ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ
уҡыу. 1Л Үҙенең романы өҫтөндә ул [Ғ. Хәйри] шиғыр һәм поэмалар, «Башҡорт ауылында» һәм «Кооператорҙар» әҫәрҙәрен яҙыу менән параллель эшләй. С. Сафуанов.
ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ и. миф. ҡар. теге донъя.
ПАРАЛОГИЗМ [рус. < гр. paralogismos] (Р.: паралогизм; И.: logical mistake; T.: paralojizm) и. лог.
Дөрөҫ фекер йөрөтөү закондарын боҙоу һөҙөмтәһендә яһалған яңылыш һығымта; киреһе — софизм. □ Паралогизм. Паралогизм күренеше. Паралогизм ҡулланыу.
ПАРАМЕТР [рус. < гр. parametron] (Р: параметр; И.: parameter; T.: parametre) и.
1. мат. Билдәле бер мәсьәлә эсендә генә үҙенең даими мәғәнәһен һаҡлаған дәүмәл. □ Параметр. Математикала параметр.
2. физ., тех. Берәй нәмәнең, күренештең төп сифаттарын ҡылыҡһырлаған дәүмәл. □ Параметр. Уртаҡ параметрҙар. Физик параметрҙар. Параметрҙарын асыҡлау. ■ [Егет — генералға:] Бындай сифаттар Һеҙҙең физик параметрҙар менән нисегерәк килешә ала? Р Өмөтбаев.
3. Һәр төрлө характерлы үлсәм. □ Параметр. Документ параметры. Программа параметры. ■ Пасар һауа шарттарында ла машина йөрөтөү алымын, параметрҙарын билдәләүсе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре бар. «Башҡортостан», 8 декабрь 2012.
4. Иҡтисади процестарға һиҙелерлек йоғонто яһай торған күрһәткес. □ Параметр. Иҡтисади сәйәсәт параметры. Иҡтисади системаларҙы сағыштырыу параметры. Н Рейтинг бюджетты үтәүҙең сифатлы күрһәткестәре һәм иҡтисади үҫеш параметрҙары буйынса билдәләнгән. «Йәшлек», 5 июнь 2010.
ПАРАНОИК (параноигы) [рус.] (Р: параноик; И.: paranoid person; T.: paranoyak) и. мед.
Паранойя менән ауырыған кеше. □ Параноик. Параноикка әйләнеү. Параноикка man булыу. Параноик булыу.
ПАРАНОЙЯ [рус < гр. paranoia ‘аҡылдан яҙыу’] (Р: паранойя; И.: paranoia; T.: paranoya) и. мед.
Һаташыуҙар менән билдәләнгән психоздарҙың дөйөм атамаһы. □ Паранойя. Паранойя симптомдары. Еңел паранойя. Алкоголь паранойяһы.
ПАРАНОМИЯ [рус. < гр. paranomia ‘законһыҙлыҡ’] (Р: параномия; И.: paranomy; T.: kanuni ihtilaf) и. юр.
Закондарҙа ҡапма-ҡаршылыҡ. □ Параномия. Параномия барлыҡҡа килтереү.
ПАРАПЕТ [рус. < фр. parapet < ит. parapette] (P: парапет; И.: parapet; T.: parapet) и.
1. арх. Ниндәйҙер ҡоролманың ситенә таяныу өсөн эшләнгән тәпәш кәртә, ҡойма.
□ Парапет. Балкон парапеты. Кыйыҡ парапеты.
2. хәрби. Пулянан һаҡланыр өсөн өйөлгән вал. □ Парапет. Парапетҡа ышыҡланыу.
ПАРАПИТЕК (парапитегы) [рус. < гр. para ‘эргәлә’ + pithekos ‘маймыл’] (Р: парапитек; И.: parapithecus; T.: parapithecus) и. зоол.
Кешегә оҡшаш ҡаҙылдыҡ маймыл.
□ Парапитек (лат. Parapithecus). Парапитек һөлдәһен табыу. Парапитек һүрәте.
ПАРАПСИХОЛОГ [рус. < гр. para ‘эргәлә’ + psyche ‘йән’ + logos ‘фән’] (Р: парапсихолог; И.: parapsychologist; T.: parapsikolog) и.
Парапсихология менән шөғөлләнгән кеше. □ Парапсихолог. Парапсихолог менән әңгәмә. Парапсихолог кәңәштәре. К Ғалимдар, парапсихологтар, табиптар балалар яратып уйнаған матур ҡурсаҡтарҙың үлемесле хәүеф-хәтәр алып килеүгә сәбәпсе булыуын төрлөсә аңлата. «Башҡортостан», 20 июль 2012.
ПАРАПСИХОЛОГИЯ [рус. < гр. para ‘эргәлә’ + psyche ‘йән’ + logos ‘фән’] (Р: парапсихология; И.: parapsychology; Т.: parapsi koloji) и.
1. Кешенең ғәҙәттән тыш, үтә тойоп белеүе, фекерҙе һәм тойғоно алыҫҡа бирә алыу үҙенсәлектәре тураһындағы фән тарафынан ҡабул ителмәгән тикшеренеүҙәр әлкәһе. □ Парапсихология. / Парапсихоло-
76