Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 72


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАР
пар ҡайынға менеп ҡарайым. Үҙ инәкәйемә ярағас та, сит кешегә нисек ярайым? Халыҡ йырынан.
4. Яҡын мөнәсәбәт йәки тойғо менән бәйле ике зат. □ Пара. / Парный. Пар күгәрсендәр кеүек йәшәү. Ун пар ҡунаҡ саҡырыу.
■ [Буҙйегет — дуҫына:] Беҙ икебеҙ пар инек, һис айырылмаҫ йәр инек. «Буҙйегет». Гөлшат нисек кенә сигенергә тырышһа ла, киләһе пар өсөн алда урын табылманы. Д. Исламов. Ләйлә менән Хәлил дә пар күгәрсендәрҙәй татыуҙар, дуҫтар ине бит. В. Исхаҡов.
5. Икәүҙең береһе (икенсеһенә ҡарата). □ Пара. / Парный. Пар табыу. Пар эҙләү. Парын юғалтыу. ■ Парҙарын эйәртеп, Яҡуп, Фәхри, Харис, Гамирҙар килеп инде. Б. Бикбай.
ПАР III [рус.] (Р.: пар; И.: fallow; T.: nadas) и. а. х.
Ужым ашлығы сәсеү өсөн алдан һөрөп ҡуйылған ер. □ Пар. / Паровой. Сәсеүле пар. Пар ере. Таҙа пар. ■ Колхозсылар шул йыйылышта, пар һөрөүҙе бер аҙнала тамамларға, тип ҡарар сығарғайнылар. Ә. Вәли. Кәбир ай самаһы пар һөрҙө. Яр. Вәлиев.
ПАРА I [фарс. ûjL] (Р: часть; И.: part; share; piece; T.: parça) и. иҫк. кит.
Киҫәк, өлөш. □ Часть, кусок. Пара биреү.
■ Аҡшаның уң яҡлап аҫылған ҡальянындағы һаҙаҡтар пара-пара туҙып, сыра-сыра юлып, ян-яҡҡа осоп барып төшәләр. «Ҡарас менән Аҡша». Милләткә бер пара бирмәҫ, маҡсудын алмаҡ улар. С. Яҡшығолов.
♦ Йөрәк (йәки бәғер) параһы иркәләткәндә, яратҡанда әйтелә. □ Сердечко моё, душенька моя. ■ Имен-Һау булһалар, [Барсынбикәнең] ике бөркөтө, ике бауыр ите, ике йөрәк параһы ҡайтып та төшөр. Т. Ғарипова. Күҙемдең нуры, бәғерем параһы, эй, өмөтөм, бала, һабаҡ уҡығыл. М. Өмөтбаев.
ПАРА... II [рус. < гр. para ‘эргәлә’] (Р.: пара...; И.: para-; T.: para-)
Намәнеңдер янында булыуҙы, шулай уҡ нимәнәндер тайпылышты белдереүсе ҡушма һүҙҙәрҙең тәүге өлөшө. □ Пара... (первая составная часть сложных слов). Паралимпияла ҡатнашыусылар.
ПАРА III [төрк.] (Р: деньги; И.: money; T.: para) и.
Дәүләт тарафынан баҫтырылған ҡағыҙ йәки металл түләү сараһы; аҡса. □ Деньги.
ПАРАБЕЛЛУМ [рус. < лат. para bellum ‘һуғышҡа әҙерлән’] (Р: парабеллум; И.: parabellum pistol; T.: parabellum) и.
Автоматик пистолеттың 8 зарядлы төрө. □ Парабеллум. Парабеллумдан атыу. ■ Һушына килә башлаған фельдфебель, эштең нимәлә икәнен ацлап, тауыш күтәрмәксе булғайны, парабеллум һабы йәнә уның сикәһенә төштө. И. Абдуллин. Беренсе взвод һалдаттарының күбеһе кеҫәһендә немец парабеллумы йөрөтә. Ә. Хәкимов. Офицер, ҡапыл янтайып, Әминевтең бүрекһеҙ башына парабеллумы менән тондорҙо. Я. Хамматов.
ПАРАБОЛА [рус. < гр. parabole ‘яҡынайыу’] (Р: парабола; И.: parabola; T.: parabol) и.
1. мат. Директрисанан һәм фокустан бер үк алыҫлыҡта урынлашҡан йомоҡ булмаған яҫы кәкре һыҙыҡ. □ Парабола. / Параболический. Парабола һыҙығы. Парабола күсәре. Парабола формулаһы.
2. әҙ. Аллегорик хикәйә. □ Парабола (аллегорический рассказ). Әҙәби парабола. Парабола ижад итеү.
ПАРАБОЛИК [гр. parabolikos] (Р: параболический; И.: parabolic; T.: parabolik) с. мат.
Парабола формаһындағы. □ Параболический. Параболик нөктә. Параболик тигеҙләмә. Параболик траектория.
ПАРАГРАФ [рус. < гр. paragraphos] (Р: параграф; И.: paragraph, section; T.: paragraf) и.
1. Текстың айырым мәсьәләгә арналған бәләкәй бер өлөшө (§ билдәһе менән номерлап бирелә). □ Параграф. Беренсе параграф. Параграф билдәләү. ■ [Туҡтамыш Ишбулатов] комиссияның яңы закон проектын төҙөгәндә, башҡорттарҙың үҙ ер-һыуҙарына ҡарата элекке хоҡуҡтарын раҫлаусы параграф индерелеүен һораны. Ғ. Хөсәйенов. [«Үҙәк совет власы менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт совет автономияһы тура
72