ПАРАШЮТ
гический. Парапсихология менән шөғөлләнеү. Парапсихология курстары үтеү. Парапсихология сеанстары.
2. Кешенең фекерҙе һәм тойоуҙы алыҫҡа бирә алыу сифаттары. □ Парапсихология.
ПАР АТ (Р.: двойка, пара лошадей; И.: pair of horses; T.: çift at) u.
Ҡушлап егелгән ике ат. □ Двойка, пара лошадей. Пар ат егеү. ■ Шул сак боролманан пар ат күренде. А. Абдуллин. Һағынған да саҡта барыр инем, егеп кенә ҡуйған пар ат юҡ. Халыҡ йырынан. Тимерсе егет, .. ҡылысты алты пар атҡа тейәп, тағы ла юлға сыҡҡан, ти. Әкиәттән.
ПАРАТИФ [рус. < гр. paratyphus} (Р.: паратиф; И.: paratyphoid fever; T.: paratifo) и. мед.
Сальмонеллёз рәтенә ингән ҡайһы бер бактериялар йоғоуҙан барлыҡҡа килгән һәм бер аҙ ҡорһаҡ тифына оҡшаш йоғошло ауырыу. □ Паратиф. / Паратифозный. Паратиф төрҙәре. Паратиф сығанаҡтары. Паратиф менән ауырыу.
ПАРАФИН [рус. < фр. paraffine < лат.] (Р: парафин; И.: paraffin wax; T.: parafin) и.
Нефттән һәм торфты, көрән күмерҙе ҡоролай ҡыуыуҙан барлыҡҡа килгән продукттан алынған балауыҙ кеүек аҡ йәки һарғылт матдә. □ Парафин. / Парафиновый. Парафин эшләү. Парафин ҡушыу. Парафин менән дауалау. ■ һыуыҡта парафин, балауыҙ һымаҡ ҡатып, торба эсенә ултыра, диаметр үҙенән-үҙе тарая, торбала баҫым арта. Р. Солтангәрәев. [Фәйзи — Сәлимгә:] Вибрация булғанда, нефттәге парафин киҫәктәре үҙҙәренең, торбаларға һыланыу һәләтлеген бөтөнләй юғалтасаҡтар. Н. Асанбаев.
ПАРАФИНЛАНЫУ (парафиндан-) (Р: парафинироваться; И.: wax; paraffinize; T.: mumlanmak) ҡ.
Парафин менән ҡапланыу, парафин һеңеү. □ Парафинироваться. Парафинланған сыр. Парафинланған ҡағыҙ. Парафинланған ҡатырға.
ПАРАФИНЛАУ (парафинла-) (Р: парафинировать; И.: wax; paraffinize; T.: mumlamak) ҡ.
Парафин менән ҡаплау, парафин һеңдереү. □ Парафинировать. // Парафинирование. Сырҙы парафинлау. Май мискәләрен парафинлау. Ҡағыҙҙы парафинлау.
ПАРАФИНЛЫ (Р: парафиновый; И.: paraffin, wax; T.: parafinli) с.
Парафин һеңдерелгән, парафин ҡатыш. □ Парафиновый. Парафинлы май. Парафинлы компресс. Парафинлы йылытҡыс. ■ Ташауыҙ нефте бик тә парафинлы булып сыҡты. Р. Солтангәрәев.
ПАРАХРОНИЗМ [рус. < гр. para + chronos ‘ваҡыт’] (Р: парахронизм; И.: parachronism; T.: kronolojik hata) и.
Ниндәйҙер тарихи ваҡиғаның датаһын билдәләгәндәге хронологик хата. □ Парахронизм. Ғилми хеҙмәттә парахронизм ебәреү. Парахронизм күренештәре.
ПАРАША [рус.] (Р: параша; И.: closestool; T.: klozet) и. жарг.
1. Кесе ярау итеү һәм йыуынты һыу һалыу өсөн төрмә камераһына ҡуйылған ҙур биҙрә йәки тәпән. □ Параша. Параша янындағы урын.
2. Төрмәләге бәҙрәф. □ Параша.
ПАРАШЮТ [рус. < фр. parachute] (Р: парашют; И.: parachute; T.: paraşüt) и.
1. Осоу аппаратынан кешене, йөктө ергә төшөрөү, космик карапты һ. б. ергә ултыртыу өсөн ҡулланылған, һауала асылмалы көмбәҙ рәүешендәге ҡулайлама. □ Парашют. / Парашютный. Парашют менән һикереү. Парашютты йыйыу. Парашют спорты менән шөғөлләнеү. ■ Парашют оҙон ҡарағайға барып бәрелде лә, йөгө аҫылынып төштө. Ә. Бикчәнтәев. Баш осонда сатыры сағыу ҡыҙыл һәм зәцгэр төҫтәргә буялған парашют асыла. Н. Мусин. Эре ҡар бөртөктәре, парашютҡа ултырған кеүек, аҡрын ғына килеп ергә ҡуналар. Р. Солтангәрәев.
2. Шахта һәм йорт лифттарын канат өҙөлгән осраҡта ергә төшөрмәй торған ҡулайлама. □ Парашют (предохранительный рычаг, устройство, мешающее падению предмета). Лифт парашюты. Парашютты ремонтлау.
77