Академический словарь башкирского языка. Том VII. Страница 78


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

ПАРАШЮТИЗМ
ПАРАШЮТИЗМ [рус.] (Р.: парашютизм; И.: parachuting, skydiving; T.: paraşütle atlama) и.
Парашют менән һикереүҙең теорияһы һәм практикаһы; парашют спорты. □ Парашютизм. Парашютизм нигеҙҙәре. Парашютизм тарихы. Парашютизм менән ҡыҙыҡһыныу.
ПАРАШЮТИСТ (парашютисы) [рус.] и. ҡар. парашютсы. К Ҡайҙалыр немецтар ҙур төркөм парашютистар десанты төшөргән. Д. Исламов. Һуңыраҡ Яшаның атаһы кавалерия корпусы менән командовать иткән булып сыҡты, уның парашютист булғанлығы ла беленде. Ә. Бикчәнтәев.
ПАРАШЮТСЫ (Р.: парашютист; И.: parachute-jumper; skyman; paratrooper; T.: paraşütçü) и.
Парашютизм менән шөғөлләнә, парашют менән һикерә торған кеше. □ Парашютист. Парашютсылар туңәрәге. V [Лейтенанттың] оҫта парашютсы икәнен белгәс, фронт штабында алып ҡалғандар. Д. Исламов.
ПАРДОН [рус. < фр. pardon] (Р: пардон; И.: pardon; T.: pardon) и. һөйл.
Ғәфү үтенеү һүҙе. □ Пардон. Пардон, аңламай ҡалдым. Пардон, һуцланым шул.
ПАРҘАШ (Р: партнёр; И.: partner; Т.: ortak) и.
Сәхнәлә, спорт уйындарында, бейеүҙә бергә ҡатнашҡан кеше. □ Партнёр, напарник. Парҙаш һайлау. Уйындағы пар-ҙаш. Бейергә парҙаш эҙләу. Балеттағы парҙаштар.
ПАРЕМИОЛОГИЯ [рус. < гр. paroimia ‘һүҙ, хикәйә’ + logos ‘фән’] (Р: паремиология; И.: paramiology; T.: atasözlerini öğrenen bilim dalı) и.
Филология фәненең мәҡәл, әйтемдәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. □ Паремиология. Башҡорт паремиологияһы.
ПАРЕО [рус. < тайт.pâreü)] (Р: парео; И.: рагео; Т.: рагео) и.
Ҙур яулыҡ формаһындағы пляж кейеме. □ Парео. Ебәк парео. Парео бәйләу.
ПАРИ [рус. < фр. pari] (Р: пари; И.: bet; wager; T.: bahis) и.
Бәхәс шарты. □ Пари. Пари отоу. Пари тотоу. Пари тәҡдим итеу.
ПАРИК (паригы) [рус. < фр. perruque] (Р: парик; И.: wig; T.: peruk) и.
Туҡыма ерлеккә тегелеп, башҡа кейә торған яһалма сәс. □ Парик. Парик кейеу. Театр паригы. ■ [Граф] ҙур көҙгө ҡаршыһында затлы ыҫпай кейемен рәтләп, ҡалын пари-гын һыйпаштырып, төҙәтенеп булашты. Ғ. Хөсәйенов. Башына аҡ парик, өҫтөнә уҡалы, еҙ төймәле камзул кейгән хеҙмәтсе, ишек асып, кемдәр килгәнен һорашты. Б. Рафиҡов. Ул [Соймонов], паригын төҙәтеп, куҙҙәрен тағы указ өҫтөнә төбәне. Ғ. Ибраһимов.
ПАРИКМАХЕР [рус. < нем. Perücken-тасһег] (Р.: парикмахер; И.: barber; T: berber) и. ҡар. сәс алыусы.
Сәс, һаҡал алыу, киҫеү, буяу һәм тарау оҫтаһы. □ Парикмахер. Парикмахерға барыу. Парикмахерға уҡыу. Парикмахер ҡайсыһы. ■ Ғариф ҡалаға килеу менән парикмахерға ла инеп сыҡҡан. Ғ. Хәйри. Сәхнәлә, ҡулына йыуғыстан яһалған ҙур бумала тотоп, бәләкәй генә буйлы парикмахер йөрөп ята. Р. Байбулатов. [Ғибаҙулла] яңыраҡ парикмахерҙа булып сыҡҡандыр, ахырыһы. Д. Исламов.
ПАРИКМАХЕРСКИЙ [рус. парикмахерская] (Р: парикмахерская; И.: hairdresser’s, barber’shop; T.: kuaförlük) и. һөйл. ҡар. бөҙрәхана.
Сәс, һаҡал ала, ҡырҡа, киҫә буяй һәм тарай торған урын; сәстараш. □ Парикмахерская. Парикмахерскийға барыу. Парикмахерскийҙа сәс буятыу. И Ул [Рәмил] парикмахерскийға кереп ҡырынып сыҡты, буфетта сәй эсеп алды. Ф. Әсәнов. Яҡын-тирәлә башҡа парикмахерский ҙа юҡ. М. Садиҡова.
ПАРИТЕТ [рус. < лат. paritas ‘тигеҙлек’] (Р: паритет; И.: parity rate; par value; parity; T: parite) u.
1. Бәхәсле эште ҡарағанда ҡаршы тарафтарҙың тиң хоҡуҡлылығы. □ Паритет (равноправие сторон). / Паритетный. Ҡаршы тарафтарҙың паритеты. Паритет башланғыстарҙа. Паритет вәкиллек. Паритет нигеҙҙәре.
78