СҮКӘЙЕШЕҮ
нан килеп, һыу ситендә сүкәйеп ултырған Гөлфиәнең иңбаштарынан ҡыҫып тотҡан булды. Р. Байбулатов. Хаммат, кисә төндә уҙе разведкаға килгән саҡта, ҡаҙауын һурып әҙерләп киткән ике таҡта янына килеп сүкәйҙе. 3. Биишева. Мәҙинә сүкәйеп ултырған еренән һикереп аяҡтарына баҫҡанын да һиҙмәне. Д. Бүләков. Ҡәйнәһе килеп ингәндә, Сәбилә ишек төбөндә сүкәйеп ултыра ине. Т. Ғарипова. [Фәтих] Әҡлимә тураһындағы һүҙҙәрҙе ишеткәс, үҙе лә һиҙмәҫтән, усаҡ янына сүкәйеп, уны буташтырырға тотондо. X. Ғиләжев.
2. Арт һанды ергә ҡуйыу (эт, бүре һ.б. ҡарата). П Присесть (о собаке, волке и т. п.). Сүкәйеп ултырыу. ■ Кәзә ояһының ауыҙында ғына дәү бер бүре сүкәйеп ултыра. С. Кулибай. Йомран, ирләндәр ҙә был яҡта [ялан яҡтарында] күберәк күренә, юл буйҙарында сүкәйеп ултырып, һыҙғырып тороп ҡалалар. С. Агиш.
СҮКӘЙЕШЕҮ (сүкәйеш) ҡ. урт. ҡар. сүкәйеү, взаимн. от сүкәйеү. ■ Улар [Сәғиҙә менән Гөлйөҙөм] икәүһе ҡара-ҡаршы сүкәйешеп ултырҙылар. Һ. Дәүләтшина.
СҮКӘЙЛӘҮ (сүкәйлә-) ҡ. диал. ҡар. сүкәйеү 1. Сүкәйләп ултырыу. ■ Бер тәпәшәк өй эргәһендә берәү сүкәйләпме,.. нимәгәлер ултырыпмы тора икән. А. Таһиров.
СҮКӘЙТЕҮ (сүкәйт) ҡ. йөкм. ҡар. сүкәйеү, понуд. от сүкәйеү. Сүкәйтеп ултыртыу. ■ [Иҫәкәй — Мәмбәтсураға:] Был донъяның ҡайһы яҡтан килтереп сүкәйтә һуғырын белеп булмай шул, ҡорҙаш. Н. Мусин.
СҮКӘКЛӘҮ (сүкәклә-) (Р.: на карачках что-л. делать; И.: do smth on all fours; T.: emeklemek) ҡ. диал.
Сүкәйеп, имгәкләп хәрәкәт итеү. □ На карачках что-л. делать. Сүкәкләп еләк йыйыу.
СҮКӘМӘ (Р: болтушка; И.: mess; T.: un çorbası) и. диал. ҡар. боламыҡ I, 1.
Ондан ғына болғатып бешерелгән шыйыҡ бутҡа һымаҡ аш. □ Болтушка (мучная). Сүкәмә бешереү.
СҮКӘНӘЙ (Р: родовое подразделение башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
1. Бер башҡорт аймағы исеме. □ Название родового подразделения башкир. Сүкәнәйҙәр араһы егете. Сүкәнәйҙәр менән сиктәш ырыуҙар.
2. Сүкәнәй араһының танытмаһы булған шартлы билдә. □ Родовой знак. Сүкәнәй һуғылған ағас.
СҮЛ (Р.: пустыня; И.: desert; T.: çöl) и.
Ҡоролоҡло, үҫемлеккә бик ярлы, ҡомло киң дала. □ Пустыня. / Пустынный. Ҡомло сүл. ■ Борон замандарҙа Рәсәйҙән һиндостанға ҡом сахралары, сүлдәр аша барырға кәрәк булған. Ә. Бикчәнтәев. Борон-борон заманда һыуһыҙ сүлдә бик бай бер каруан аҙашҡан, ти. М. Кәрим. Эйе, ул [Фәтих] ҡырыҫ төньяҡтың тынды ҡур-ғыс әсе һыуыҡтарын да күрҙе, сүлдәрҙәге яман эҫелекте лә татыны. А. Мағазов. Яҙ ҡуҙғалған ғәскәр, ҡорғаҡһыу сүлде иҫән-аман уҙғанхәлдәлә ары китә алмай, тапанып ҡала. Ә. Хәкимов. Геологтар һыуһыҙ сүлдәрҙе лә, диңгеҙ төптәрен дә, мәңгелек туң ҡоршаған төньяҡ киңлектәрен дә айҡап-байҡап сығалар. Ш. Янбаев. • Сүлдең ҡамышы булмаҫ, ямандың намыҫы булмаҫ. Әйтем.
СҮЛ АҠТАМЫРЫ (Р: пырей пустынный; И.: couch-grass species; T.: ayrık otu) и. бот.
Оҙон һабаҡлы ҡыяҡ үлән; шыбүлән. □ Пырей пустынный, пырей узкоколосый (лат. Agropyrum desertorum). Сүл аҡтамыры ҡыяғы.
СҮЛ БАЛЫҒЫ (Р: вьюн; И.: loach; Т: çoprabalığı) и. диал. ҡар. йыланбалыҡ 1.
Оҙон йомро кәүҙәле, аҫлы-өҫлө буйҙан-буй һуҙылған йөҙгөслө, бәләкәй генә башлы, ҡараһыу төҫтәге йылға йәки күл балығы. □ Вьюн (лат. Misgumus fossilis). Сүл балығы тотоу.
СҮЛ БОРОСО (Р: очиток; И.: stone crop; T.: Sedum, Dam Koruğu) и. бот.
Ике өлөшлөләр ғаиләһенә ҡараған, йыуан итләс һабаҡлы, һутлы япраҡлы ҡыҙыл йәки аҡ сәскәле үҫемлек. □ Очиток (лат. Sedum acre). Сүл боросо дауаһы.
692