Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 691


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

СҮКӘЙЕҮ
[Хәбибулла ҡарт ] кистән утмәҫләнгән салғыларҙы һайлап алып сукей башланы. Я. Хамматов.
4. Сүкеш йәки башҡа ҡорал менән ҡаты нәмәне соҡоу; соҡоп ырыу. □ Чеканить. Таҡтаташ сукеу. ■ Ҙур шыма ташҡа сукеп: «Бында Бөйөк Ватан һуғышының яугиры, алған яралары һөҙөмтәһендә тыуған иленә ҡайтып улгән Әухәҙи исемле колхоз аты ерләнде», — тип яҙып ҡуйҙылар. Р. Өмөтбаев. Ҡыуандыҡ һөйгәненең рәсемен сукей башланы. Ә. Хәкимов. Мин [Хажи]бынан һуң Баһау менән бергә эшләйәсәкмен — ҡәбер таштары сукейәсәкмен. Ә. Чаныш.
5. Нимәгәлер берәй нәмәнең осо менән һуғыу, туҡылдатыу. □ Стучать. ■ [Ағай] папиросын алды һәм уны .. көмөш портсигарының ҡапҡасына оҙаҡ сукеп торҙо. С. Агиш. Ғәли майлы ҡулы менән берсә елкәһен тырнап, берсә уҙенә уҙе асыуланып маңлайын сукеп,.. бысранып бөткәйне. Ә. Вәли.
6. кусм. Үлтерә һуғыу, үлтереү. □ Стукнуть, прибить кого. ■ Сукей торғас, бер ваҡытта бер сукеуҙә батшаны һуғып йыҡҡандар. Икенсе сукеуҙә помещиктарҙы, өсөнсө сукеуҙә буржуйҙарҙы олаҡтырғандар. С. Ҡудаш.
СҮКЕШ (Р.: молот; И.: hammer; T.: çekiç) и.
1. Ҡағыу, сүкеү, йәнсеү, турайтыу һ. б. өсөн ҡулланылған арҡыры ағас йәки тимер башлы, төҙ һаплы ҡорал. □ Молот, молоток. Итексе сукеше. Салғы сукеше. Тимерсе сукеше. ■ Бәләкәй ҡасау менән сукеш Данирҙың ҡулында уйнап ҡына торҙо. Р. Байбулатов. Балта, бысҡы, сукеш тотоп, ҡаҙау кутәреп уҙ теләге менән өмәгә килеусе өлкәндәр ҙә бар ине. 3. Биишева. Икенсе көндө иртәнсәк Буран, юл тоғо артмаҡлап һәм ҡулына сукеш алып, Милованова артынан эшкә сыҡты. Ә. Бикчәнтәев. Тимерлектән ҡара төтөн бөркөлә, сыңҡ-сыңҡ сукеш тауышы ишетелә. 3. Ураҡсин. • Ҡалын һандал сукештән ҡурҡмаҫ. Әйтем.
2. миф. Мифлаштырылған предмет (ен-шайтанды ҡыуғанда ҡулланыла). □ Молоток (мифологизированный предмет). Сукеш менән ҡурҡытыу.
СҮКЕШБАЛЫҠ (сүкешбалығы) (Р: молот-рыба; И.: hammer-head shark; T.: çekiç balığı) и. зоол.
Акулалар ғаиләһенә ҡараған, башы сүкешкә оҡшап торған йыртҡыс диңгеҙ балығы. □ Молот-рыба (лат. Eusphyra blochii). Сукешбалыҡ томшоғо.
СҮКЕШБАШ (Р: обыкновенный дубонос; И.: common grosbeak; T.: bayağı kocabaş) и. диал. ҡар. балғабаш.
Сыйырсыҡ ҙурлығындағы, һирәк осоусы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, йыуан ауыр кәүҙәле ҡош; ҡалынморон турғай. □ Обыкновенный дубонос (лат. Coccothraustes coccoth-raustes). Сукешбаш ояһы. ■ Ama сукеш-баштың дөйөм төҫө алһыуыраҡ ерән, суҡыш төптәре, тамағы, ҡанат ситтәре, ҡойроғо ялтыр ҡара. Э. Ишбирҙин.
СҮКЕШЕҮ (сүкеш-) ҡ. урт. ҡар. сүкеү 1—4. взаимн. от сүкеү 1—4. Салғы сукешеу. Таш сукешеу.
СҮКЕШСЕ (Р: молотобоец; И.: hammerer; T.: demirci) и.
Тимерсенең ярҙамсыһы. □ Молотобоец. Сукешсе хеҙмәте. ■ Сәғит ағай тимерлектә сукешсе булып эшләй, ә Әсмә апай приютта кер йыуа. X. Мохтар.
СҮКРӘ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Сукрәләр йыйыны.
СҮКТЕРЕҮ (сүктер-) ҡ. йөкм. ҡар. сүгеү, понуд. от сүгеү. ■ Ғайса тигәне елләнеп ырғып торғайны, салғыйынан тартып суктерҙеләр. Й. Солтанов. Әллә көрт баҫҡан .., әллә һуғыш нужаһы артыҡ ныҡ суктергән — өйҙәр тәпәшәйеп ҡалған. Ш. Бикҡол.
СҮКӘЙЕҮ (сүкәй-) (Р: садиться на корточки; И.: squat; T: çömelmek) ҡ.
1. Аяҡ быуындарын бөгөп, осаны ергә тейҙермәй, ике табанда йәки аяҡ осонда ултырыу. □ Садиться на корточки, приседать. // Приседание. ■ Йәмил, арты
23*
691