Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 73


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАРАЗИТ
һында»ғы[ килешеү 16 параграфтан тора. М. Ҡолшәрипов.
2. § тамғаһы үҙе. □ Параграф (знак, символ). § 1.
3. Конькиҙа шыуыу фигураһы. □ Параграф (фигура в фигурном катании на коньках). Ҡатмарлы параграф. Параграф эшләү.
ПАРАД [рус. < фр. parade < исп. parada} (Р.: парад; И.: parade; march past; review; T.: tören, gösteri) и.
1. Ниндәйҙер тантана уңайы менән ғәскәрҙең тантаналы үтеүе. □ Парад (торжественный смотр войск). Хәрби парад. Диңгеҙ парады. Һауа парады. ■ Етенсе ноябрҙә Гитлерға Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында парад үткәрергә тура килмәне. И. Абдуллин. Парад ҡабул итергә йыйынғандай, Гәбделхәкимов идаранан елкенеп килеп сыҡты. Яр. Вәлиев. Октябрь байрамында эскадрон хәрби парадта ҡатнаша. Р. Өмөтбаев.
2. Уҡыусыларҙың, спортсыларҙың, йәштәрҙең һ. б. тантаналы йөрөшө. □ Парад (торжественное шествие, смотр). Уҡыусылар парады. Ярышта ҡатнашыусылар парады. К Техникумдың физкультурниктары парадта ҡатнашырға тейешле булғанлыҡтан, айырата ныҡлап әҙерләнделәр. 3. Биишева. Тантана уйында ҡатнашасаҡ командалар парады менән башланды: иң тәүҙә сәхнә түренә Австралия үҫмерҙәре күтәрелде. «Башҡортостан», 1 март 2013.
3. Фехтованиела, көрәштә, бокста һаҡланыу ысулы. □ Парад (в фехтовании, борьбе и боксе — защита).
ПАРАДИГМА [рус. < гр. paradeigma ‘миҫал, өлгө’] (Р: парадигма; И.: paradigm; Т.: paradigma) и.
1. Билдәле бер ваҡыт үтеү менән ғилми берләшмәгә проблемаларҙың ҡуйылышы һәм уларҙы хәл итеү моделен биргән, барыһы тарафынан да танылған фәнни ҡаҙаныштар (ғилми-тикшеренеү программаһы менән бер үк мәғәнәгә эйә). □ Парадигма.
2. грам. Үҙгәрә торған һүҙҙең, конструкцияның килеш, зат, заман менән үҙгәреү өлгөһөнөң системаһы. □ Парадигма, һүҙь
яһалыш парадигмаһы. Төрләнеш парадигмаһы.
3. Сағыштырыу йәки иҫбатлау өсөн ҡулланылған тарихи миҫал. □ Парадигма. Парадигма килтереү.
ПАРАДОКС [рус. < гр. paradoxes ‘ғәжәп, сәйер’] (Р: парадокс; И.: paradox; Т.: paradoks) и.
1. Ғәҙәттәге төшөнсәгә ҡаршы килгән, тура килмәгән уй, фекер. □ Парадокс. Парадокс булып күренеү. ■ [Фомин:] Парадокс кеүек яңғыраһа яңғырар, барыбер әйтмәйенсә булдыра алмайым. А. Мағазов. Ниндәй парадокс — Ер шарының һәр мөйөшөндә азатлыҡ революцияһы яһалған һайын, кешенең рухи ярлылығы арта бара. Т. Сәғитов.
2. Көтөлмәгән күренеш. □ Парадокс (явление, кажущееся невероятным и неожиданным). Был парадокс бит!
ПАРАДОКСАЛЬ [рус. парадоксальный} (Р: парадоксальный; И.: paradoxical; T.: paradoksal) с.
Парадокс һаналған; ғәҙәттән тыш, ғәжәп. □ Парадоксальный. Парадоксаль күренеш. Парадоксаль фекер. Парадоксаль ситуация. Я Антитеза алымы ҡайһы бер осраҡта парадоксаль күренештәр тыуҙыра. Н. Зарипов. Ҡайһы бер парадоксаль күренештәр борсоуға һала. Р. Бикбаев.
ПАРАЗИТ [рус. < гр. parasitos} (Р: паразит; И.: parasite; T.: parazit) и.
1. биол. Башҡа организмдарҙың өҫтөндә, тәнендә йәки эсендә йәшәп, ғәҙәттә, зыян килтереп, уның иҫәбенә туҡланған үҫемлек йәки йән эйәһе. □ Паразит. / Паразитный, паразитический. Ҡорт паразиттары. Эске паразиттар. V Ул саҡта, күбеһе үҙенең ни өсөн һуғышҡанын да аңламай, окоптарҙа төрлө паразиттарҙы һимертеп йәшәгән һалдаттар өсөн был һүҙ бигерәк тә ҡәҙерле, бигерәк тә өмөтлө ине. Ғ. Ғүмәр. Бараҡ менән Давидтың үҫемлекте паразит тип әйткеләре килмәне. Ғ. Хисамов.
2. күсм. Башҡалар иҫәбенә йәшәгән кеше; әрәмтамаҡ. □ Паразит. / Паразитный, паразитический. Йәмғиәттең паразит синыфтары. Я [Йәмилә — Рәшиткә:] Вәт, паразит,
73