Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 75


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАРАЛЛЕЛЬ
ны. Тура параллелепипед. ■ Ул [Емеш] алгебра, геометрия, тригонометрия дәрестәрен .. икс, игрек, зет, параллелепипед, перпендикуляр .. кеуек әйтелеше мәҙәк тойолған һүҙҙәр куп булған өсөн ҡыҙыҡһынып ҡына өйрәнә ине. 3. Биишева.
ПАРАЛЛЕЛИЗМ [рус ] и. ҡар. параллеллек. ■ Куп кенә осраҡтарҙа йырҙың тәуге ике юлы һуңғы икәуһе менән синтаксик параллелизм алымы менән бәйләнгән була. С. Галин. Унда [ҡобайырҙа], ҡағиҙә рәуешендә, һәр бер поэтик образ, һәр бер сағыштырыу, параллелизм йәки троп төп мәғәнәне һурәтләндереп аңлатыу сараһын утәп, дөйөм поэтик туҡыманың органик өлөшөн тәшкил итә. Ә. Харисов.
ПАРАЛЛЕЛЛЕК (параллеллеге) (Р.: параллелизм; И.: parallelism; T.: paralellik) и.
1. мат. Һыҙыҡ һәм яҫылыҡтарҙың бер-береһенән буйҙан-буйға тигеҙ алыҫлыҡта ятышы. □ Параллелизм. Яҫылыҡтарҙың параллеллеге. Һыҙыҡтарҙың параллеллеге.
2. грам. Бер-бер артлы килгән һөйләмдәрҙе синтаксик һәм интонацион яҡтан бер төрлө төҙөү. □ Параллелизм. Параллеллек куренеше. Параллеллек миҫалы.
3. Ике нәмәнең тотош тап килеше, ҡабат-ланышы. □ Параллелизм. Аппарат эшендәге параллеллек. Параллеллек күҙәтелә.
ПАРАЛЛЕЛОГРАММ [рус. < гр. рага-llelogrammon] (Р.: параллелограмм; И.: parallelogram; T.: paralelkenar) и. мат.
Ҡара-ҡаршы яҡтары үҙ-ара тигеҙ һәм параллель булған дүртмөйөш. □ Параллелограмм. Параллелограмм бейеклеге. Параллелограмм мөйөштәре. Параллелограмм һыҙыу.
ПАРАЛЛЕЛЬ I [рус. < гр. parallelos\ (Р: параллель; И.: parallel; T.: paralel) и.
1. мат. Икенсе бер һыҙыҡ йәки яҫылыҡтан буйҙан-буйға тигеҙ алыҫлыҡта ятҡан һыҙыҡ. □ Параллель. / Параллельный. Параллель уткәреу. ■ Ләкин ул [ҡарсыға] юғарыға ҡарап оса алмай — ергә параллель яһап, һыҙғыртып утә лә китә. А. Карнай.
2. геогр. Экваторҙан тигеҙ алыҫлыҡта Ер шарын уратып алған шартлы һыҙыҡ. □ Параллель. / Параллельный. Йөҙөнсө
параллель. Көньяҡ параллелдәр. Төньяҡ параллелдәр.
3. кусм. Башҡа бер нәмәгә оҡшашлығы булған хәл, күренеш. □ Параллель. / Параллельный. Тормоштағы параллель. Тарихи параллелдәр. ■ Йомғаҡлау һуҙендә Рафиҡ Камалетдинович тәбиғәт экологияһы менән кеше куңеле экологияһы араһында уҙенсәлекле параллель уткәрҙе. Л. Яҡшыбаева. Ошо ике дәуергә (XX быуаттың 20-се һәм 90-сы йылдарына ) ғәйәт куп параллель уткәреп була. «Башҡортостан», 2 апрель 2013.
ПАРАЛЛЕЛЬ II [рус. параллельный} (Р: параллельный; И.: parallel; T.: paralel) с.
1. мат. Икенсе бер һыҙыҡ йәки яҫылыҡтан буйҙан-буйға тигеҙ алыҫлыҡтағы.
□ Параллельный. Параллель һыҙыҡтар. Параллель яҫылыҡ. Параллель тура һыҙыҡтар. ■ Киләһе аҙым — параллель һыҙыҡтар һыҙыу. «Башҡортостан», 20 июль 2012.
2. Бер йүнәлештә эргәләш ятҡан. □ Параллельный. Параллель юлдар. Параллель урамдар. ■ Машина тарлауыҡҡа параллель юлдан, илле-йөҙ метр алыҫлыҡтан утеп китте. И. Абдуллин.
3. Эше, рәүеше менән тап килешле. □ Параллельный. Параллель кластар. Параллель баҫма. Параллель текст. Я [Ивашов] уҙенең кешеләрен дәртләндереп, уларҙы параллель һәнәрҙәргә өйрәтеугә иреште. А. Мағазов.
4. Бер үк ваҡытта башҡарылған. □ Параллельный. Параллель эш. Параллель тапшырыу. Параллель килешеу.
ПАРАЛЛЕЛЬ III [рус. параллельно] (Р: параллельно; И.: in parallel; Т.: parallel olarak) р.
1. Бер системала, бер-береһен ҡабатлап.
□ Параллельно. ■ С. Айытматовтың бөйөклөгө нимәлә? Һәр әҫәрендә тиерлек ҡырғыҙ фольклорын төп сюжетҡа параллель ҡулланып, ул ҙур фәлсәфә сығара. Ф. Туғыҙбаева. [Ҡәҙим Аралбайҙың «Торатау» әҫәрендә] бөгөнгө менән уткән замандар параллель рәуештә бәйән ителә. «Ағиҙел», № 11,2010.
2. Бер үк ваҡытта. □ Параллельно, одновременно. Параллель эгиләу. Параллель
75