ПАР
ПАПИРУС [рус. < гр. papyros] (Р: папирус; И.: papyrus; T.: papirüs) и.
1. бот. Ҡамыш һымаҡ тропик үҫемлек.
□ Папирус. / Папирусный (лат. Cyperus papyrus). Папирус ботаҡтары. ■ [Ҡыҙырас — Ғарифҡа:] Папирус үҫемлегенән египетлылар нимә эшләгәндәр? 3. Биишева.
2. Шул үҫемлектән боронғо мысырлы-лар һәм башҡа боронғо халыҡтар яһаған яҙыу материалы. □ Папирус. / Папирусный. Папирустағы яҙма. Папирусҡа яҙыу.
3. Шул материалға яҙылған боронғо ҡулъяҙма. □ Папирус. / Папирусный. Папирусты уҡыу. ■ Оҙон-оҙон китап кәштәләре быҙау тиреһенән йә ҡытай ҡағыҙынан тегелгән ҡалын фолианттар күплегенән һығылып төшкән, мысыр яҙмаһын һаҡлаусы папирус төргәктәре, сумар шынаһы менән сыбарланған балсыҡ йәлпәктәре лә бар. Б. Рафиҡов.
ПАПКА [рус. < нем. Pappe] (Р.: папка; И.: paper-case; file; T.: klasör) и.
1. Ҡағыҙ һалыу өсөн ҡатырға, күн һ. б. нәмәнән эшләнгән тыш. □ Папка. Папкаға һалыу. Йәшел тышлы папка. Ҡатырға папка. ■ Әхмәт дәрестән ҡайтты ла мөйөштәре туҙып бөткән папкаһын өҫтәлгә ырғытты.
С. Агиш. Иштуған .. йәһәтләп китап-дәфтәрҙәрен папкаға тултыра башланы.
3. Биишева. Хәйрүшев .. папкаһын ҡултыҡ аҫтына нығыраҡ ҡыҫып, алға бөгөлә төштө, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп алды. Ғ. Хисамов.
2. Ҡағыҙҙарҙы йөрөтөү өсөн тотҡаһыҙ портфель. □ Папка. Папка тотоп йөрөү. Папка менән йөрөтөү.
3. инф. Мәғлүмәтте (файлдарҙы, эске каталогтарҙы) дискыла һаҡлау урыны.
□ Папка. Компьютер папкаһы. Файлдар папкаһын исемләү. Папканы күсереү.
ПАПУАС (Р: папуас; И.: Papuan; Т.: Papuan) и.
Яңы Гвинеяның һәм уға яҡын утрауҙарҙың төп халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Папуас. Папуас ир-аты. Папуас ҡатыны.
ПАПЬЕ-МАШЕ [рус. < фр. papier тасһё ‘сәйнәлгән ҡағыҙ’] (Р: папье-маше; И.: papier-mache; T.: kâğıt hamuru) и.
Ҡағыҙ массаһына елем, гипс, аҡбур ҡушып эшләнгән ҡатнашма. □ Папье-маше. Папье-машенан яһалған уйынсыҡ. Папье-маше техникаһы менән эшләнгән сәскә.
ПАРI [рус.] (Р: пар; И.: steam; T.: buhar) и.
1. Юғары температура тәьҫирендә һыуҙан әүерелгән газ; боҫ. □ Пар. / Паровой. Пар хәлендәге. Пар сығарыу. Парға өйләндереү. ■ Ҡышҡы селләлә туңмай, тик һыу өҫтөнән пар ғына күтәрелеп тора. И. Абдуллин. Самауырҙан пар беленер-беленмәҫ кенә булып юғары күтәрелә. С. Агиш.
2. Машина көсө йәки йылылыҡ сығанағы итеп файҙаланыла торған шундай газ.
□ Пар. / Паровой. Пар ҡаҙаны. Пар менән йылытыу. Юғары баҫымлы пар. Пар баҫымын кәметеү. ■ [Емеш:] Беҙҙең яҡта тирмән һыу менән йәки пар менән эшләй.
3. Биишева.
3. диал. Ныҡ эҫетелгән дымлы һауа.
□ Пар. / Паровой. Мунса пары. ■ [Хужа ҡатын:] Гәрәй ҡайнағама мунса килешкән! Беҙҙең мунсаның пары шулай бик йомшаҡ ул. Б. Бикбай. [Ҡәнзәфәров — Бикмөхәмәтовҡа:] Әсәйең яҡҡан мунсаның пары шәпме? Н. Мусин.
ПАР II [рус. пара < нем. Paar < лат. par ‘тигеҙ, бер төрлө’] (Р: пара; И.: couple, pair; T.: çift) и.
1. Икеһе бер бөтөндө тәшкил иткән, бергә ҡулланылған ишле нәмә. □ Пара. / Парный. Бер пар быйма. Өс пар бирсәткә. ■ Магазинда ике пар ғына туфли бар, ләкин береһе лә Раяның аяҡтарына яҡын да килерлек түгел. Р. Солтангәрәев. Әлеге ептәрҙән дә ул [Резеда] көн дә тиерлек бер пар бейәләй бәйләй ине. М. Садиҡова. Сәскәле батмустағы ике пар сынаяҡ, кәрәҙле бал һалынған быяла каса, тағы ла әллә ниндәй тәмле-тәмле ашамлыҡтар байрам табынын хәтерләтә. Ш. Янбаев.
2. Ике иштең береһе (икенсеһенә ҡарата). □ Пара. / Парный. Сынаяҡтың пары. Парын ярыу.
3. Ике дана, ике, икәү. □ Пара, два. / Парный. Пар алма. ■ Икенсе мөйөштә ике-өс пар һепертке менән бер пар сабата элеүле тора. М. Ғафури. Ишеккәйем алды пар ҡайын,
71