ПАНЦИРЬ
2. Панцирь (2) менән кәпләнгән. □ Панцирный. Панцирлы йәнлектәр. Панцирлы һөйрәлеуселәр. Панцирлы динозавр.
ПАНЦИРЬ [рус. < нем. Panzer < ит. panciera < panda ‘эс’] (Р.: панцирь; И.: coat of mail, armour; T.: zırh) и.
1. хәрби. Бер-береһенә инеп тормалы тимер дүңгәләктәрҙән эшләнгән хәрби күлдәк (бороняугирҙыһөңгө,ҡылыскеуекҡоралдарҙан яраланыуҙан һаҡлаған). □ Панцирь. / Панцирный. Ауыр панцирь. Панцирь кейеу. М Боронғо замандан ҡалған кольчуга панцирь һәм шлем кейгән башҡорт казактарының өҫ-башына куҙ йөрөтөп, туҡталып-туҡталып ҡарап торҙо. Я. Хамматов.
2. Ҡайһы бер йәнлектәрҙең тышҡы ҡаты ҡабығы; ҡабырсаҡ. □ Панцирь. / Панцирный. Кеҫәртке панциры. ■ Гөбөргәйел һымаҡ панцирь менән ҡапланған ҡорос тартма, ҡотто алырҙай итеп укереп, тупсылар өҫтөнә урмәләуен белде. И. Ғиззәтуллин.
3. Бик күп ваҡ тимерҙән яһалған нәмә. □ Панцирь. / Панцирный. Панцирь дуңгәләге. ■ Панцирь матрас куңелле итеп шытырлап ҡуйҙы. И. Абдуллин.
ПАПА I [рус. < лат. Papa < гр. pappas ‘атай’] (Р: папа; И.: Pope; T.: Papa) и.
Рим католик сиркәүенең иң юғары дәрәжәләге руханийы һәм Ватикандың дәүләт башлығы. □ Папа. / Папский. Папа хөкөмө. Папа идараһы. Папа һайлау. ■ Католиктар башлығы Рим папаһының Әтилде «Алла ҡамсыһы» тип нарыҡлауы айырыуса иҫтә ҡалған. Б. Рафиҡов.
ПАПА II (Р: бука; И.: bogyman; T.: umacı) и. миф. диал. ҡар. бапаҡ.
Балаларҙы ҡурҡытыу өсөн әйтелгән мифик зат. □ Бука (существо, которым пугают детей). Баланы папа менән ҡурҡытыу. Папа килә.
ПАПА III (Р: дух; И.: aura; T.: hayalet) и. миф. диал. ҡар. өрәк.
Үлгән кешенең йәне. □ Дух (являющийся после смерти человека как привидение, призрак). Папа куренеу. Папа куреп һуштан яҙған.
ПАПАЙЯ [рус. < исп. papaya] (Р: папайя; И.: papaya, pawpaw; T.: papaya) и. бот.
Ҙур япраҡлы, ҡауынға оҡшаш һары емешле, 5—10 метр оҙонлоғондағы, ботаҡһыҙ тропик ағас. □ Папайя (лат. Carica papaya). Папайя емеше. Папайя япрағы.
П АП АҠ (папағы) и. миф. диал. ҡар. бапаҡ. Папаҡ килә! Папаҡ алып китә!
ПАПАРАЦЦИ [рус. < ит. paparazzo] (Р: папарацци; И.: paparazzi; T.: meşhurların peşinde dolaşan fotoğrafçı) и.
Билдәле шәхестәрҙе эҙәрләүсе фоторе-портёрҙар. □ Папарацци. Папарацци көн курһәтмәй. Папарацци фотоһурәттәре.
ПАПАХА [рус. < төрки папах] (Р.: папаха; И.: papakha; T.: papak) и.
Йәнлек тиреһенән тегелгән ҡолаҡсынһыҙ бейек бүрек. □ Папаха. Генерал папахаһы. Каракул папаха. Папаха тектереу. ■ Папаханың маңлайында замандар уҙыу менән тутыға төшкән ҡыҙыл йондоҙ йымылдап тора ине. 3. Биишева. Шатлығынан өнһөҙ ҡалған ҡыҙ папахаһына ҡыҙыл таҫма таҡҡан ауылдашының кукрәгенә ҡапланды.
В. Исхаҡов.
ПАПИЛЛОМА [рус. < лат. papilla + гр. ота] (Р: папиллома; И.: papilloma; T.: siğil) и. мед.
Яҫы эпителийҙан үҫешкән һәм уның өҫтөндә ҡалҡып сыҡҡан хәүефһеҙ (ябай) шеш. □ Папиллома. Папиллома вирусы. Папилломанан яфаланыу.
ПАПИЛЬОТКА [рус. < фр. papillote] (Р: папильотка; И.: papillote; T.: saç sarma kâğıdı) и.
Бөҙрәләү өсөн сәсте урай торған ҡағыҙ йәки резина киҫәге. □ Папильотка. Папильотка урау. Папильотканы алыу.
ПАПИРОС [рус. папироса < пол. papieros < нем. Papier] (Р: папироса; И.: cigarette (of Russian type)\ T.: sigara) и.
Бер яҡ осона тәмәке тултырып, тартыу өсөн йәтешләп яһалған ҡағыҙ төрөпкә. □ Папироса. / Папиросный. Фильтрһыҙ папирос. Каты папирос. Папирос тартыу. ■ Сергей кеҫәһенән папирос сығарҙы ла тоҡандырырға туҡталды. А. Абдуллин. Баязитов уйлана төштө, баянан бирле әҙерләгән папиросын ауыҙына ҡабып, шырпы һыҙҙы. Ғ. Аллаяров.
70