ПАРАЗИТ БӘШМӘКТӘР
ҡасан былай тиҫкәрегә әйләндең, нәҫелегеҙҙә булмағанды!.. Б. Рафиҡов.
ПАРАЗИТ БӘШМӘКТӘР (Р: грибы паразиты; И.: parasitic fungi; T.: parazitik mantarlar) и. бот.
Tepe организмдарҙың туҡымаларын туҡланыу сығанағы итеп ҡулланыусы бәшмәктәр. □ Грибы-паразиты, паразитические грибы. Паразит бәшмәктәр менән көрәш. Паразит бәшмәк үрсеү. Н һаҡланыу сараларын алдан күрмәгәндә, был паразит бәшмәктәр шулай сирле кешенән йәки хайуандан сәләмәт кешегә йоға. «Йәншишмә», 19 декабрь 2012.
ПАРАЗИТИЗМ [рус. < гр. parasites] и. ҡар. паразитлыҡ 1. Ваҡытлыса паразитизм. Даими паразитизм. Ялған паразитизм.
ПАРАЗИТЛЫҠ (паразитлығы) (Р: паразитизм; И.: parasitism; T.: parazitlik) и.
1. биол. Төрлө төргә ҡараған ике организм араһында береһе (паразит) икенсе организмды йәшәү мөхите һәм туҡланыу сығанағы итеп файҙаланыуға ҡоролған мөнәсәбәт формаһы. □ Паразитизм. Үҫемлектәрҙең паразитлығы. Паразитлыҡ күренеше.
2. күсм. Кеше көсөн файҙаланыуға ҡоролған тормош. □ Паразитизм. Паразитлыҡ итеү. Паразитлыҡ менән кон итеү.
ПАРАЗИТОЛОГ [рус. < гр. parasites + logos ‘фән’] (Р: паразитолог; И.: parasitologist; T: parazitolog) и.
Паразитология буйынса белгес. □ Паразитолог. Паразитолог кәңәштәре. Паразитолог булып эшләү. Паразитолог саҡыртыу.
ПАРАЗИТОЛОГИЯ [рус. < гр. parasites + logos ‘фән’] (Р: паразитология; И.: parasitology; T.: parazitoloji) и.
Паразиттар (1) һәм паразитизм тураһындағы фән. □ Паразитология. Университетта паразитология өйрәнеү. Паразитология курстары.
ПАРАЗИТ ҮҪЕМЛЕКТӘР (Р: растения-паразиты; И.: parasitic plants; T.: asalak bitki) и. бот.
Башҡа үҫемлектәрҙә урынлашып, уларҙың туҡымаларынан туҡлыҡлы матдәләр алып үҫеүсе үҫемлектәр. □ Растения-пара
зиты, паразитические растения (лат. Magno-liophyta).
ПАРАЛАУ (парала-) (Р: бить, разбивать; И.: break; T.: paralamak) ҡ. иҫк. кит.
Сатнатып ярыу; ватыу. □ Бить, разбивать. Төшөрөп паралау. Сынаяҡты паралау. ■ Әсәнегеҙгә бирелмеш көҙгөнө параламышһыҙ. Ә. Иҫәнбирҙин.
ПАРАЛИНГВИСТИКА [рус. < гр. para ‘эргәлә’+ лат. lingua ‘тел’] (Р: паралингвистика; И.: paralinguistics; paralanguage; T.: güzel konuşma bilgisi, ton ve jestlerle ilgili dilbilgisi) и. лингв.
Тел ғилемендә билдәле бер телдең аралашыу системаһының лингвистик булмаған сараларын (мимика, жестикуляция, паузаны билдәләү һ. б.) өйрәнә торған бүлек. □ Паралингвистика. / Паралингвистический. Паралингвистика менән ҡыҙыҡһыныу. Паралингвистика дәрестәре. Паралингвистика буйынса белгес.
ПАРАЛИТЕРАТУРА [рус. < гр. para + литература] (Р: паралитература; И.: paraliterature; T.: paraliteratür) и.
Ҡалыплашҡан ысулдар ярҙамында ижад ителгән түбән сифатлы әҙәби әҫәрҙәр. □ Паралитература. Паралитература әҫәрҙәре.
ПАРАЛИЧ [рус. < гр. paralysis] (Р: паралич; И.: paralysis; T.: felç) и. диал. ҡар. фалиж.
Нервы системаһы зарарланыу һөҙөмтәһендә тән ағзаларын хәрәкәтһеҙлеккә килтергән ауырыу. □ Паралич. / Параличный. Паралич һуғыу. Паралич хәлендә булыу. Балалар церебралъ параличы. Я [Хәйҙәр:] Параличтан һуң тәүге аҙымдарымды, тәпәй баҫҡан сабый кеүек, ултырғыс артына тотоноп яһарға тура килде. Ф. Әсәнов. Шул изге, ғибрәт өсөн яратылған Тәлимйәнде паралич һуҡты. М. Ғиләжев. Ул [Күгебай], яңғыҙы ҡалғас, паралич һуҡҡан һымаҡ, һис бер хәрәкәтһеҙ уйланып ултырҙы. А. Карнай.
ПАРАЛЛЕЛЕПИПЕД [рус. < гр. parallels ‘параллель’ + epipedon ‘яҫылыҡ’] (Р: параллелепипед; И.: parallelepiped; Т.: рага-lelyüz) и. мат.
Нигеҙе булып параллелограмдар хеҙмәт иткән алтыҡыр. □ Параллелепипед. Параллелепипед һыҙыу. Параллелепипед майҙа
74