү. □ Ковать. // Ковка. Тимер сукеу. М Уның [Хужаның] итләс бите, маңлайы һәм муйыны буйлап ҡара тир аға, ләкин ул шаҡтай ҡалын һәм оҙон тимерҙе сукеуен белә ине. Ә. Вәли. Айҙар тимерҙе сукей башлаһа, донъяһын онота. И. Ғиззәтуллин. Сирек быуат ғумерен Путилов заводында тимер сукеп уткәргән ҡарт мастерҙың ҡулдары ярайһы уҡ ҡаты ине әле. Д. Исламов.
2. Сүкеш менән һуғып, металдан нимәлер яһау. □ Изготовлять что-л. из металла. Бәке сукеу. ■ Салих бына тигән бысаҡ сукеп алды. X. Мохтар. Батша властарының тимерлектәрҙе ябыу, ҡорал сукеуҙе тыйыу тураһында сығарған ҡарарҙарынан аҙаҡ, бындай эшкә тотоноу ҙа ҡурҡыныс ине. Н. Мусин. Аттарҙы дағалаталар, һөңгө сукейҙәр, уҡ башаҡтары яһайҙар. Ғ. Ибраһимов.
3. Сүкеш менән һуғып, салғының йөҙөн йоҡартыу; тапау. □ Отбивать. // Отбивка (косы). Салғы сукеу. ■ Емеш ишек алдында салғы сукеп булашҡан атаһы янына барып ултырҙы. 3. Биишева. Салғы сукегән тауышҡа уяндым [Ғәли]. Яр. Вәлиев.
690